Ҡала данын уҡытыу-методика үҙәге директоры урынбаҫары Марина Сувернова, үҙәк методисы Наталья Туленкова, 2-се кадет мәктәбе директоры Виталий Шарапов, Туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге директоры урынбаҫары һәм өҫтәмә белем биреү педагогтары Гүзәл Переверзева, Альфред Галин, Александр Дон, Василий Савинов, «Йәшлек» балалар-үҫмерҙәр үҙәге тәрбиәсеһе Лада Иванова яҡлай. Шулай уҡ командаға география уҡытыусылары инә: Раушания Әсәҙуллина (23-сө мәктәп), Светлана Дәминова (7-се мәктәп), Вероника Митюкова (15-се мәктәп) һәм Лениза Сөләймәнова (20-се мәктәп). Ҡатнашыусылар араһында 23-сө мәктәптең физик культура һәм спорт уҡытыусыһы Валерия Семянина ла була.
Турслетта команда төрлө конкурстарҙа үҙенең спорт һәм ижади һәләттәрен күрһәтә. Беҙҙең ҡала командаһы ҡара кейемдә булыуы менән айырылып тора. Улар визитка барышында иң тәүҙә команда менән таныштыра, үҙҙәре, эштәре, ҡала тураһында һөйләй һәм мотлаҡ турслеттың лидерҙары иҫәбенә үтергә тырышасаҡтары тураһында белдерә. Әлбиттә, әйткәндәре юш килә.
«Йәшлек» балалар-үҫмерҙәр үҙәге тәрбиәсеһе Лада Иванова турслетта икенсе йыл рәттән ҡатнаша. Ул үҙ тәрбиәләнеүселәрен ышаныслы аҙым менән алға барырға өйрәтә, уларҙың һәләттәрен аса һәм дөрөҫ йүнәлеш бирә. Тап Лада Иванова визит карточкаһы өсөн яуап бирә.
- Былтыр беҙ сығыш яһау өсөн этник образдар ҡулланһаҡ, быйыл мин барыһына ла агенттар формаһында сығырға тәҡдим иттем. Идея оҡшаны һәм беҙ уны бойомға ашырҙыҡ. Өсөнсө урын алдыҡ - был беҙҙең өсөн ҙур награда, - тип бүлешә тәрбиәсе.
Салауаттар икенсе һынау - спорт ориентирлашыуын да бик һәйбәт үтә. Улар компас ҡулланып ҡына йәшерелгән ете электрон сигнализаторҙы табырға һәм уларға баҫырға тейеш була.
- Беҙҙең турист - спортсылар компас ярҙамында ғына урмандағы нөктәләрҙе билдәләне. Был ҡыҙыҡлы ине. Бер-береһе өсөн көйөп, ярҙам итеп, бурысты үтәп сыҡтыҡ. Иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, улар лидерҙар иҫәбенә инә. Команда эше һәр ваҡыт берләштерә тип иҫәпләйем, - тип бүлешә Лада Иванова. - Һуңынан туристар өсөн ҡаршылыҡ һыҙатын үтергә кәрәк булды һәм унда ла команданың берҙәмлеге тойолдо: бөтәһе лә бер-береһенә ярҙам итте һәм һәр станцияны хәбәрләшеп үтте. Унда ла беҙ тәүгеләр рәтенә эләктек.
Туристик һыҙатта Салауат командаһы төрлө ҡаршылыҡтарҙы үтә, төрлөсә итеп ташланған бүрәнәләрҙе уҙа, ағастар араһына бәйләнгән бауҙарҙан йүгерә, тростара бейек тауға менә.
Слетта тағы ла ижадҡа ла урын табыла. «Туристар йыры» порграммаһы сиктәрендә педагогтар сағыу сығыш әҙерләй, йырын да башҡара.
- Беҙ тулыһынса конкурс мөхитенә сумып, туристар тулҡынына инеп киттек, - ти Лада Иванова. - Туристар тураһында йырҙы ихлас итеп башҡарҙыҡ, берҙәм команда икәнебеҙҙе күрһәтергә тырыштыҡ. Барыһы ла көслө итеп алҡышланы. Был конкурста беренсе урын алғас ышанманыҡ.
Бөтә һынау йомғаҡтары буйынса Салауат педагогтары командаһы «Команданы презентациялау (визитка)», «Туристик йыр», «Бивуак (асыҡ һауала ҡуныу йәки ял итеү урыны)» һәм конкурс программаһы өсөн алтын миҙалға лайыҡ була. Ҡаршылыҡ һыҙаты өсөн командаға бронза миҙалдары тапшырыла. Шулай уҡ педагогтар үҙҙәренең лагерын Ғаилә йылына тап килтереп биҙәүе өсөн Башҡортостандың Мәғариф һәм министрлығының махсус призы менән бүләкләнә.
15-се мәктәптең география уҡытыусыһы Вероника Митюкова турслетта икенсегә. Уҙған йылдың йәйендә ул Камчаткаға ла сәйәхәт ҡыла. Шулай уҡ ғаиләһе менән Башҡортостанды әйләнеп сыҡҡан.
- Туризм - беҙҙең тормош ул. Ә турслет - коллегалар менән тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу, башҡа район, ҡаланан дуҫтар табыу ул. Унда беҙ көстә генә һынашып ҡалмайбыҙ, ижади һәләттәребеҙҙе лә күрһәтәбеҙ. Беҙҙең команда бик дуҫ һәм мин уларға берҙәм хеҙмәтебеҙ өсөн рәхмәтлемен. Был онотолмаҫлыҡ ваҡиға булды, - тип бүлешә ул. - «Бивуак» конкурсында жюри бөтә көнкүреш шарттарын: усаҡтың ағастарҙан йыраҡ урынлашыуын, ял итеү һәм ашау урындарының нисек ойошторолоуын, сүп-сар йыйыу урыны булдырылыуын баһаланы. Беҙҙең лагерь биләмәһе таҙа һәм тәртиптә ине.Команданың, ҡаланың символикаһы бар, үҙәк өлөштө үҙебеҙҙең сәйәхәттәрҙән фотолар менән бүлдек.
Салауат командаһы был йөкләмәне үтәүгә ижади ҡарай.
- Беҙ сәйәхәттәр тураһында фотозона биҙәнек. Карта элдек, сумаҙан, глобус һәм башҡа атрибутикалар ултырттыҡ, сәйәхәттәрҙән фотолар элдек. Шулай уҡ тирмә ҡуйҙыҡ һәм унда республикабыҙҙың күп милләтле халҡын күрһәтергә тырыштыҡ, - тип бүлешә Лада Иванова. - Һәр беребеҙ төрлө ойошмаларҙан булһаҡ та, был турслетта берҙәм командаға әйләндек.
- Тирмәлә бәлештәрҙе ҡурай рәүешендә урынлаштырып, һәр ҡайһыһына рецептары менән QR-кодтар бирҙек. Ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ, бал, сәк-сәк менән һыйланыҡ. Барыһын да үҙ ҡулыбыҙ менән әҙерләнек, - ти Вероника Митюкова.
- Салауаттарға күберәк сәйәхәт итегеҙ, турслеттарҙа ҡатнашығыҙ тип әйтке килә. Башҡортостанда ғәжәйеп, сихри, гүзәл урындар бик күп, уларҙы барып күрегеҙ, - ти Лада Иванова.