газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Декабрь , 13:35

Уҡытыусыға ҡытлыҡ булмаясаҡ

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 декабрь Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дүрт сәғәттән ашыу дауам иткән «тура бәйләнеш» үткәрҙе. Ул 65 һорауға яуап бирҙе. Бөтәһе 9,5 меңдән ашыу мөрәжәғәт алынған, уларҙың яртыһынан күберәге тура эфир ваҡытында килгән.Һорау эфирҙа яңғырамаһа ла, уны иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар. Тап шундай мәсьәләләрҙең береһе - 25-се башҡорт гимназияһында математика уҡытыусыһы булмауға бәйле һорау алынған.

Уҡытыусыға ҡытлыҡ булмаясаҡ
Уҡытыусыға ҡытлыҡ булмаясаҡ

- Яңы уҡыу йылының беренсе сентябренә бөтә кластар уҡытыусылар менән тәьмин ителеп, дәрестәр һаны бүленеп, математика уҡытыусыһының етешмәү проблемаһы булманы. Әммә 5 ноябрҙә, ғаилә шарттары буйынса, төп математика уҡытыусыһы эштән китте. Беҙ уҡытыусы эҙләй башланыҡ, әммә был тиҙ эш түгел. Предметсы булмаған ваҡытта был уҡытыусының дәрестәрен гимназияла эшләгән башҡа математика уҡытыусыларына бүлдек. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, беҙҙең бер уҡытыусыбыҙ оло йәштә һәм ҙур йөкләмәгә ризалашманы һәм бер класс 1-2 аҙна уҡытыусыһыҙ ҡалды һәм шул ваҡытта ата - әсәләрҙең береһе республика Башлығына мөрәжәғәт итте, -тип һөйләй 25-се башҡорт гимназияһы директоры Фирҙәүес Хисмәтуллина.


Әлеге ваҡытта гимназияла 781 уҡыусы белем ала һәм республика кимәлендә күтәрелгән проблема хәл ителгән. Бөтә кластар математика уҡытыусылары менән тәьмин ителгән. Гимназияла математика уҡытыусылары булып өс төп хеҙмәткәр һәм бер алмаш уҡытыусы эшләй.
- Яңы уҡыу йылы башында мин 35 сәғәт менән уҡыттым, ун беренсе класты ла алырға һорағас, йөкләмә артты, тимәк, көн һайын 8-9 дәрес, - ти 25-се башҡорт гимназияһының математика уҡытыусыһы Элиза Измайлова.


Мәктәптәрҙә кадрҙар етешмәү менән хәл йылдан-йыл арта. Йәш уҡытыусылар һөнәре буйынса эшкә килгән осраҡта ла, оҙаҡ эшләмәй икенсе өлкәгә күсә. Был проблеманы 14 майҙа төбәк Башлығы студенттар, буласаҡ педагогтар менән осрашыу барышында ла белдерҙе.

Гимназия төрлө ысулдар менән уҡытыусылар етмәү мәсьәләһен хәл итергә тырыша. Хәҙер гимназияла эшләпләп килгән IT түңәрәгендә эшләүсе өҫтәмә белем биреү педагогы математика һәм информатика профилдәре буйынса ҡайтанан уҡырға ебәрелгән.


- Беҙ һәр ваҡыт юғары уҡыу йорттарына, мәҫәлән, Нефть университетының Салауат филиалына мөрәжәғәт итәбеҙ. Шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалына математика һәм физика факультеты менән эшләйбеҙ. Әммә йәштәр мәктәпкә барырға ынтылмай, сөнки йөкләмә лә, яуаплылыҡ та ҙур. Пенсионер уҡытыусыларға ла мөрәжәғәт итәбеҙ. Быйылдан маҡсатлы йүнәлеш буйынса уҡып сыҡҡан уҡыусыбыҙ эш башланы.Ул тап математика дәресен алып бара, - ти гимназия директоры.



Уҡытыусыға ҡытлыҡ булмаясаҡ
Уҡытыусыға ҡытлыҡ булмаясаҡ
Уҡытыусыға ҡытлыҡ булмаясаҡ
Уҡытыусыға ҡытлыҡ булмаясаҡ
Уҡытыусыға ҡытлыҡ булмаясаҡ
Уҡытыусыға ҡытлыҡ булмаясаҡ
Автор:
Читайте нас: