газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь , 10:20

Салауатта Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар һаны арта

Башҡортостан мәктәптәрендә илһөйәрлек үҫеше айырым мәғәнәгә эйә. Ул йәш быуында гражданлыҡ фекерҙәре оҡшашлығын булдырыуға булышлыҡ итә. Был балаларға һәм үҫмерҙәргә тыуған иленә һөйөү тәрбиәләүгә, уның тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын һәм телен ихтирам итеүгә мөмкинлек бирә. Патриотизм үҙ илеңдең киләсәге өсөн яуапыллыҡ тойғоһо тәрбиәләй. Шулай уҡыу йорттары уҡыусыларҙа үҙ иленә ихтирам тәрбиләй һәм уны үҫтереүҙә, яҡшыртыуҙа ҡатнашыуға ынтылыш булдыра.

Салауатта Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар һаны арта
Салауатта Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар һаны арта

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мәктәптәрҙәге патриотик тәрбиәгә айырым иғтибар бирә. Республика мәктәптәрендә төбәк башлығы инициативаһы менән Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге шайморатовсылар кластары булдырыла. Белем биреү учреждениеларында 186 ошондай класс асылған.
2022 йылда Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа арналған «Патриот» хәрби-патриотик парк эшләй башланы һәм ул төбәк башлығының шәхсән контроле аҫтында тормошҡа ашырылды. «Патриот» паркын төҙөүгә мин күңелемде һәм йөрәгемде һалдым», - тип белдерҙе Радий Хәбиров «Авангард» методик үҙәген асҡанда. Ул асылғандан алып 6 642 уҡыусы өсөн уҡыуҙар уҙғарылған, 2 559 уҡыусы өсөн хәрби-патриотик сменалар ойошторолған. «Геройҙар уҙышы» трассаһы илдә иң яҡшыларҙан булып иҫәпләнә.
Шаймуратов кластары республикала 2020 йылда булдырыла башлай. Беҙҙең ҡалала бындай синыфтар 25-се башҡорт гимназияһы нигеҙендә 2022-2023 уҡыу йылында асыла. Гимназияла хәҙер өсөнсө йыл рәттән шайморатовсылар кластары ойошторола, быйыл улар өсәү: 8Б, 6Б һәм 5А кластары.
Уларҙың эш һәм уҡыу үҙенсәлектәре хаҡында 25-се башҡорт гимназияһының директоры Фирҙәүес Хисмәтуллина бүлешә:
- «Шайморатов кластары»нда ил тарихына хөрмәт, илһөйөрлек, Ватан, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының батырлығы миҫалында республика өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, сәләмәт тормош рәүеше булдырыуға, актив гражданлыҡ позицияһына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән эш системалы алып барыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: «Уның мәғәнәһе беҙҙең быуаттар буйына килгән Ватанға хеҙмәт итеү йолаларына нигеҙләнгән милли колоритлы кадет кластары булдырыуға ҡайтып ҡала. Шайморатов кластарын беҙ телдәр һәм теүәл фәндәрҙе ныҡлы өйрәнеүҙә, башланғыс хәрби әҙерлектә, бермә-бер көрәштең бер төрө менән шөғөлләнеүҙә, республиканың Хәрби һәм Милли музейҙарында тарихты өйрәнеүҙә, эҙләнеү хәрәкәтендә ҡатнашыуҙа күрәбеҙ», тип белдергәйне. Шулай уҡ республика башлығы «Шайморатовсы» исеме яулап алынырға тейеш, уға лайыҡ булырға кәрәк. Беҙ теләгәндәргә мөмкинлек бирәсәкбеҙ. Был балаларға ҡрайһың да, иң мөһиме уларға оҡшай. Ошоноң аша беҙ уларҙы тәрбиәләйбеҙ, был балаларҙы бер нимә лә юлдан тайпылдырмаясаҡ. Улар Тыуған ил, ысын кешелек сифаттары нимә икәнен белә. Улар лайыҡлы кеше булып үҫәсәк», тип тә һыҙыҡ өҫтөнә алғайны. Шайморатовсылар «Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!» девизын эштәре менән раҫларҙар. Беҙҙең шайморатовсылар, гимназияның башҡа уҡыусылары кеүек үк, дөйөм белем программаһын үҙләштерә. Өҫтәмә рәүештә дөйөм физик әҙерлек, сафта атлау, этика менән шөғөлләнә. «Триумф» спорт мәктәбе тарафынан уҡтан атыу курстары ойошторола. «Шайморатов класы» уҡыусылары берҙәм кейем формаһы менән тәьмин ителә, был уларҙы тәртипкә өйрәтә, балалар форманы ғорурлыҡ менән кейә.
Гимназия директоры һөйләүенсә, шайморатовсылар ҡала һәм республика кимәлендәге төрлө хәрби-патриотик йүнәлештәге «Зарница» хәрби-патриотик уйыны, сафта йөрөү һәм йыр смотр-конкурсы, парад, призывҡа тиклемге йәштәр ярыштары кеүек сараларҙа актив ҡатнаша.
- Йыл һайын республиканың Шайморатов кластары уҡыусылары өсөн «Йәйге Шайморатов уйындары» һәм «Ҡышҡы Шайморатов уйындары» ойошторола. Конкурс һынауҙарында - команданың видеопрезентацияһы, хәрби-спорт уйындары, Башҡортостан, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихына тест үтеү. Йәш шайморатовсылар берҙәмлеген, бер-береһенә ярҙам итеүен, еңеүгә ынтылышын күрһәтә, уйындар илһөйәрлек, илебеҙ тарихына һөйөү тәрбиәләй, - тип һыҙыҡ өҫтәнә ала Фирҙәүес Хисмәтуллина.
Шайморатов класы - ябай исем генә түгел, ә айырым бер статус. Быйыл Салауат ҡалаһының 17 мәктәбендә лә Шайморатов класы асылды һәм был шайморатовсылар исемен йөрөтөүгә 5Б класы хоҡуҡ алды.
- Беҙҙең мәктәптә Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов класы аслыуы бик әһәмиәтле, сөнки беҙ патриотик йүнәлештә күптән эшләйбеҙ, - тип бүлешә 17-се мәктәп директоры Илвира Фәхретдинова. - Төрлө балалар бар һәм ошондай илһөйәрлек саралары менән уларға дөрөҫ тәрбиә бирә алабыҙ. Беҙ һәр ваҡыт сафта йөрөү һәм йыр ҡала смотрында, «Зарница»ла алдынғы урындарҙы биләйбеҙ. Уҡыусыларҙы дөйөм идея, спорт, мәҙәни саралар менән берләштерергә кәрәк. Былтыр махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам йөҙөнән окоп шәмдәре эшләнек, хаттар яҙҙыҡ. Шайморатов класы - бик ҙур яуаплылыҡ. 5б класын һайлауыбыҙ ҙа юҡҡа түгел, улар бәләкәйҙән бик актив, төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнаша, ата-әсәләр ҙә хуплай. Иң мөһиме - балаларҙың үҙҙәренең теләге бар. Шайморатовсылар тигән статус уларҙы дөрөҫ йүнәлештә тәрбиәләр, тип ышанабыҙ.
Был класс уҡыусылары беҙ һөйләшкәндә «Йәйге Шайморатов уйындары»на әҙерләнә ине.
- Ете кешене һайланыҡ, улар беҙҙең мәктәп исеменән лайыҡлы сығыш яһар, тип уйлайбыҙ. Команданы Мөхәммәт Хөсәйенов етәкләй, ул башланғыс кластан автоматты йыйыу менән шөғөлләнә, үҙенең һәләтен күрһәтер әле. Беҙ беренсегә ҡатнашабыҙ һәм класс вәкилдәре рухланып ҡайтыр тип ышаныбыҙ. Уҡытыу процесы төҙөлгән, балаларҙа ҡыҙыҡһыныу бар, улар тырышып уҡыр, өҫтәмә күнекмәләрҙә шөғөлләнер, - ти директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Эльза Фәйзуллина.
- Балаларҙа эске илһөйәрлек тойғоһо юғары. Яңыраҡ патриотик сара уҙғарғайныҡ, барыһы ла бик әүҙем ҡатнашты, быларҙың барыһы ла шатландыра. Улар яуаплы, мәрхәмәтле булыуҙары менән айырылып тора, шуға ла Шайморатов класы булырға лайыҡлы. Ата-әсәләр ҙә балаларына ярҙам итә, Шайморатов тураһындағы йырҙы русса ла, башҡортса ла бергә өйрәнәләр. Ғөмүмән, класс татыу, берҙәм, актив, - тип ҡушыла һүҙгә класс етәксеһе Елена Прокоп.
Шайморатов класында - 31 уҡыусы. Мөхәммәт Хөсәйенов кластың капитаны, 17-се мәктәптә икенсе кластан алып уҡый.
- Мин бәләкәй саҡтан хәрби булырға хыялланам. Һәйбәт уҡыйым. Беҙҙең кластың Шайморатов класы булыуын ныҡ теләгәйнек. Синыфыбыҙ дуҫ, бөтә актив һәм берҙәм булырға тырышабыҙ, - ти ул.
- Минең Шайморатов класында уҡыйым һәм класташтарым изгелекле, һәр ваҡыт ярҙамсыл. Әлегә тулыһынса ниндәй класта уҡығанымды аңлап та етмәйем, яйлап төшөнәм һәм миңә илһөйәрлек йүнәлешендә булыуы, йырҙар өйрәнеүебеҙ, төрлө сараларға әҙерләнеүебеҙ оҡшай, - тип бүлешә Леонид Онищенко.
Йәш шайморатовсыларҙың төп остаздарының береһе - хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре, физик культура уҡытыусыһы Әғзәм Ибраһимов.
- Малай һәм ҡыҙҙар уларҙың синыфын Шайморатов класы итеп һайлауҙарына бик шат. Был улар өсөн ҙур ышаныс билдәһе. Улар быға тиклем үҙҙәренең спорт, физик мөмкинлектәрен күрһәтте. Командирҙары үҙен яуаплы уҡыусы итеп танытты, үҙе командир булыу теләген белдерҙе, башҡалар ҙа уны тыңлай. Беҙ төрлө ярыштарға әҙерләнә башланыҡ. Директор һәм күп педагогтар йәлеп ителгән, балаларҙың теләктәре ҙур, шуға күрә беҙҙең барыһы ла килеп сығыр тип уйлайым. Мин һәр ваҡыт әйтәм: Шайморатов класы башҡаларға уҡыуҙа ла, тәртиптә лә, әүҙемлектә лә үрнәк булырға тейеш. Беҙ был исемгә тап төшөрмәй, уны ғорур йөрөтәргә тейеш.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: