Осрашыу башында төбәк етәксеһе республика һәм ил иҡтисады өсөн урта һөнәри белем биреү системаһының әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Осрашыуҙа йәштәр студенттарҙың үҙидара системаһын яҡшыртыу буйынса үҙ башланғыстарын, шул иҫәптә был өлкәлә колледждар өсөн берҙәм орган булдырырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров был идеяны хупланы һәм Башҡортостанда бындай майҙансыҡтарҙы уңышлы ойоштороу тәжрибәһе барлығын билдәләне.
Ижади индустрия өлкәһендәге инициативалар акселераторы була алған ижади йәрминкә булдырыу теләген дә еткерҙе студенттар. Яңы майҙансыҡ үҙ идеяларын тәҡдим итергә, эксперттарҙан белем алырға һәм эшҡыуарҙарҙың иғтибарын
йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Радий Хәбиров был мәсьәләне тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү өсөн эшләргә ҡушты.
- Минең өсөн һеҙҙең менән һөйләшеү бик мөһим. Республика колледждарында 120 меңгә яҡын бала уҡый. Беҙгә һеҙҙең нимә менән йәшәүегеҙҙе, ниндәй кәйефтә булыуығыҙҙы аңлау мөһим. Һеҙ - беҙҙең партнерҙар. Һеҙҙең аша дөрөҫ ориентирҙар тапшыра һәм ҡиммәттәр формалаштыра алабыҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Беҙ махсус белем биреү учреждениелары уҡыусыларын уҡытыу һәм йәшәү өсөн лайыҡлы шарттар булдырырға тейешбеҙ, сөнки тап улар республика иҡтисадын үҫтереүҙе тәьмин итәсәк.
Артабан осрашыу «һорау-яуап» форматында дауам итте. Унда төрлө темаларға ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелде. Радий Хәбиров балаларға һөҙөмтәле аралашыуҙары һәм әүҙем тормош позицияһы өсөн рәхмәт әйтте. Һуңғараҡ, сараға
йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы, йәштәр менән осрашыуҙар - төбәктең идара итеү командаһы эшенең мөһим өлөшө, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Сарала Салауат ҡалаһынан индустриаль, медицина һәм механика-төҙөлөш колледждары студенттары ҡатнашты. Улар осрашыуҙан алынған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Диана Хәбирова, Салауат медицина колледжы студенты:
- Форумда Башҡортостан Башлығына колледждарҙың яҡын киләсәктә тормошҡа ашырыласаҡ проекттары тәҡдим ителде. Осрашыуҙан дәрт алып, остазлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән үҙ проектымды булдырыу хыялы менән ҡайттым. Минең
башланғысым файҙа килтерер, тип ышанам. Айырыуса «Профессионалдар» һөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй чемипонат хәрәкәте темаһына ҡағылышлы сығышҡа иғтибар йүнәлттем. Сөнки үҙем быйыл республикала ошо чемпионат еңеүсеһе булдым. Ошондай осрашыуҙар йәштәр өсөн кәрәкле, тип уйлайым. Был әһәмиәтле ҙур проекттар булдырыуға һәм үҙ пландарыңды бойомға ашырыуға этәргес көс булып тора.
Азалия Тимербулатова ла Салауат медицина колледжында уҡый:
- Төбәк башлығының үҙенең студент тормошо тураһында ябай итеп һөйләүе бик оҡшаны. Үҙем өсөн шундай һығымтаға килдем: ниндәйҙер эш килеп сыҡмай икән, уны ярты юлда ҡалдырып китергә түгел, ә артабан да маҡсатыңа ирешеүҙе дауам итергә кәрәк. Республика етәксеһенә шәхсән һорау биреү мөмкинлеге сыҡманы, әммә башҡа студенттарҙың проблемаларын һәм башлыҡтың уларға яуаптарын тыңлау фәһемле булды. Форумда күп ҡыҡыҡлы проекттар яңғыраны.
Әйткәндәй, беҙ үҙебеҙ ҙә колледжда спорт залын булдырыуға бәйле проект әҙерләнек. Бындай сараларҙа ҡатнашыу яңы идеялар менән байығырға мөмкинлек бирә.
Радик Нәзиров, Салауат медицина колледжы студенты:
- Сарала йәнле аралашыу, йылы мөхит нығыраҡ иҫтә ҡалды. Бындай осрашыуҙар һәр кемгә лә эләгеп бармай. Төбәк башлығы үҙенең тормош юлы тураһында һөйләне, шәхси тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Бындай осрашыуҙар алға ынтылырға һәм үҙ көсөңә ышанырға рухландыра. Иң мөһиме - ҡурҡмаҫҡа һәм ҡыйыу алға барырға.
Герман Тартыгин, индустриаль колледж студенты:
- Бындай сараларҙа ҡатнашыу минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Төбәк башлығы республикабыҙҙа иң мөһим тауыштарҙың береһе булыуыбыҙҙы асыҡ белдерҙе. Радий Фәрит улына һорау ҙа бирә алдым, һәм мин студенттар өсөн көнөнә ике
тапҡыр йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү тәҡдиме менән мөрәжәғәт иттем. Ул бының мөмкин түгеллеген аңлатты, сөнки быйыл ғына Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына 40 меңгә яҡын беренсе курс студенты уҡырға ингән, ә республикала студенттарҙың дөйөм һаны яҡынса 200 мең кеше тәшкил итә. Был күләмдәге сығымдар миллиардтар менән үлсәнә. Мин үҙ проектымды яҙып, уны грант алыу өсөн яҡларға ниәтләйем.
Татьяна Климова, Салауат механика-төҙөлөш колледжы студенты:
- Осрашыу йылы мөхиттә уҙҙы. Башҡа студенттар менән аралашыу, төбәк башлығын тыңлау күңелдәрҙә онотолмаҫлыҡ уй-тойғолар ҡалдырҙы. Форумда шулай уҡ әлеге ваҡыттағы иң киҫкен терроризм темаһына айырым иғтибар бүленде. Бындай саралар донъяға ҡарашты үҙгәртә, тәжрибә тупларға мөкинлек бирә һәи алға ынтылырға көс өҫтәй.