газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10
Мәғариф
27 Декабрь 2024, 11:05

Тағы ла яҡшыраҡ булырға

Яңы йыл алдынан Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайында дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларының, музыка, сәнғәт һәм спорт мәктәптәренең юғары һөҙөмтәләргә ирешкән уҡыусыларын һәм педагогтарын тәбрикләнеләр.

Тағы ла яҡшыраҡ булырға
Тағы ла яҡшыраҡ булырға

- Ҡәҙерле балалар! Һеҙҙе, талантлы уҡыусыларҙы, яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым. Һәр ҡайһығыҙ билдәле бер уңыштарға өлгәште, әммә яңы үрҙәрегеҙҙең алда булыуына ышанам. Яңы йылда тағы
ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштар көтөп торһон, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын. Шуны белегеҙ, һеҙ - илебеҙ, ҡаланың киләсәге. Байрамды яҡшы кәйефтә, киләсәккә өмөт менән ҡаршылағыҙ, - тине ҡотлауында ҡала хакимиәте
башлығы Альберт Моталов.
Ул лайыҡлыларға үҙ наградаларын һәм бүләктәр тапшырҙы. Ҡала хакимиәте башлығы стипендияһына ҡала мәктәптәре, музыка, сәнғәт, спорт мәктәптәре  уҡыусылары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре лайыҡ булды. Остаздарҙың тырыш хеҙмәттәре лә билдәләнде. Ул көндө БР Башлығы стипендиаттары Даниил Иванов менән Марк Комендантов та бүләкләнде.
“Алмаз” спорт мәктәбе директорының спорт эше буйынса урынбаҫары Айгөл Зиннәтнурова әйтеүенсә, уларҙың мәктәбендә быйыл стипендиаттар күп.
- Бөгөн сараға коллегам Валентина Кулагина менән килдек, уның тәрбиәләнеүселәре - икәү, минеке - өсәү. Спортсыларыбыҙ уҙып барған йылда күрһәткән уңыштары өсөн ҡала хакимиәте башлығы стипендияһын ала. Улар араһында йөҙөү буйынса Рәсәй беренселеге ҡатнашыусылары, спорт мастерлығына кандидаттар, республиканың йыйылма командаһы ағзалары, Бөтә Рәсәй һәм республика ярыштары ҡатнашыусылары,
чемпионаттар һәм беренселек еңеүселәре һәм призерҙары бар. Спорттан тыш, уҡыусыларыбыҙ ГТО-ның алтын билдәләренә эйә, улармәктәп тормошонда ла актив ҡатнаша, - ти Айгөл Айрат ҡыҙы.
2-се гимназияның 9-сы класс уҡыусыһы Дарина Бәширова ҡала хакимиәте башлығы стипендияһына икенсе йыл рәттән эйә. Шулайҙыр ҙа, сөнки ҡыҙҙың еңеүҙәре һәм уңыштары бихисап. Ул - астрономия буйынса Санкт-Петербург олимпиадаһы еңеүсеһе, Стурве исемендәге астрономия буйынса олимпиаданың төбәк этабы, “Кентавр” халыҡ-ара инженер олимпиадаһы призеры, “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсы финалсыһы.
- Беҙҙең үҙебеҙҙең гимназияның да стипендияһы бар, уны бишенсе йыл рәттән алам. Ҡаҙаныштарым  арҡаһында ике тапҡыр Ҡырымдағы танылған “Артек” балалар лагерында, Анапала ял иттем. Унда төрлө кешеләр
менән осраштым, үҙем өсөн яңы нимәләр астым, белемемде камиллаштырҙым. Барыһы өсөн дә математика уҡытыусыһы Ираида Якимовнаға һәм ата-әсәйемә рәхмәтлемен. Ҡалала еңеүҙәргә ынтылырға тырышҡан талантлы балаларҙың һәләтен күреүҙәре, ошондай стипендия булдырыуҙары бик яҡшы. Киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ булырға тырышырға ине, - тип уртаҡлаша Дарина.

Тағы ла яҡшыраҡ булырға
Тағы ла яҡшыраҡ булырға
Тағы ла яҡшыраҡ булырға
Тағы ла яҡшыраҡ булырға
Тағы ла яҡшыраҡ булырға
Тағы ла яҡшыраҡ булырға
Автор:Дина Галеева
Читайте нас: