газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Сентябрь , 11:35

Заман талаптарына яраҡлашып

Балалар (үҫмерҙәр) ижад һарайында ҡаланың мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәренең традицион август кәңәшмәһе уҙҙы. Унда үткән йылға йомғаҡ яһалды, яңы уҡыу йылына бурыстар билдәләнде.

Заман талаптарына яраҡлашып
Заман талаптарына яраҡлашып

Балалар (үҫмерҙәр) ижад һарайында ҡаланың мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәренең традицион август кәңәшмәһе уҙҙы. Унда үткән йылға йомғаҡ яһалды, яңы уҡыу йылына бурыстар билдәләнде.

Кәңәшмә эшендә Башҡортостан Республкаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Александр Гагин, ҡала Советы рәйесе Лариса Давыдова, ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау, ҡаланың белем биреү ойошмалары етәкселәре, педагогтар, педагогик хеҙмәт ветерандары, дөйөм мәктәп  ата-әсәләр комитеттары рәйестәре ҡатнашты.
Бергәләп Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын тыңлағандан һуң, йыйылыусыларға Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцовтың видео-сығышын тәҡдим иттеләр. Министр 1 сентябрҙән ғәмәлгә инәсәк үҙгәрештәр тураһында һөйләне һәм мәғариф системаһының бөтә педагогик коллективына уҙған йылдағы эштәре өсөн рәхмәт әйтеп, яңы уҡыу йылында уңыштар теләне.
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү бөгөнгө көндә төп бурыстарҙың береһе һанала. Иң ҙур көстөң педагогтарға төшөүен яҡшы  аңлайым. Битараф булмағанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм, - тине Артур Рундау һәм мәғариф системаһына ҡағылышлы мәсьәләләргә туҡталды. - Ҡала бюджетының төп өлөшө тап мәғарифҡа йүнәлтелә, шуға мәғариф системаһы заманса талаптарға яуап
биреп кенә ҡалырға түгел, ә ҡаланың иҡтисади, сәйәси үҫешендә терәк тә булырға тейеш. 2019 йылдан ҡаланың белем биреү учреждениеларында “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә эштәр башҡарыла. Биш йыл эсендә ошо маҡсатҡа 51 млн һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Быны артабан да дауам итәбеҙ һәм ул яңыртылған форматта бойомға ашырыласаҡ. Ҡаланың дүрт мәктәбендә капиталь ремонт бара. Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы дөйөм мәғариф сифатын баһалауҙың төп критерийы булып тора. Былтыр  уны үткәреү өсөн кабинеттарҙы юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырыуға 1,5 млн һум йүнәлткәйнек, быйыл 2 млн һумдан ашыу кәрәк буласаҡ. Уҡытыусыларҙың ғорурлығы - уҡыусылар. Быйыл да Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырыусы сығарылыш уҡыусыларының булыуы шатландыра. Яҡшы һөҙөмтәләр Салауатта белем биреү процесының юғары кимәлдә ойошторолоуын тағы бер тапҡыр иҫбатлай. Бурыстар һәм маҡсаттар күп, уларҙы бойомға ашырыуҙа барығыҙға ла уңыштар, көс теләйем.
Артур Рундау бер төркөм мәғариф тармағы хеҙмәткәрҙәренә почет грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырҙы. Педагогик хеҙмәт ветерандарын бәтә зал менән аяғүрә баҫып алҡышланылар, хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереп, сәскәләр гөлләмәһе бүләк иттеләр.
Александр Гагин республикалағы белем биреү өлкәһендәге төп йүнәлештәрҙе билдәләне.
- Республикала белем биреү мәсьәләләрен хәл итеү яҡшы ҡуйылған. Белем сифаты буйынса федераль  рейтингта 71-се урындан 17-се урынға күтәрелдек. Имтихандарҙы 100 балға биреүселәрҙең артыуы ҡыуандыра.
Юғары һөҙөмтәгә Салауат ҡалаһының да үҙ өлөшөн индереүе яҡшы күренеш. Мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыу, федераль программа сиктәрендә капиталь ремонт буйынса ла ҙур эш башҡарыла. Улар иҫәбендә Салауаттың дүрт мәктәбе ингән. Башҡортостанда полилингваль белем биреү уңышлы бойомға ашырыла. Салауат был йәһәттән - өлгө алырлыҡ ҡала. Беҙҙә урта һөнәри белем биреү системаһына ла ҙур иғтибар бүленә, -тине ул.

Ул да шулай уҡ оҙаҡ йылдар тырыш хеҙмәттәре өсөн педагогтарға лайыҡлы  наградалар тапшырҙы.
Киләсәк - йәштәр ҡулында, тиҙәр. Быйыл ҡаланың мәғариф учреждениеларында 11 йәш белгес эш башлаясаҡ. 
Ҡаланың мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева яңы уҡыу йылына аныҡ бурыстар ҡуйҙы.
- Башҡарылған эшкә йомғаҡ яһау, проблемалар тураһында  асыҡтан-асыҡ һөйләшеү өсөн һәр йыл ошолай бергә йыйылабыҙ. Муниципаль мәғариф системаһында 63 ойошма иҫәпләнә. Ҡалала мәктәпкәсә йәштәге балалар урындар менән 100 процентҡа тәьмин ителгән. Әммә балалар баҡсаһына йөрөүсе  балалар һаны 458-гә кәмегән. Киләһе биш йылда өс балалар баҡсаһына төркөмдәргә балалар йыйылмау хәүефе янай. Уҙған уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса, өлгәшеү-100, ә сифат 59,9 процент тәшкил иткән. 11-се класс сығарылыш уҡыусылары быйыл беҙҙе шатландырҙы - юғары балл йыйыусылар һаны артты, ә бына 9-сы класс уҡыусыларының күрһәткестәре төшкән, шуға күрә, һәр фән буйынса ентекле  анализ яһап, уртаса балдар күрһәткестәренең төшөү сәбәбен асыҡларға тигән бурыс ҡуям. Уҡыу процесы тәрбиә эше менән туранан-
тура бәйле. Патриотик тәрбиә биреү әлеге ваҡытта айырыуса актуаль. Һәр аҙна мөһим темаларға һөйләшеүҙән башлана, бөтә мәктәптәрҙә лә “Герой парта”һы бар, 25-се башҡорт гимназияһында өс "шайморатов класы" асылған". Быйыл уларҙың сафын 17-се мәктәп уҡыусылары тулыландыра. 1 сентябрҙән “Ватанды һаҡлау һәм именлек нигеҙҙәре” һәм “Хеҙмәт” дәрестәре уҡытыла башлаясаҡ, - тине Марина Вишева.
Салауат ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары, эске хеҙмәт подполковнигы Борис Машин һуңғы ваҡытта мутлашыусыларҙың үтә лә әүҙемләшеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, уларҙың ҡорбанына
әйләнмәҫ өсөн ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәҫкә саҡырҙы, балалар араһында профилактик эш алып барырға кәңәш итте.
1-се лицейҙың физика уҡытыусыһы Ирина Видинеева бына 27 йыл  инде балаларға белем бирә. Уның уҡыусылары йыш ҡына төрлө олимпиада-конкурстарҙа еңеүсе була.
- Беҙҙең лицейҙа өлкән класс уҡыусылары өсөн профилле класс бар. БДИ буйынса 100 балл йыйған уҡыусым Вика ла ошо класта уҡыны. Балалар фәнде яратһа, аңлаһа, һөҙөмтәләр ҙә ҡыуандырырлыҡ була. Эште көнө килеп еткәс,10-11 кластарҙа түгел, ә 7-се кластан уҡ алып бара башлайым, шул сағында ғына яҡшы нәтижәләргә ирешергә мөмкин, - ти тәжрибәле уҡытыусы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: