Анна Курсакова 2-се гимназияла ул беренсе кластан уҡый. Мәктәптә тәүге көнөн ҡыҙ насар хәтерләй, әммә ата-әсәһе төшөргән сағыу фотолар күңелен йылыта.
- Мин мәктәпкә уҡырға бик теләп килдем. Күп яңы дуҫтар, бөтә нимәлә ярҙам итерҙәй уҡытыусылар таптым. Миңә яңы белем алыу оҡшай ине, шуға күрә тик яҡшы билдәләргә генә уҡыным, - ти Анна.
Туғыҙ йыл тиҙ үтә һәм төп дәүләт имтиханы ваҡыты етә. Аннаның информатиканы өйрәнеүгә ынтылышы туғыҙынсы класта барлыҡҡа килә, шуға күрә уны ул имтихан тапшырыу предметы итеп һайлай.
- Был минең тормошомдоң тәүге етди имтихан булды, әммә мин яҡшы әҙерләндем, шуға үҙемде ышаныслы тоттом. Информатика - яңы, мауыҡтырғыс һәм бик популяр өлкә. Туғыҙынсы, унынсы һәм ун беренсе кластарҙа ныҡлап әҙерләндем, Берҙәм дәүләт имтиханында ла информатиканы тапшырырға булдым. Башлыса был предмет миңә аңлау өсөн ябай. Көн һайын әҙерлеккә бер нисә сәғәт бүлдем, ял көндәре лә ойошторҙом, дуҫтарым менән осраштым. Ҡалала беҙҙең иң яратҡан урындарҙың береһе - төҙөкләндерелгән Батыр аллеяһы, - тип уртаҡлаша ҡыҙ.
Анна информатика буйынса имтиханды 10 июндә тапшыра. Уның һүҙҙәренсә, был көн календарҙа ҡыҙыл төҫ менән билдәләнәсәк.
- Имтихандың тәүге һөҙөмтәләрен дуҫыма ҡарарға ҡуштым һәм уның йөҙөнән барыһы ла килеп сыҡҡанын аңланым. Һуңынан үҙем ҡараным - шок булды. Әммә, танырға кәрәк, мин шулай буласағын белә инем. Ата-әсәйем ҡыуандылар һәм маҡтанылар, - тип һөйләй Анна.
БДИ-ла ҡыҙ өс предмет тапшыра: информатиканан - 100, математиканан - 88, рус теленән 86 балл йыя.
Һәр Салауат уҡыусыһы «Баллы бал»ға эләгергә хыяллана. Анна ла унда ҡатнашасағын белеп, күлдәген һәм аяҡ кейемдәрен әҙерләп ҡуя.
Байрамдан һуң икенсе көндө ҡыҙ аттестат алыу менән юғары уҡыу йорттарына документтар ебәреү менән шөғөлләнә. Санкт-Петербург университеттарының береһенә уҡырға инергә һәм «Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге» һөнәре буйынса уҡырға ниәтләй.
- Информатиканы өйрәнеү миңә һәр ваҡыт бик оҡшаны. Университетта дүрт йыл уҡыясаҡмын, бәлки, һуңынан магистратураны ла тамамлармын. Уҡыуҙан һуң берәй ҙур IT-компанияға эшкә урынлашырға һәм граждандарҙың мәғлүмәттәрен киберһөжүмдәрҙән һаҡларға мөмкинлек биргән программалар, инструменттар эшләү менән шөғөлләнергә ниәтләйем. Минеңсә, был үҫеш өсөн иң ҡыҙыҡлы йүнәлештәрҙең береһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер кибер мутлашыусылар күп, шуға күрә енәйәтселек менән көрәш беренсе урында тора.
Санкт-Петербург менән ҡыҙҙы үҙенсәлекле тарих бәйләй. Уның ата-әсәһе табиптар. Улар тап ошо ҡалала медицина университетында уҡыған саҡта танышҡан, ғашиҡ булған һәм туй үткәргән.
- Тәүге тапҡыр Санкт-Петербургҡа 10 йәшемдә барҙым. Был ҡалаға шунда уҡ ғашиҡ булдым! Шул мәлдә мин унда ғүмер буйы йәшәргә теләүемде аңланым. Ул иҫ киткес ҙур, уны өйрәнеү ауыр кеүек тойола, әммә мин быға ынтыласаҡмын, - тип уртаҡлаша Анна. - Башҡортостан менән Салауат минең йөрәгемдә ҡаласаҡ, сөнки был минең йортом. Өҫтәүенә бында минең дуҫтарым, шуға күрә мин бында ҡайтырға, улар менән осрашырға һәм ҡаланың нисек үҙгәргәнен белергә тырышасаҡмын.
Алена Бизикина фотоһы.