Шайморатов уйындары йылына ике тапҡыр үткәрелә: ҡышҡыһы - Ватанды һаҡлаусылар Көнө алдынан, йәйгеһе - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөнә арнап Республика Көнө алдынан. Быйыл ҡышҡы Шайморатов уйындары һигеҙенсе тапҡыр уҙа. Унда ҡатнашыусы уҡыусыларға үҙҙәрен физик яҡтан ғына түгел, интеллектуаль яҡтан да күрһәтергә тура килә.
Башҡорт гимназияһы уҡыусылары Шайморатов уйындарында ҙур теләк менән ҡатнаша. «Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен иң яҡшы белеүсе» номинацияһында еңеүсе Динара Хәсәнова үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Шайморатов уйындарына барыуыма бик шатмын. Уйындарға килгәс, беҙҙе ирекмәндәр ҡаршы алды. Уйындары башланыуы тураһында иғлан ителгәс, грамматика буйынса күнегеүҙәр, тарихи лабиринт һынауҙары уҙҙы, һуңынан спорт ярыштары: автоматты йыйыу, һүтеү, уҡтан атыу, узелдар бәйләү. Һуңынан музейға барҙыҡ, унда беҙҙе мәктәп тарихынан ҡыҙыҡлы факттар менән таныштырҙылар.
- Үҙеңде ҡайҙа күберәк күрһәттең, тип уйлайһың?
- Минеңсә, грамматика менән бәйле ярышта. Улар бик еңел ине.
- Уҡтан атыу оҫталығы һиндә ҡайҙан?
- Бала саҡтан уҡ атай менән олатайым уҡтан атырға өйрәттеләр.
Динара 25-се башҡорт гимназияһында икенсе кластан уҡый. Башланғыс кластарҙан һуң бишенселә Шайморатов класы ойошторола, ҡыҙ хәҙер унда белем ала.
- Беҙҙә Шайморатов класы булыуына бик шатландым. Өсөнсө кластан уҡ шайморатовсы булырға хыялландым,-ти ул. - Класыбыҙ дуҫ һәм беҙ һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ.
Динара Хәсәнова бик яҡшы уҡый, бейеү һәм вокал менән шөғөлләнергә лә өлгөрә. Уҡыу фәндәренән ул рус телен һәм әҙәбиәтен, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, инглиз телен ярата, олимпиадаларҙа ҡатнаша, муниципаль этап призеры булған. Испан телен үҙаллы өйрәнә.
Ҡыҙ өсөн номинация алыу көтөлмәгән хәл булған. Шайморатов уйындарында ҡатнашыу иң сағыу тәьҫораттар ҡалдырған һәм ул тағы ла сараға барырға хыяллана.
- Был сәйәхәт миңә артабан үҫешергә, уҡтан атыуҙы дауам итергә һәм, әгәр мине тағы бер тапҡыр һайлап алһалар, киләһе уйындарға әҙерләнергә мөмкинлек бирә, - тип уртаҡлаша Динара. - Беҙ хәрбиҙәр менән осраштыҡ. Бер яугирҙың минаға баҫып яраланыуы һәм хәрби иптәштәре уны бер нисә километр ҡулда күтәреп алып барыуы тураһында һөйләгәне хәтергә уйылып ҡалды.
- Динара Хәсәнова Башҡортостандың дәүләт телдәрен яҡшы белеүе менән айырылып тора. Ҡыҙ тәрбиәле, һәр ерҙә өлгөрөргә тырыша. Ул яҡшы уҡый, уҡтан яҡшы атыу, автомат йыйыу оҫталығы менән айырылып тора. Ҡыҙ һәр яҡлап үҫешкән, күп уҡый, фекерләү даирәһе киң, - тип уртаҡлаша 5а класы етәксеһе Элиза Измайлова.
Ҡышҡы Шайморатов уйындарында уҡыусылар Рәсәй һәм Башҡортостан тарихы, Рәсәй Федерацияһының Һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре (рус һәм башҡорт), хәрби эш (автоматты һүтеү һәм йыйыу, магазинды патрондар менән йыһазландырыу, узелдар бәйләү, традицион башҡорт уҡтарынан атыу) буйынса белемдәрен, оҫталыҡтарын күрһәтә.
Динара Хәсәнованан тыш, уйындарҙа 25-се башҡорт гимназияһының бишенсе класынан тағы өс уҡыусыһы - Милана Рәхимҡолова, Динислам Ҡарабаев һәм Таһир Ғайсин ҡатнаша. Ҡалабыҙ исеменән сығыш яһаған команда Башҡортостан дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-се класы уҡыусылары араһында Рәсәй Геройы генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге кубокка «Ҡышҡы шайморатов уйындары» республика этабы призеры булараҡ Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы дипломы менән бүләкләнә.
- Быйылғы уҡыу йылында миңә бишенсе шайморатов класын бирҙеләр. Класс бик татыу, уҡыусылар әүҙем булырға, уҡыуҙа ла, физик әҙерлектә лә үҙен күрһәтергә ынтыла. Шайморатов уйындарында беҙҙең класс вәкилдәренең үҙҙәрен бик яҡшы күрһәтеүҙәренә шатбыҙ, - ти Элиза Измайлова.
- Миңә уҡтан атыу, шулай уҡ автоматты йыйыу һәм һүтеү оҡшаны. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының һөйләгәндәре иҫтә ҡалды, - тип уртаҡлаша Милана Рәхимҡолова.
- Ҡышҡы Шайморатов уйындарында хәррби әҙерлек буйынса оҫталыҡтарыбыҙҙы күрһәттек. Яугирҙарҙың хәрби юлдары хаҡындағы бәйән итеүҙәрен ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ. Генерал Шайморатов етәкселегендәге 112-се кавалерия дивизияһына арналған викторина һорауҙарына яуап бирҙек, - ти Динислам Ҡарабаев.
- Миңә Шайморатов уйындарында ҡатнашыу оҡшаны, ҙур тәьҫораттар алдыҡ һәм һәр ваҡыт хәтерҙә һаҡланасаҡ. Махсус хәрби операция яугиры менән әңгәмәләшкәндә уларҙың ниндәй хәрби бурыстар үтәүен белеү бик ҡыҙыҡлы булды, - ти Таһир Ғайсин.
Фото 25-се башҡорт гимназияһынан.