газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Июнь , 13:49

Хыялдары - кешеләрҙе дауалау

Врач һөнәренә осраҡлы килмәйҙәр, сөнки кешеләр аҡ халатлыларға үҙ һаулығын, ғүмерен ышанып тапшыра. Былтыр Башҡорт дәүләт медицина университеты, ҡала хакимиәте, Салауат медицина колледжы, ҡала дауаханаһы һәм 8-се лицей араһында медицина класы асыу тураһында биш яҡлы килешеү төҙөлгәйне. 1 сентябрҙә 29 беренсе профилле медицина класы уҡыусыларымәктәп партаһы артына ултырып, һайлаған врач һөнәренә тәүге ышаныслы аҙымдарын яһаны.

Хыялдары - кешеләрҙе дауалау
Хыялдары - кешеләрҙе дауалау

Врач һөнәренә осраҡлы килмәйҙәр, сөнки кешеләр аҡ халатлыларға үҙ һаулығын, ғүмерен ышанып тапшыра. Былтыр Башҡорт дәүләт медицина университеты, ҡала хакимиәте, Салауат медицина колледжы, ҡала дауаханаһы һәм 8-селицей араһында медицина класы асыу тураһында биш яҡлы килешеү төҙөлгәйне. 1 сентябрҙә 29 беренсе профилле медицина класы уҡыусыларымәктәп партаһы артына ултырып, һайлаған врач һөнәренә тәүге ышаныслы аҙымдарын яһаны. Йылдың нисек үтеүе тураһында 11-се класҡа аяҡ баҫырға торған Айрат Фәхретдинов, Иван  Трифонов, Элина Иҙрисова, Люциә Хәсәнова үҙҙәренең остаздары - тәрбиә
эштәре буйынса директор урынбаҫары, медицина класы етәксеһе Зөлфиә Садиҡова менән бергә һөйләне.

- Һеҙ ни өсөн киләсәгегеҙҙе медицина менән бәйләргә ҡарар иттегеҙ?
- Исем әсәйем яман шеш менән ауырыны, хәҙер мин ошо сиргә дусар булыусыларға ярҙам итергә теләйем. Киләсәктә яман шештәрҙең бөтә төрҙәрен дауалап булырына ышанам, - ти Иван.
- Ике туған ағайым медицина университетында уҡығанға минең дә медик булғым килде. Өҫтәүенә, медицина класы ла асылды. Ағайым уҡыуы ҡатмарлы тип, алдан иҫкәртеп ҡуйҙы, әммә мин ҡурҡаҡтарҙан түгел, - тип
һүҙгә ҡушыла Айрат.
- Кешеләргә ярҙам иткем килгәнем өсөн врач булырға ҡарар иттем. Эйе, ҡандан ҡурҡам, уны күрһәм, аңымды юйып йығылыуым мөмкин. Ошо етешһеҙлегемде бөтөрөргә тырышасаҡмын, - тигән фекерҙә Элина.
- Бәләкәйҙән кешеләрҙе дауаларға хыялландым. Хайуандарға ярҙам иттем, ҡоштарҙы һауыҡтырҙым - ти  Люциә.
Ниндәй врач булырға хыялланаһығыҙ, тигән һорауға ҡыҙҙар бер тауыштан: “Стоматолог”, тип яуап бирҙе. Ә егеттәр педиатрияны, йә хирургияны һайлауын әйтте. 
- Бер йыл үтеп китте. Йүнәлеште дөрөҫ һайлағанһығыҙмы икәнлекте белеү өсөн ваҡыт етерлек булды. Кире уйламанығыҙмы?
- Киреһенсә, медицинаның минең өлкә икәнлегенә нығыраҡ инандым, - тип яуап бирҙе Элина.
- Медицина класында уҡыу нимәһе менән айырыла?
Иван: Беҙгә медицина нигеҙҙәре, тәүге ярҙам кеүек өҫтәмә яңы дәрестәр инә. Башҡорт дәүләт медицина университетына экскурсияларға йөрөйбөҙ. 
Люциә: Химияны һәм биологияны тәрән өйрәнәбеҙ. Медицина университеты уҡытыусылары физиология, генетика, химия буйынса онлайн-лекциялар уҙғара.
- Медицина класындағы бөтә уҡыусылар ҙа профилле олимпиадаларҙа ҡатнаша. Улар яҙған тикшеренеү эштәрен ҡала дауаханаһы белгестәре баһалаясаҡ, - тип һүҙгә ҡушыла Зөлфиә Садиҡова.
Элина: Күптәр беҙҙе мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетына инә ала, тип иҫәпләй. Был улай түгел. Әммә медицина класында уҡыу медицина тураһында күберәк белергә, юғары балдар алыр өсөн БДИ-ға яҡшыраҡ әҙерләнергә мөмкинлек бирә. Медицина юғары уҡыу йорттарында конкуренцияның юғары һәм уҡырға инеү ҡатмарлы булыуын аңлайбыҙ.
- Уҙған йыл нимәһе менән иҫтә ҡалды?
Иван: Башҡорт дәүләт медицина университетына экскурсия онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Беҙ унда үҙебеҙҙе ысын студенттар итеп хис иттек. Дәрестәрҙә булдыҡ, практика үттек. Үҙенсәлекле ҡорамалы булған
симуляция үҙәгендә, ысын врачтар кеүек, тренажерҙа операциялар эшләп ҡараныҡ. Ҡорамал шул тиклем аҡыллы, операция ваҡытындағы әҙ генә ҡаушауҙы ла һиҙә.
Люциә: Ә миңә “Медсервис”ҡа экскурсия оҡшаны. Стоматолог пациенты урынында - мин, ә врач Иван булды.
Иван: Эйе, беҙгә көҙгө, эҫкәк, энәһе булған индивидуаль стерилле ҡорамалдар йыйымын астылар. Бөтә нимәне ентекле ҡараныҡ, стерилләү тураһында күп мөһим мәғлүмәт үҙләштерҙек.
- Балаларға 6-сы курс студенты, буласаҡ педиатр Руслан менән әңгәмәләшеү форсаты тейҙе. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Ул  ҡурҡытманы, әммә алда көтәсәк ауырлыҡтар тураһында
йәшермәй һөйләне. Ул иң мөһиме, медицинаға һөйөү, ҙур теләк менән килергә кәрәклеген билдәләне. Ә  мәжбүри, йә булмаһа ҙур эш хаҡына ҡыҙығып ҡына медицинаны һайлау яҡшы бер нимәгә лә алып киләмәйәсәк, - тине Зөлфиә Садиҡова.
- Хәҙер һеҙҙең аҙмы-күпме белемдәрегеҙ бар. Буласаҡ врачтар булараҡ, нимәләр эшләй беләһегеҙ?
Элина: Ҡан баҫымын, пульсты, тын алыу йышлығын үлсәй беләм. 
Иван: Беренсе ярҙам күрһәтә алам. Лекцияларҙа беҙҙе киҫкен хәлдәр килеп тыуғанда нимә эшләргә кәрәклекте өйрәтәләр. 
- Балалар фантомдарҙа уколдар яһай белә. Уларҙың гигиена, дезинфекция, ауырыуҙарҙы ҡарау буйынса белемдәре яҡшы. 11-се класта улар латин телен өйрәнәсәк һәм дарыуҙарҙың исемдәрен уҡый аласаҡ, - ти Зөлфиә Наил ҡыҙы.
Уҡыусылар уҡыуҙарын тамамлағандан һуң ҡалаға эшкә ҡайтырға вәғәҙә бирҙе.
- Медицина класында уҡыусы 29 уҡыусының бөтәһе лә ҡала дауаханаһы килешеүе буйынса маҡсатлы йүнәлтмә аласаҡ, уның менән файҙаланалармы-юҡмы икәнлекте уҡыусылар үҙҙәре хәл итә. Беҙ “Медсервис”
йәмғиәте баш врачы менән әңгәмәләштек, ул да учреждениеның йәштәрҙе үҙҙәрендә көтөүен белдерҙе, - ти Зөлфиә Садиҡова.
Класығыҙ татыумы, дуҫлашып өлгөрҙөгөҙмө тигән һорауға уҡыусылар бер тауыштан: “Шунда уҡ, уҡыу башланғандың икенсе аҙнаһына дуҫтарса аралаша башланыҡ. Көҙ аҙағына бер ғаилә булып тупландыҡ”, -
тине.
- Быйыл медицина класы яңы ҡыҙ-малайҙарҙы ҡабул итәсәк. Уларға әйтер теләктәрегеҙ?
- Медицина класына ныҡлы уйлап, ғүмереңде медицина менән бәйләргә ҙур теләк менән барырға кәрәк, - ти Элина.
- Медицина класында уҡыу был йүнәлеш һинекеме-түгелме икәнлекте аңларға ярҙам итә, - тигән фекерҙә Иван.
Алена ГОНЧАРОВА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: