Парад формаһындағы егеттәрҙе һәм бал күлдәктәрендәге ҡыҙҙарҙы мәктәп директоры Виталий Шарапов сәләмләне. “Кадет балы - буласаҡ офицерҙың иң яҡшы сифаттарын тикшереү. Бында, батырлыҡ, матурлыҡ һәм илаһилыҡ бергә үрелә,» - тине ул.
Директорҙың һүҙҙәрен иҫбатлап, байрамды егеттәр кадет маршы менән асып ебәрҙе. Аҙаҡ малайҙар һәм ҡыҙҙар падеграс, кадет кадриле, вальс көйҙәренә әйләнде.
Кадет балын шиғырҙар һөйләү бәйгеһе биҙәне. Уҡыусылар бөйөк шағирҙарҙың Тыуған ил, илһөйәрлек, батырлыҡты, халыҡыбыҙҙың ҡаҡшамаҫ көсөн данлаған әҫәрҙәр ятлап ярышты. Бәйгелә 10а класы кадеты Ярослав Кулагин еңеү яуланы, икенсе урында - 8а класы кадеты Азалия Шафиҡова, өсөнсөлә - 8б класы кадеты Анатолий Миключев.
Байрам һуңында балдың короле һәм королеваһы һайланды. Быйыл таждарҙы 11а класы кадеты Кирилл Потапов һәм 10а класынан Екатерина Осенова кейҙе.
- Беҙ бейеүҙәрҙе өйрәнеүгә ваҡытты йәлләмәнек. XIX быуат дәүере ваҡиғаларына инеп китеү ҡыҙыҡлы ғына түгел, ә тулҡынландырғыс та булды. Беренсе тапҡыр ҡатнаштым һәм шунда уҡ юғары баһа аллдым, мин быға бик шат, - тип үҙенең хистәре менән уртаҡлаша еңеүсе ҡыҙ.
- Мин ҡыҙҙарға күберәкиғтибар иттем, бигерәк тә уларҙың тыйнаҡлығына, шул осорға тап килеүҙәренә һәм бейеү ваҡытында йөҙҙәрендә сағылған хистәргә ҡараным, - тип һөйләй баһалама ағзаһы Елена Симонова.
Егет-ҡыҙҙар бер нисә номинацияла билдәләнде.
- Беренсе тапҡыр ҡатнаштым һәм бик ҡәнәғәтмен. Бөтәһе лә матур итеп кейенгән. Тулҡынланып бейенем, мине билдәләп үтерҙәр тип уйламаным, бик шатмын, - тип тәьҫораттары менән бүлешә «Илһамлы һылыу» Полина Козлова.
Кадет мәктәбе коллективы әйтеүенсә, балалар балға бер ай самаһы әҙерләнә һәм уға бөтә яуаплылыҡ менән ҡарай, шуға күрә бал күркәм килеп сыға.
Гөлиә НУРИМАНОВА.
Автор фотоһы.