Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Август 2025, 11:31

Мәктәптәргә яңы транспорт - балалар өсөн уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек

26 августа Өфөлә Башҡортостандың мәктәп директорҙарына 200-ҙән ашыу яңы автобус һәм еңел автомобиль тапшырылды. Был сарала республикабыҙҙың барлыҡ ҡалалары һәм райондары ла ҡатнашты. Транспорт федераль һәм республика бюджеттары аҡсаһына һатып алынған.

Мәктәптәргә яңы транспорт - балалар өсөн уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек
Мәктәптәргә яңы транспорт - балалар өсөн уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров яңы транспорт сараларының асҡыстарын тапшырып, былай тип билдәләне:
- Яңы мәктәп автобустары – көн һайын мәктәпкә йөрөгән балаларыбыҙ өсөн өҫтәмә уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек. Беҙ быны яҡшы аңлайбыҙ, шуға күрә автопаркты яңыртыу буйынса эште даими алып барабыҙ. 2019 йылдан алып беҙҙең мәктәптәр 900-гә яҡын яңы автобус алды.
Ул шулай уҡ мәктәп автобустары водителдәренә балаларға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттәре һәм башҡарған мөһим эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Салауат ҡалаһынан 1-се гимназия директоры Лариса Давыдова һәм 2-се кадет мәктәбе директоры Виталий Шарапов яңы “ПАЗ 423470-04” автобустарын ҡабул итеп алдылар. Был мөһим бүләк уҡытыусыларҙы ла, уҡыусыларҙы ла, уларҙың ата-әсәләрен дә бик шатландырҙы.
Салауат ҡалаһының мәғариф бүлеге начальнигы Марина Вишева билдәләүенсә, ҡалала балаларҙы йөрөтөү өсөн автобустар бик кәрәк. Бөгөнгө көндә улар ҡаланың туғыҙ мәктәбендә бар. Яңы автобустар балаларҙы иртәнге һәм төшкө ашҡа, шулай уҡ төрлө сараларға, олимпиадаларға, ярыштарға йөрөтөү өсөн файҙаланыласаҡ. Марина Вишева Башҡортостан Республикаһы етәкселегенә ике автобус өсөн рәхмәт белдерҙе һәм киләсәктә лә мәктәптәрҙең автопаркын тулыландырыуҙы дауам итергә ниәтләйҙәрен әйтте.
2-се кадет мәктәбе директоры Виталий Шарапов та яңы автобусҡа бик шат булыуын белдерҙе.
- Кадеттар аҙна һайын төрлө хәрби-патриотик сараларҙа, ярыштарҙа һәм мәҙәни-күмәк сараларҙа ҡатнаша. Яңы транспорт кадет мәктәбен үҫтереүҙә һәм ҡалала кадет хәрәкәтен популярлаштырыуға ҙур йоғонто яһарға ярҙам итәсәк, - тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың бөтә мәктәптәре лә яңы уҡыу йылына әҙер. 1 сентябрҙә уларҙың ишектәрен 512 меңдән ашыу уҡыусы, шул иҫәптән 45 070 беренсе класс уҡыусыһы атлаясаҡ. Салауат ҡалаһында 18 дөйөм белем биреү мәктәбенә 14781 уҡыусы барасаҡ, уларҙың 1 339-ы - беренсе класс уҡыусылары.

Фото Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Мәктәптәргә яңы транспорт - балалар өсөн уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек
Мәктәптәргә яңы транспорт - балалар өсөн уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек
Мәктәптәргә яңы транспорт - балалар өсөн уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек
Автор: Дина Галеева
Читайте нас