- Колледждың юбилейын ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ? Юбилейлы йыл сиктәрендә саралар күп үткәрелдме?
- Оло юл үткән уҡыу йортонда эшләү бәхет тә, ҙур яуаплылыҡ та. Салауат медицина колледжы үҙенең 70 йыллығын яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршылай. Ошо йылдар эсендә меңәрләгән урта тармаҡ белгесе әҙерләнгән, улар республикала ғына түгел, унан ситтә лә уңышлы эшләй. Беҙ уҡытыу программалары өлкәһендәге ҡаҙаныштарыбыҙ, күп йылдар республиканың медицина ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Юбилейлы йыл әүҙем башланып китте. Эш биреүселәр менән ойошторолған түңәрәк өҫтәл, тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы үткәргән сара иң әһәмиәтлеләрҙән булды, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Беҙҙең ветерандар», «Беҙҙең сығарылыш уҡыусылары» тигән рубрикалар сыға башланы, методик комиссиялар ҙа үҙ яғынан бик күп эш башҡара. Байрамды абруйлы ҡунаҡтарҙы, ветерандарҙы, эш биреүселәрҙе, сығарылыш уҡыусыларын саҡырып ҙур тантана менән тамамларға ниәтләйбеҙ.
- Уның үткәненә бер аҙ байҡау яһап үтһәгеҙ ине. Төрлө йылдарҙа уға кемдәр етәкселек иткән?
- Йәш, төҙөлөүсе ҡалаға медицина белгестәре кәрәккәнгә күрә ошо уҡыу йортон асырға ҡарар ителә. 1955 йылдың авгусында барак бинала фельдшер мәктәбе асыла. Беренсе йылда унда 50 студент ҡына уҡый. Тәүге
директоры врач-акушер Хәлиҙә Вахитова була, колледжға 1966 йылға тиклем етәкселек итә. Уның тырышлығы менән училищеның уҡытыу-методика эшмәкәрлеге ойошторола, уҡыу йорто үҫешә башлай. Врач-хирург Шәмсинур Тереғолова директор булған осорҙа училищеның уҡытыу-матди базаһы булдырыла, профессиональ педагогик коллектив туплана. Юғары органдарҙың юлын күп тапай торғас, Шәмсинур Әхмәт ҡыҙы училищены әле колледж урынлашҡан бинаға күсереүгә ирешә. 1978 йылда 360 урынлыҡ дөйөм ятаҡ файҙаланыуға индерелә. Унан һуң төрлө йылдарҙа училищены Геннадий Гнетов, Фина Ишкинина, Ирек Дауытов, Вил Таһиров етәкләй. Уларҙың һәр ҡайһыһы уҡыу йортона ниндәйҙер үҙгәрештәр, инновациялар индерә, уның заман менән бергә атлауы өсөн тырышлыҡ һәм көс һала. 2016 йылда директор вазифаһына мин тәғәйенләндем.
- Үҙегеҙҙең хеҙмәт юлығыҙ тураһында бер аҙ мәғлүмәт.
- Яҙмышым туранан-тура Салауат медицина колледжы менән бәйле. Уны 1992 йылда тамамланым. Унан һуң Ишембай балалар поликлиникаһында фельдшер булып эшләнем, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға индем. Уны тамамлағандан һуң колледжға уҡытыусы булып урынлаштым. Ошо йылдар эсендә практика, уҡытыу эше буйынса бүлек мөдире булдым. Колледжды 2016 йылдан етәкләйем.
- Һеҙ етәкселек иткән осорҙа колледж ниндәй үҙгәрештәр кисерҙе?
- Хәҙер колледж заманса инновацион белем биреү ойошмаһы булараҡ үҫешә һәм төп маҡсаты булып сифатлы һөнәри белем биреү тора. Бөтә эшмәкәрлек өлкәләренә лә һанлы технологиялар индереү, уңайлы һәм хәүефһеҙ белем биреү процесын булдырыу буйынса әүҙем эш барыла, учреждениеның матди-техник торошо яҡшыртыла. Практик дәрестәрҙә студенттар буласаҡ һөнәр нигеҙҙәрен өйрәнә, һуңынан тәжрибәле остаздары етәкселегендә ҡаланың медицина учреждениеларында үҙ оҫталығын камиллаштыра. Студенттарҙың ялын ойоштороуға, патриотик тәрбиәгә, ирекмәнлек хәрәкәтен үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүленә.
- Һеҙҙең профессиональ үҫешегеҙгә ҙур йоғонто яһаған уҡытыусыларығыҙ кем булды?
- Төплө белем биргән, аҡыллы кәңәштәрен йәлләмәгән остаздарым Сәниҙә Хөсәйеноваға, Любовь Сивуховаға, Любовь Матвееваға, Рафина Тимероваға һәм Любовь Янгуловаға рәхмәттәрем сикһеҙ. Тап улар буласаҡ
һөнәремә ихтирам тәрбиәләне, дөрөҫ юл күрһәтте.
- Күп йыллыҡ тарихы булған төп кадрҙар әҙерләү учреждениеһына етәкселек итеүҙә ниндәй сифаттарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
- Иң мөһиме - комптенетлыҡ, командалаэшләү һәм кешелеклелек. Был сифаттар эште берҙәм алып алып барырға, һөҙөмтәләргә ирешергә, коллективта татыу мөхит тыуҙырырға булышлыҡ итә.
- Педагогик состав тураһында ни әйтә алаһығыҙ?
- Колледжда 38 уҡытыусы эшләй, уларҙың күбеһе юғары квалификациялы, ҙур тәжрибәле, барыһы ла үҙ эшенең оҫтаһы. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, уҡытыусыларҙың 70 проценты тирәһе - сығарылыш
уҡыусыларыбыҙ.
- Һеҙҙең колледжда йыл һайын нисә студент белем ала?
- Йыл һайын беҙҙең колледжда яҡынса 650 студент уҡый.
- Әле ҡабул итеү комиссиялары эшенең иң ҡыҙыу мәле. Буласаҡ абитуриенттарға колледжға уҡырға инеү шарттары, ниндәй бүлектәр барлығы тураһында һөйләп үтһәгеҙсе.
- Уҡырға ҡабул итеү кампанияһы 20 июндән башланды. Абитуриенттарҙы 9-сы һәм 11-се кластарҙан һуң түбәндәге йүнәлештәр буйынса ҡабул итәбеҙ: дауалау, акушерлыҡ һәм шәфҡәт туташы эше. Бюджет һәм коммерция нигеҙендә уҡыу мөмкинлеге бар. Уҡыу йортона егет һәм ҡыҙҙар аттестаттың уртасабалы һөҙөмтәләре буйынса ҡабул ителә, балл ни тиклем күберәк булһа, конкурсты үтеп, беҙҙең колледжға инеү ихтималлығы ла шул тиклем юғары. Әлеге ваҡытта беҙҙә уҡып сыҡҡан бөтә белгестәргә ихтыяж ҙур, шуға колледжы тамамлаусыларҙы республиканың медицина ойошмаларында бик көтәләр.
- Ниндәйҙер яңы йүнәлештәр индереү ниәте бармы?
- Эйе, белем биреү программаһын киңәйтеү мөмкинлеген ҡарайбыҙ - стоматология эше буйынса яңы белгеслек индереү уйы бар.
- Башҡа ҡала-райондарҙан килеп уҡыусылар өсөн дөйөм ятаҡтың булыуы ла мөһимдер.
- Эйе, ситтән килеүселәрҙең барыһына ла дөйөм ятаҡтан урын бирелә. Бүлмәләр 2-3 кешегә иҫәпләнгән, уңайлы йәшәү өсөн бөтә шарттар ҡаралған. Дөйөм кухняла студенттар ашарға бешерә ала, ял һәм уҡыу бүлмәләре лә бар.
Фотолар Салауат медицина
колледжынан.