- Һеҙ ҡасан да булһапедагог булырһығыҙ һәм балалар баҡсаһы һеҙҙең эш урынығыҙ булыр тип уйлағайнығыҙмы?
- Бәләкәй саҡта һәр беребеҙ үҫкәс кем булырын уйлай. Ул турала хыялланмаһаҡ та, балалар баҡсаһы һәм мәктәп шундай уйҙарға этәрә. Минең менән дә шулай булды. Балалар баҡсаһында уҡ мин тәрбиәсе булырға ҡарар иттем. Тәрбиәсенең: «Кем булырға теләйһең?» тигән һорауына шул саҡта уҡ яуап биргәйнем. Йылдар үтте, мәктәпте тамамлауға мине был һөнәрҙе һайламаҫҡа күндерҙеләр. Һәм мин педагогия училищеһына уҡырға инмәй, 133-сө лицейға һатыусы һөнәре буйынса киттем. Уҡыуҙы тамамлағас, кейәүгә сыҡтым. Өлкән улым, һуңынан икенсеһе һәм иң бәләкәс ҡыҙым менән декретта ултырҙым. Эшкә сығырға ваҡыт еткәс, балаларыма яҡыныраҡ булыу теләге мине балалар баҡсаһына алып килде. Мин кесе тәрбиәсе булып урынлаштым. Ошонда мин бала саҡ теләгемдең юғалмауын аңланым. Салауат педагогия колледжына уҡырға индем һәм тәрбиәсе булып эш башланым.
- Тәрбиәсе булараҡ, үҙ миссияғыҙҙы нимәлә күрәһегеҙ?
- Мин балаларҙы яратыуым өсөн был һөнәрҙе һайланым. Кескәйҙәрҙең эскерһеҙлеге, ихласлығы оҡшай. Улар менән һөйләшергә, нимәгәлер өйрәтергә, уйнарға, ваҡытты файҙалы итеп үткәрергә яратам. Киләсәгебеҙ балаларыбыҙҙы нисек тәрбиәләүгә бәйле булырына ышанам.
- Ҡайһы ваҡытта ата-әсәгә бер баланы ла тәрбиәләү ауырға төшә, тотош бер төркөм балаларҙы нисек тыңлатаһығыҙ?
- Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе - «икенсе әсәй», кескәйҙәрҙе хыял иленән өлкәндәр донъяһына алып сығыусы. Һәм күп осраҡта юл күрһәтеүсенең ниндәй булыуы уларҙың бараһы тормошон билдәләй. Бала баҡсаға теләп килергә, бында хәстәрлек, аңлау тойорға тейеш. Әлбиттә, малай-ҡыҙҙарға тәрбиә процесының ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булыуы шарт.
- «Йыл тәрбиәсеһе» конкурсының бер этабы - бөтөнләй таныш булмаған балалар менән асыҡ дәрес. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә улар менән танышып, уларҙы мауыҡтырып, нимәгә өйрәтеп өлгөрҙөгөҙ?
- Дөрөҫөн әйткәндә, дәрес алдынан бик борсолдом, үткәрә алырмынмы тип хафаландым. Әммә тәжрибәле коллегаларым менән бергә дәресемдең кәрәкле
урындарын төҙәтеп, балалар менән әңгәмәлә нимәгә иғтибар итергә, һәр сабыйҙы нисек ҡыҙыҡһындырырға кәрәклеген билдәләп, еңеп сыҡтыҡ.
- «Йыл тәрбиәсеһе» конкурсында ҡатнашыуҙан үҙегеҙгә нимәләр алдығыҙ?
- Тәү сиратта, үҙ-үҙеңде үҫтереү буйынса үргә атлау, һөнәри оҫталығымды арттырыу, ҙур аудитория алдында сығыш яһай алыуға ышанысымды тикшереү. Һәр
конкурста ҡатнашыу һөнәри оҫталыҡтан тыш, тулҡынланыу, борсолоу, ҡыуаныу кеүек хис- -тойғолар ҡалдыра. Һөнәри конкурстарҙа ҡатнашыу тәрбиәсегә үҙенең социаль статусын күтәрергә, коллегаларының тәжрибәһен өйрәнергә, ижади потенциалын тормошҡа ашырырға, үҙ һәләттәрен үҫтерергә, профессиональ кимәлдә яңы бәйләнештәр булдырырға мөмкинлек бирә, тип иҫәпләйем. Конкурста еңеүем үҙемә һәм үҙ көсөмә, дөрөҫ йүнәлештә барыуыма, юғары квалификация категорияһын алырға юл асты.
- Эшегеҙҙең башҡалар белмәгән сере бармы?
- Сер ябай - яҡшы педагог һәр ваҡыт балаға ярҙам итергә, уның дуҫы булырға тырыша. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, эшемә рәхәтләнеп йөрөйөм. Мин үҙ һөнәремде, коллегаларымды һәм балалар баҡсаһына килгән һәр сабыйҙы яратам. Тәрбиәсе булыу еңелдәрҙән түгел, әммә балалар баҡсаһы - ул үҙеңде бала итеп тойоу урыны, ихлас балалар менән аралашыу, уларҙың ҡосаҡлауҙары бөтә ҡыйынлыҡтарҙы икенсе планға күсерә һәм һин дәртләнеп эшләүеңде дауам итәһең.
Гөлиә НУРИМАНОВА.
Фото Светлана Мусинанан.