газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь , 10:40

Һөнәри белем биреүҙе тергеҙеүсе «Профессионалитет»

Салауатта «Профессионалитет»тың тәүге курсы 18 йүнәлеш буйынса белем ала башланы. Өс йыл тирәһендә уның сығарылыш йәштәре «Газпром нефтехим Салауат» и «ФАРУС-Синтез» («Алға» айырым иҡтисади зона) кеүек ике эре предприятиеның хеҙмәт коллективтары н тулыландырасаҡ.

Һөнәри белем биреүҙе тергеҙеүсе «Профессионалитет»
Һөнәри белем биреүҙе тергеҙеүсе «Профессионалитет»

«Профессионалитет» федераль проекты Рәсәй Федерацияһының Мәғариф минитсрлығы тарафынан эшсе кадрҙар проблемаһын хәл итеү өсөн әҙерләнгән һәм 2030 йылға тиклем илдең социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик башланғыстары иҫәбенә индерелгән.
2022 йылда Салауат индустриаль колледжы селтәр ҡатнашыусыһы булараҡ «Профессионалитет» федераль проектына инә, ә киләһе йылына нигеҙле уҡыу йорто булараҡ проектта ҡатнашыу сиктәрендә грант алыуға конкурс һайлап алыуында ҡатнашыуға заявка бирә.
Конкурс йомғаҡтары буйынса Салауат индустриаль колледж 300 ҡатнашыусы араһынан беренсе урын ала һәм федераль, төбәк бюджеттарынан, шулай уҡ партнер предприятиеларынан финанслау ала. Дөйөм алғанда, 200 млн һум субсидия. Барлығы 70 уҡыу йорто гранттар ала.
«Һөҙөмтәләр иғлан ителгәс беҙ эшкә тотондоҡ, - тип һөйләй Салауат индустриаль колледжының уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Анастасия Путенихина. - Дизайн-проекттар булдырыла башланы. Беҙҙең колледж нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының химия тармағы предприятиелары өсөн практика-йүнәлештәге кадрҙар әҙерләү үҙәге булдырылды. Беҙ һөнәрҙәр исемлеген һайланыҡ. Селтәр ҡатнашыусылары билдәләнде, улар республиканың ете колледжы: Бәләбәй гуманитар-техник колледжы, Бәләбәй механизация һәм электрификация колледжы, Ишембай нефть колледжы, Күмертау тау колледжы, Нефтекама нефть колледжы, Октябрьский коммуналь-төҙөлөш колледжы, Салауат механика-төҙөлөш колледжы. Эш биреүсе партнерҙарыбыҙ билдәләнде - «Газпром нефтехим Салауат», ул беҙҙең элекке партнерыбыҙ һәм уға беҙ һәр ваҡыт кадрҙар әҙерләйбеҙ. Колледждың яңы партнеры барлыҡҡа килде, ул - «ФАРУС-Синтез» предприятиеһы, ул «Алға» айырым иҡтисади зонаһына ҡарай, уның төҙөлөшө Салауаттан сыҡҡан ерҙә бара».
Быйыл «Профессионалитет» проекты буйынса тәүге студенттар алына. Улар 11 йүнәлеш һәм эшсе һөнәрҙәр буйынса белем ала. Тап эш биреүсе эшсе кадрҙар әҙерләү йүнәлешен һыҙыҡ өҫтөнә алды, уларға ҡарап практик белем алыуҙың 23 зонаһы билдәләнде.
Зоналар, ябай итеп әйткәндә, оҫтаханалар производствола ҡулланылған заманса ҡорамалдар менән йыһаландырыла. Уларҙың хаҡы 100 млн һум тәшкил итә. Ҡорамалдар килтерелгән һәм складтарға ҡуйылған. Бөтә ремонт эштәре тамамланғандан һуң белгестәр уларҙы монтажлай башлаясаҡ.
«Практик уҡыуҙың барлыҡ 23 зонаһы ла икенсе корпус (элекке 19-сы һөнәри училище) нигеҙендә буласаҡ тигән ҡарар ҡабул иттек. Бина күптән ремонт талап итә ине. Башҡортостан Республикаһының химия тармағы предприятиелары өсөн практика-йүнәлешле кадрҙар әҙерләү үҙәген булдырыу бының өсөн яҡшы ҡарар ине. Әммә шуныһын һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк, «Профессионалитет» федераль проекты - ул капиталь ремонт һәм йыһазландырыу ғына түгел. Был бөтә уҡыу процесын яңыртыу. Эш биреүсе, мәктәптәр, проект менән ҡыҙыҡһынғандарҙың барыһы менән дә хеҙмәттәшлек булдырған идара итеү командаһынан алып, артабан уҡытыусылар составы, производство белем биреү мастерҙары, методистар - барыһы ла беҙҙә белем алды. Ул әле лә тамамланмаған, - тип дауам итә Анастасия Путенихина. - Беҙ Рәсәйҙең алдынғы предприятиеларында стажировка үттек, унда Татарстандан, Түбәнге Новгород, Калининградтан коллегалар менән күп аралаштыҡ, студенттар шунда уҡ эш процесына инеп китһен өсөн ниндәй алымдарға, күнекмәләргә эйә булырға тейешлеге хаҡында һөйләштек».
Производство белем биреү мастеры Янис Бикбулатов иртеп йәбештереү эштәре зонаһы менән таныштыра һәм ул тулыһынса монтажланған тиерлек.
«Был һанлы программалы идара итеүле плазморез бөтә производстволарҙа ҡулланыла. Студенттарҙы уның менән эшләргә өйрәтеү - эш биреүселәрҙән йыш яңғыраған теләк, - тип һөйләй Янис Бикбулатов. - Ҡоролма бар, егеттәр ҙә аңлы, уларға барыһы ла ҡыҙыҡ, шуға өйрәтеүе лә еңел. Оҫтахана тулыһынса яңырҙы, заманса ҡоролмалар ҙа бар».
«Профессионалитет»тың былтыр тамамланған «Йәш профессионалдар» федераль проектынан айырмаһы субсидияның студенттар өсөн уңайлы шарттар булдырыуға: дөйөм ятаҡтарҙы капиталь ремонтҡа, мебелде алыштырыуға, спорт залдарын яңыртыуға һәм йыһазландырыуға бүленеүендә.
Колледждың дөйөм ятағында ремонт тамамланған тиерлек. Студенттар яңы бүлмәләрҙә йәшәй башлаған.
«Әлбиттә, хәҙер барыһы ла башҡаса. Бик һәйбәт, заманса мебель, яҫтыҡ-түшәктәр, өҫтәлдәр. Тағы ла блокта дөйөм ял итеү урынын йыһаздандырырға вәғәҙә итәләр, - тип бүлешә өсөнсө курс студенты Данил Ғәҙелшин».
«Беҙҙең колледждар эш биреүселәр талаптарына яраҡлашырға әҙер. Был белем биреү һәм иҡтисад мәнфәғәтендә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Республика һөнәри белем биреү буйынса советтың икенсе ултырышында. - Студенттар өсөн уңайлы мөхит булдырыу бик мөһим. Әгәр һәйбәт дөйөм ятаҡтар, заманса ҡорамалдар, ял итеү мөмкинлектәре булһа, йәштәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыясаҡ».
Башҡортостан Республикаһы «Профессионалитет» проектына әүҙем ҡушылды, уның сиктәрендә 2025 йылда 19 үҙәк эшләйәсәк, уларҙы булдырыу өсөн 1,62 млрд һум федераль субсидияһы йәлеп ителәсәк, республика бюджетынан 860 млн һум бүленәсәк. Үҙәктәр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә һәм беренсе урынды биләй.

«Алға» айырым иҡтисади зона тураһындағы материалдар Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды гранты средстволарына баҫыла.
Публикация материалов об ОЭЗ «Алга» осуществляется на средства гранта Фонда грантов Главы Республики Башкортостан.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: