газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Июль , 17:16

Белем усаҡтары яңы төҫ алды

Салауаттың дүрт мәктәбе ике йыллыҡ реконструкцияға киттеҠалабыҙҙың дүрт мәктәбендә ҙур ремонт эштәре башланды. «Мәктәп мәғариф системаларын модернизациялау» федераль проекты сиктәрендә, 1-се гимназия, 2-се кадет мәктәбе, 4-се һәм 7-се мәктәптәр яңыртыла.

Белем усаҡтары яңы төҫ алды
Белем усаҡтары яңы төҫ алды
Салауаттың дүрт мәктәбе ике йыллыҡ реконструкцияға китте
Ҡалабыҙҙың дүрт мәктәбендә ҙур ремонт эштәре башланды. «Мәктәп мәғариф системаларын модернизациялау» федераль проекты сиктәрендә, 1-се гимназия, 2-се кадет мәктәбе, 4-се һәм 7-се мәктәптәр яңыртыла. Программаға ингән был уҡыу учрежденияларында бихисап эштәр планлаштырылған: мәктәптәрҙең тышы, ҡыйығы, уҡыу кластары, ашханалар, спорт һәм тамаша залдары, иҙәндәр һәм башҡалар. Күп эштәр инженер, йылытыу һәм яҡтыртыу системаларын яңыртыу менән бәйле. Бер һүҙ менән әйткәндә, уҡыу йорттары эстән дә, тыштан да яңырыла.
 
Уҡыусылар урынына - төҙөүселәр
Ҡаланың дүртенсе мәктәбендә эш ҡайнай. Бина 40 йылдан ашыу элек төҙөлгән. Капиталь ремонт бында уҡыу йорто файҙаланыуға тапшырылғандан алып үткәрелмәгән. Подряд ойошмаһы эшләгән бер ай эсендә бөтә кабинеттарҙа тиерлек һүтеү эштәре башҡарыла. Әле электрикаға бәйле эштәр башланып тора.
- Беҙҙең мәктәп тематик блоктарға бүленәсәк. Башланғыс кластар бер, филология икенсе, теүәл фәндәр өсөнсө яҡта урынлаша. Тимәк, коридорҙарҙы ла кластар тематикаһы буйынса биҙәргә иҫәп тотабыҙ. Башланғыс кластар өсөн белем биреүҙең бөтә талаптарына яуап биргән яңы мебель һатып аласаҡбыҙ. Ә урта һәм өлкән уҡыусыларға физика, химия һәм биология буйынса лаборатория дәрестәренә заманса ҡорамалдар алыу планлаштырыла, - тип һөйләй мәктәп директоры Светлана Турченкова.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: мәктәптә уҡыу кабинеттары ғына түгел, балаларҙың ижади һәләттәрен асыу өсөн дә яңы, иҫ киткес тамаша залы төҙөлә. Бында, бөтә профессиональ театрҙарҙағы кеүек үк, артистар өсөн грим бүлмәһе була. Ә спорт залдарының береһендә бейеү дәрестәренә ярашлы ҙур көҙгөләр ҡуйыла.
- Мәктәптең алғы яғын матур һәм сағыу мурал биҙәй. Әлеге ваҡытта бер нисә вариантты ҡарайбыҙ. Әйтергә кәрәк, был һүрәт беҙҙең берҙәм мәктәп формаларында ла була, - тип бүлешә Светлана Валерьевна.
Мәктәп директоры әйтеүенсә, ремонт эштәре ваҡытында башланғыс кластар яҡындағы балалар баҡсаларында уҡый. Ә ҡалған кластар 23-сө мәктәпкә бара. Әле беҙ иҫ киткес ауыр римтда эшләйбеҙ, әммә беҙ бик бәхетлебеҙ, - тип йылмая Светлана Турченкова.
Денис Сәғитов 4-се мәктәп уҡыусыһы
- Заманса мәктәптәр хәҙер ярайһы яҡшы күренә, шуға күрә беҙҙең мәктәптә лә ремонт буласағын белгәс, әлбиттә, шатландым. Бөтә уҡыусылар өсөн был шатлыҡлы яңылыҡ булды. 11 класты үҙ мәктәбемдә тамамламауым ғына бер аҙ үкенесле. Иң мөһиме, мәктәптә ҡыш йылы, ә йәй һалҡын булыуын теләйем.

Барыһы ла кадеттар өсөн
2-се мәктәптең тарихы 1958 йылда башлана. Һәм эшләү дәүеренең беренсе көнөнән үк ул Салауат педагогия училищеһы студенттары өсөн практика үтеү базаһына әйләнә. 2011 йылдың 11 ноябрендә ҡала хакимиәте ҡарары менән мәктәп статусын үҙгәртә һәм «2-се кадет мәктәбе»тип атала башлай.
Бында ремонт эштәренә, кадеттарға хас ҡәтғилек һәм берҙәмлек менән, 1 июндән тотонғандар. Торбалар, йылытыу системаһы, иҙәндәр, стеналағы плиткалар, электр энергияһы кабелдәре һүтелгән. Беренсе ҡатта тулыһынса яңы йылытыу торбалары һалынған. 4-се ҡатта иһә өлөшләтә электр энергияһы юлдары һалынған. Дөйөм алғанда, кадет мәктәбендә ремонт 11 эш төрө буйынса башҡарыла.
- Ремонттың төп бурысы – иҫкергән йылытыу, һыу системаһын яңыртыу. Ваҡыт үтеү менән барыһы ла серей, ресурс бөтөп, алмаштырыуҙы талап итә. Өҫтәүенә, һәр башланғыс класс кабинетында раковиналар булырға тейеш. Һәм ҡыйыҡ мәсьәләһе, уның менән беҙҙең проблемалар юҡ кеүек ине, әммә ҡыйыҡты аса башлағас, бер - ике йылдан бында ла ремонт кәрәк булыр ине, - тип һөйләй мәктәп директоры Виталий Шарапов.
Әйтергә кәрәк, быға тиклем башҡа программалар буйынса мәктәп ашханаһы эшләнгән. Шуға күрә бында глобаль үҙгәрештәр көтөлмәй, әммә косметик ремонт үткәреләсәк. Мәктәп инициативалары кабинеты менән дә шундай уҡ хәл. Яҡшы парталарҙы, яңы компьютер класын коллектив икенсе мәктәптәргә күсереп торған.
Бында ла, капиталь ремонт барған башҡа мәктәптәрҙәге кеүек, уҡыу процесы ваҡытлыса туҡтап ҡалмай. Башланғыс класс уҡыусылары үҙҙәренең уҡытыусылары менән 27-се һәм 57-се балалар баҡсаларына бара. Ә ҡалған кадеттар 11-се мәктәптә уҡырға иҫәп тота.
Альбина Хөсәйенова, кадет мәктәбе уҡыусыһының әсәһе
- Минең улым Данис 6 класҡа күсте. Әлбиттә, тәүҙә ремонт үткәреү һәм мәктәпте ябыу тураһында ишеткәс, күңелһеҙләндек. Балаларға ла, ата – әсәләргә лә уңайлы булмаҫ кеүек тойолдо. Сөнки быйыл икенсе сменала уҡыһаҡ, бокс түңәрәген ташлап торорға тура килә. Шулай булһа ла, бүтән мәктәпкә күсергә уйыбыҙ ҙа булманы.

Барыһы ла уҡыу һәм үҫеш өсөн
Ошондай һәм хатта ҙурыраҡ үҙгәрештәр ҡалабыҙҙың 1-се гимназияһын да көтә. Гимназия 1954 йылда төҙөлгән. 70 йыл эсендә бында бер тапҡырҙа капиталь ремонт үткәрелмәй, шуға күрә проблемалар етерлек. Тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап, гимназия яҡшы хәлдә тип әйтергә була. Бында проблема тәрәнерәктә ята. Уның канализация системаһын таҙартыу өсөн аҙна һайын бригада саҡырырға тура килгән. Бынан тыш, йылытыу, электр яҡтыртыу системаһы һәм башҡа күп нәмәләр ремонт һәм модернизация талап итә.
Гимназияны ремонтлауға бүленгән аҡса 111 миллион һум тәшкил итә. Әлеге ваҡытта эш тулы ҡеүәттә бара. Һүтеү эштәре башҡарыла: унитаздар, ишектәр, түшәмдән плиткалар, иҙән япмалары алына. Бинаның уң яғында электр монтажлау эштәре башланған.
- Был программаға эләгеүебеҙгә бик шатбыҙ. Ремонт яҡшы башҡарылыр, тип ышанабыҙ. Бының өсөн үҙебеҙ ҙә контроль саралар үткәрәбеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, подрядсылар насар эшләргә ярамағанын аңлай, – тип һөйләй гимназия директоры Лариса Давыдова.
План буйынса эске бүлмәләр зәйтүн-ҡом төҫөндә була. Дизайнды Стәрлетамаҡ ҡалаһының дизайн колледжы уҡыусылары эшләгән. Был вариант үҙенсәлекле һәм һөйкөмлө күренә. Хәҙер гимназия коллективы параллель рәүештә мебель һайлау менән шөғөлләнә. Бының өсөн 10 миллион һум бүленә. Башланғыс звеноларҙағы мебель тулыһынса яңыртыла.
- Бынан тыш, математика, инглиз һәм рус телдәре кабинеттарына яңы мебель һатып алабыҙ. Хеҙмәт дәрестәре өсөн төрлө станоктар, тегеү машиналары, бер һүҙ менән әйткәндә, эш өсөн кәрәкле бөтә нәмәне һатып аласаҡбыҙ. Әүҙемлек класын эшләйәсәкбеҙ, элек улар пионер кабинеттары тип аталды, - тип һөйләй Лариса Владимировна. Муралдың ҡайҙа урынлашыуы тураһында әлегә уйлайбыҙ, был мәсьәләне хәл итәбеҙ. Ул, гимназияның эске яғынан булыр. Тышҡы яҡты сайдинг менән эшләйбеҙ, тип дауам итә гимназия Лариса Владимировна.
Гимназияла 850-нән ашыу уҡыусы белем ала. Капиталь ремонт ваҡытында 1-3 кластарҙы балалар баҡсаларында уҡытырға ҡарар ителә. Ҡалған гимназистар 14-се мәктәптең икенсе корпусына бара. Өҫтәмә белем биреү учреждениелары капиталь ремонт барған мәктәп уҡысылары өсөн дәрестәрҙе иртән ойошторорға вәғәҙә биргән.
Сәриә Шәмсетдинова, 1-се гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Гимназияны капиталь ремонтлау мәсьәләһе күтәрелгәс, уҡытыусылар был тәҡдимгә аңлау һәм өмөт менән ҡараны. Гимназиябыҙ һиҙелерлек үҙгәрер, заман талаптарына яуап бирер, гимназистарҙы уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырылыр, тип ышанабыҙ. Яңы уҡыу йылы башланғандан алып ремонт эштәре тамамланғанға тиклем беҙгә 8-се лицейҙың башланғыс мәктәбе бинаһында эшләргә тура киләсәк. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар төрлө график буйынса уҡырға әҙер һәм был уҡытыу сифатына йоғонто яһар тип уйламайбыҙ.

Бында үҙгәрештәр ҙур
Ҡалабыҙҙың 7-се мәктәбе 1967 йылда асыла. Ул өҫтәмә проект буйынса госпиталь итеп тәғәйенләнгән. Был уҡыу йортонда тик косметик ремонт ҡына башҡарылып торола, ә бындай күләмле капиталь эш бер ҡасан да үткәрелмәй.
«Билд» компанияһы был мәктәпте лә йәй башынан ремонтлай башлаған. Бөгөнгө көндә объектта ҡыйыҡ ремонтлана, һүтеү һәм электротехник эштәре башҡарыла. Шулай уҡ стеналарҙы тигеҙләү эштәре бара.
Мәктәп директоры Елена Вяхирева һөйләүенсә, бында капиталь ремонт санПиН күҙаллаған принципты һаҡлап башҡарыла. Коллектив өсөн мәктәптең беренсе ҡаты "Уңайлы мөхит" программаһы талаптарына тап килеүе бик мөһим. Бында ишектәрҙең ҙурлығы буйынса етди үҙгәрештәр була, мәктәпкә инеү төркөмө үҙгәртелә. Санитария бүлмәләре лә эшләнә.
- Беҙ бөтә серҙәрҙе лә әлегә асып һалмайбыҙ. Ғөмүмән, мәктәп танымаҫлыҡ итеп үҙгәрер тип көтәбеҙ. Беҙ химия, физика кабинетына, башланғыс кластарға айырыуса иғтибар бүләбеҙ, - тип һөйләй Елена Викторовна.
Мәктәпте биҙәү буйынса бер нисә миҫал ҡарала. Коллектив бында сәнғәт үҙәгенең музыка бүлегендә шөғөлләнгән балалар уҡыуында биҙәлеш тә сағылдырырға тырыша. 7 мәктәпте ремонтлауға 115 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Уҡыусыларҙың 15-се мәктәптең ике корпусында ваҡытлыса шөғөлләнеүе тураһында ҡарар ҡабул ителә. Беренсе класс уҡыусылары 23-сө балалар баҡсаһында белем аласаҡ, ә ҡалған малай-ҡыҙҙар 15-се мәктәптең беренсе һәм икенсе корпустарында уҡыр тип көтөлә.
Руслан Ишмөхәмәтов, субподряд ойошмаһы етәксеһе
- Объектта һүтеү эштәре башҡарылған, параллель рәүештә ҡыйыҡты ремонтлау, инженер селтәрҙәрен ҡороу буйынса эштәр алып барыла. Ике ҡатта иҙән һала башланыҡ. Бында стеналарҙы штукатуркалау ҙа эшләнә. Ҡыйыҡты тамамлау менән өсөнсө ҡатҡа тотонорға уйлайбыҙ. Объектта даими нигеҙҙә уртаса 30 кеше эшләй.
Подряд ойошмаһы был мәктәптәрҙә капиталь ремонты 2025 йылдың июнь аҙағына тамамларға тейеш. Ике йылдан кәмерәк ваҡыт эсендә коридорҙар буйлап төҙөүселәр түгел, ә шат балалар йөрөйәсәген, цемент һәм ҡом тоҡтары урынында яңы парталар булыуын әлегә күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Әммә подрядсылар уҡыусыларҙың үҙ мәктәптәренә күпкә иртәрәк ҡайтыуына ышаныс белдерә.
Гөлиә Нуриманова.
Автор фотолары.
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: