Ул - Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсында «Уҡытыусы - профессионал» номинацияһы лауреаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Салауат башҡарма комитетының актив ағзаһы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү программаһының һәм профком эшенең әүҙем ҡатнашыусыһы, йыш ҡына төрлө конкурстарҙа үҙ көсөн һынай, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа жюри составында эшләй. Мөғәлимә студенттарҙы шулай уҡ төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуға әйҙәүсе, әҙерләүсе булып тора һәм уларҙың уңыштары, ҡаҙаныштары, еңеүҙәре бихисап, был да педагог өсөн оло ғорурлыҡ.
- Гульфиназ Хәйернас ҡыҙы, «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсы финалсыһы булыуығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Был конкурста ҡатнашырға нисек йөрьәт иттегеҙ?
- “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” конкурсы 2014 йылда Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Гөлнур Ҡолһарина инициативаһы менән башланған проект. 2022 йылдан Бөтә Рәсәй форматына күсә. Быйыл ул туғыҙынсы тапҡыр ойошторолдо. Конкурстың төп маҡсаттарының береһе - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, үҫеп килгән быуынды халыҡ традициялары һәм патриотизм рухында тәрбиәләү. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡаҙаныштары 7 номинация буйынса билдәләнде: «Мәҙәниәт», «Педагог», «Бизнес-леди» «Оҫтабикә», «Медицина хеҙмәткәре», «Ағинәй» һәм «Ирекмән». Мин «Педагог» номинациаһында ҡатнаштым. Үҙемдең яратҡан ғаиләм, эшем, ҡаҙаныштарым тураһында портфолио төҙөп ебәрҙем. Конкурстың положениеһын алғас Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжы директоры Зөлфиә Ишембәтова менән кәңәшләштем. Ул мине конкурста ҡатнашырға дәртләндерҙе, ғөмүмән, етәксебеҙ беҙҙең, уҡытыусыларҙың һәр башланғысын күтәреп ала, ярҙам итә. Мин коллдежда эшләмәһәм, ошолай ҙур конкурста ҡатнаша алмаҫ инем. Ошо уңайҙан ҡулланып, Зөлфиә Биктимер ҡыҙына оло рәхмәтемде еткергем килә.
- Бүләкләү тантанаһынан алған тәьҫораттарың?
- Конкурста бөтәһе 14 төбәктән 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Йөҙәрләгән кеше араһынан финалсы булыуыма бик шатландым, әлбиттә.“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” конкурсынан ыңғай тәьҫораттар менән ҡайттым. Иң мөһиме илебеҙҙең яҙмышына битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп булыуы ҡыуандырҙы.
- Үҙең һәм эшмәкәрлегең хаҡында: тап педагогия һуҡмағынан китәсәгеңде бала саҡтан билдәләп ҡуйғайныңмы?
- Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма әсәйем булышлыҡ итте. Ул миңә бәләкәйҙән үк уҡытыусы һөнәренә һөйөү уятты, минең белемгә ынтылышыма барлыҡ көсөн һалды. Мин үҙ эшемде ныҡ яратам. 2001 йылда Cалауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжын тамамланым. 2007 йылдан алып колледжда эшләйем, мин үҙемде башҡа эш урынында күҙ алдына ла килтерә алмайым.
- Хәҙерге йәштәр менән эшләүе ауырмы?
- Студенттар менән эшләүе ауыр тип әйтә алмайым. Йәштәр менән бергә янып-көйөп, уларҙың уңыштарына ҡыуанып, төрлө сараларҙа ҡатнашып йәшәһәң, үҙең дә һәр ваҡыт йәш булып ҡалаһың бит.
- Төп хеҙмәтеңдән тыш, һин йәмәғәт эштәрендә лә әүҙемһең - ошо хаҡта.
- Эйе, әлеге ваҡытта Салауат башҡорттары ҡоролтайы ағзаһымын. Шул юҫыҡта ла әүҙемлек күрһәтергә тырышам.
- Студенттарға белем һәм тәрбиә биреү күп ваҡытты ала, ғаиләңә, үҙеңә ваҡыт ҡаламы?
- Теләһәң, ваҡыт бүлергә мөмкин. Ял көндәре ғаиләм менән булырға тырышам. Ял ваҡыттарын бергә үткәреү кеүек традицияларҙы тотабыҙ.
- Һинең тормош девизың ниндәй? «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе», ә тағы ла ҡатын-ҡыҙҙың төп сифаттары...
- Минең тормош девизым “Хәрәкәттә - бәрәкәт”. Был тормошта тырыш булһаң, барыһында булдырып була.
Ҡатын-ҡыҙ зауыҡлы, бөхтә, үҙ-үҙенә ышанған, яғымлы, белемле... Һанай китһәң, ул сифаттарҙың иге-сиге юҡтыр.Ҡатын-ҡыҙҙың төп бурысы - әсә булыу, бала бағыу, ғаилә ҡарау, тәрбиә биреү, белемле, көслө рухлы, телен, илен яратҡан киләсәк быуын үҫтереү.
- Гәзит уҡыусыларға теләктәрең.
- Һау-сәләмәт булһындар, яҡты уй-хыялдар менән янып йәшәһендәр, китап-журналдарҙы күберәк уҡыһындар. Иң мөһиме - мөғжизәгә ышанып, тормошто яратып йәшәһендәр!
- Әңгәмә өсөн рәхмәт. Артабанғы эшегеҙҙә лә уңыштар юлдаш булһын!
Фото Гөлфиназ Шәрәфетдинованан.