Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Сентябрь , 11:10

Аныҡ эштәр, аныҡ ярҙам

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы һәм “Аныҡ эштәр” проекты - бөгөнгө көнгә мәғариф ойошмаларының матди-техник базаһын яҡшыртыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы. Салауат мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында нимәләр эшләнеүен депутаттар корпусы һәм ҡала хакимиәте етәкселәре баһаланы.

Аныҡ эштәр, аныҡ ярҙам
Аныҡ эштәр, аныҡ ярҙам

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы һәм “Аныҡ эштәр” проекты - бөгөнгө көнгә мәғариф ойошмаларының матди-техник базаһын яҡшыртыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы. Салауат мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында нимәләр эшләнеүен депутаттар корпусы һәм ҡала хакимиәте етәкселәре баһаланы.

22-се мәктәптең икенсе корпусында “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә ике башланғыс класта пластик тәҙрәләр ҡуйылған. Башта был бинала башланғыс кластар, ә беренсе корпуста 5-11-се кластар урынлашыр,
тип фаразланһа ла, күп ата- әсәләр быға ҡаршы була. Шуға башланғыс, урта һәм өлкән мәктәптәргә бүлеү эше әлегә туҡтатылған.
15-се мәктәптә лә ике корпус. Белем усағының яңы директоры Елена Малыгина делегацияны үҙенең ҙур хужалығы менән таныштырҙы: 
- 2019 йылда “Аныҡ эштәр” проекты ярҙамында спорт майҙансығында тренажерҙар ҡуйылды һәм логодепия  дәрестәре өсөн интерактив комплект һатып алынды, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн сенсор бүлмәһе йыһазландырылды, - тип аңлата ул. - 2019 - 2020 йылдарҙа мәктәп Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып, ике корпуста тәҙрәләрҙе алмаштыра алды.2022 йылда ҡыйыҡ капиталь ремонтланды. Экономияланған аҡсаға аҙыҡ-түлек блогындағы йыһазды алмаштырҙыҡ. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки быйылғы уҡыу йылында капиталь ремонт барған 7-се мәктәп уҡыусыларын да ҡабул
иттек.
Ағымдағы уҡыу йылында мәктәп бер ниндәй проектта ла ҡатнашмаған, косметик ремонт ҡына уҙғарылған. Был 2026 йылда мәктәптә капиталь ремонт үткәрелеүе менән бәйле. Быйыл уҡ ҡала бюджеты иҫәбенә йылытыу
системаһының инженер селтәрҙәре алыштырыласаҡ. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында 18-се мәктәптә асфальт япмаһы менән булған проблема хәл ителгән.
- Быйыл мәктәбебеҙ үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй, - тип һөйләй 18-се мәктәп директоры Зәлиә Гәрәйева. - Уҙған ярты быуат эсендә асфальт бер ҙә яңыртылмаған. Был беҙҙең бәкәлгә һуҡҡан проблема ине.
Отошло программа ярҙамында яңы япма һалыуға ирештек.
- Ата-әсәләргә биргән бөтә вәғәҙәләребеҙҙе үтәнек: ҡала бюджеты иҫәбенә ҡыйыҡ эшләнде, кабинеттар һәм биналар ремонтланды, асфальт түшәлде. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында йыйылыштар залы яңы төҫ алды һәм йыһазландырылды, - тип билдәләне мәғариф идаралығы начальнигы Марина  Вишева.
Үрҙә әйтеп үтелгән программа һәм проект  мәктәптәрҙә генә бойомға ашырылмай, ә ә балалар баҡсалары ла уға әүҙем ҡушыла. Үҙенең программаларҙа ҡатнашыу тәжрибәһе менән 49-сы ба алар баҡсаһы мөдире Ольга Дмитриева уртаҡлаша:
- 2019 йылда программа ярҙамында асфальт һалдыҡ. Һуңынан бөтә тәҙрә блоктарын пластикка алыштырҙыҡ. Цоколь һәм күтәрмәләр ҙә ремонтланды. Шулай уҡ верандаларҙы ла яңырттыҡ. “Аныҡ эштәр” проекты
сиктәрендә урамдағы уйын ҡорамалын яңырттыҡ. Быйыл ошо уҡ проект ярҙамында ҡыйыҡ ремонтланды. 

Проекттарҙың һәм программаларҙың нисек бойомға ашырылыуына ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау баһа бирҙе:
- Беҙ дүрт объектта булдыҡ, ниндәй эштәр башҡарылыуын күрҙек. Дөйөм алғанда, ыңғай баһа бирергә була, барыһы ла яҡшы эшләнгән.

“Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә 22-се мәктәптә тәҙрә блоктары алыштырылған. 23-сө мәктәптә, 2-се гимназияла, 49-сы балалар баҡсаһында ҡыйыҡ һәм ямғыр һыуы канализацияһы эшләнгән. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә 27-се, 36-сы балалар баҡсаларында, 2-се гимназияла, 18-се мәктәптә асфальт-бетон япмаһына ремонт эшләнгән. 17-се, 22-се, 28-се, 25-се, 38-се, 51-се,
55-се балалар баҡсаларында, 19-сы мәктәптә йомшаҡ ҡыйыҡ капиталь ремонтланған. 29-сы, 58-се балалар баҡсаларында, 11-се һәм 17-се мәктәптәрҙә тәҙрә һәм ишек блоктары алыштырыласаҡ. 7-се мәктәп һәм 2-се гимназия периметр буйынса уратып алынған.

Ольга ИСАКОВА фотолары.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: