газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Февраль , 16:35

Салауатта «Иң яҡшы кадет» республика конкурсының мәктәп этабы үтте

2-се кадет мәктәбенең бишенсе-унынсы кластары уҡыусылары Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы профиле буйынса бәйгелә сығыш яһап, уҡыу йылдарында алған белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтте.

Салауатта «Иң яҡшы кадет» республика конкурсының мәктәп этабы үтте
Салауатта «Иң яҡшы кадет» республика конкурсының мәктәп этабы үтте

- Уҡыусыларыбыҙ йыл һайын «Иң яҡшы кадет» республика конкурсында ҡатнаша. Тәүҙә улар мәктәп этабында, һуңынан иң яҡшылар төбәк этабында һынау тота. Быйыл конкурс Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусы йылына арнала. Был юлы беҙ малайҙарҙы ғына түгел, ҡыҙҙарҙы ла ҡатнашырға саҡырҙыҡ, - тип һөйләй 2-се кадет мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Айгөл Иванова.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мәғарифтың мәктәп системаларын яңыртыу» федераль проекты сиктәрендә былтыр салауаттың дүрт мәктәбендә күләмле ремонт башланды. Шул иҫәптә 2-се кадет мәктәбе яңы төҫ аласаҡ.
- Әлеге ваҡытта 2-се кадет мәктәбе 11-се мәктәп нигеҙендә эшләп килә. Шуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар ныҡлы әҙерләнеү мөмкинлеге тапты, кемдер коридорҙарҙа, кемдер спорт залында шөғөлләнде, - тип хәбәр итә Айгөл Иванова.


6 февралдә иң көслөләр исеменә бишенсе һәм алтынсы кластарҙың 19 уҡыусыһы көрәшә. Малайҙар һәм ҡыҙҙар турникта күтәрелеү, иҙәнгә ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү, оҙонлоҡҡа һикереү, йүгереү, сафта йөрөү әҙерлеген күрһәтә, шулай уҡ ни өсөн кадет булырға ҡарар итеүҙәре тураһында һөйләп матур телмәр тота. Беренсе көн йомғаҡтары буйынса лидерҙар булып 6б класы уҡыусыһы Илдар Аманов һәм 6в уҡыусыһы Ульяна Юдичева таныла. Икенсе урындарҙы 6в класынан Ислам Ҡыуатов һәм 5в класынан Аделина Нағоманова яулай. Өсөнсө урында - 5а класы уҡыусылары Никита Запаренко һәм Арина Усманова.


7 февралдә иң яҡшы кадеттарҙы етенсе - һигеҙенсе һәм туғыҙынсы - унынсы кластарҙың 29 уҡыусыһы араһынан билдәләйҙәр. Ярыштар программаһында шул уҡ һынауҙар була һәм автоматты йыйып, һүтеү, унан атыу, янғын эстафетаһын үтеү, топография һәм ориентирлашыу, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү өҫтәлә.
Икенсе көн һөҙөмтәләре буйынса быйыл Өфөлә республика этабында еңеүсе исеме өсөн көрәшәсәк иң яҡшы кадеттар билдәләнә.
- Быйыл конкурстың республика этабына ике йәш төркөмөндә бер юлы дүрт уҡыусы: Константин Панфилов, Азалия Шафиҡова, Ярослав Кулагин һәм Арина Баймырҙина бара. Улар етенсе-һигеҙенсе һәм туғыҙынсы-унынсы класс уҡыусылары. Республика этабы март айында уҙа. Был ваҡытҡа беҙ һәр ҡатнашыусы өсөн ижади номерҙар әҙерләйәсәкбеҙ, - ти Айгөл Иванова.
Алда тағы бер йыл, шулай ҙа Ярослав Кулагин Һәм Арина Баймырҙина хәрби йүнәлештәге юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға әүҙем әҙерләнә. Арина кем булырға икәнен хәл итә, Ә Ярослав осоусы булырға теләүен ныҡлы белә.
- Кадет булыу дисциплина, уҡытыусыларға ихтирам тәрбиәләй. Конкурсҡа үҙ аллы әҙерләндем. Республика этабында иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеү өсөн бөтә көсөмдө һалырға тырышасаҡмын, - тип уртаҡлаша егет.


- Бала сағымда өлкән апайым миңә өлгө булып торҙо. Ул кадет мәктәбендә уҡый. Асыҡ маршты, сафтың синхронлығын һәм кадет формаһының матурлығын күреп, мин дә кадет булырға ҡарар иттем. Беренсе кластан беҙҙә саф әҙерлеге дәрестәре үтә, етенсе кластан хәрби әҙерлек башлана, ә унынсы класта медицина ярҙамы курстары үтә. Республика этабында мөмкинлектәремде күрһәтеп, еңеү яуларға теләйем. Беҙҙең кадет мәктәбе бөтәһен дә хайран ҡалдырыр тип ышанам! - тип белдерә ҡыҙ.

Алена Бизикина фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: