Бөтә фәндәр буйынса тик яҡшы билдәләргә уҡыған, төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашыусы мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең ҡаҙаныштарын, спорт әҙерлеген һәм профиль хеҙмәт буйынса һөнәри белемдәрен күрһәтте.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән минитсрлығының махсус белем биреү бүлеге начальнигы Миләүшә Латипова етәкләгән һәм составына Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты һәм Стәрлетамаҡ һөнәри- техник колледжы уҡытыусылары ингән жюри баһалай.
Программаға өс этап: «Эрудит», «Оҫта ҡулдар», «Тиҙерәк! Юғарыраҡ! Көсләрәк!» инә.
- Беренсе этапта 50 минут эсендә рус теленән, уҡыуҙан һәм математиканан күнекмәләрҙе үтәргә тура килде. Конкурста ойоштороусыларҙың география һәм биология буйынса һорауҙар индереүҙәрен күргәс аптырап төштөм. Был предметтар булыр тип уйламағайным. Мәҫәлән, ҙурҙан бәләкәйгә табан материктарҙы һәм океандарҙы теҙеп сығырға кәрәк ине. Мин үҙемде ҡулға алдым һәм барыһы ла килеп сыҡты, - тип һөйләй «Эрудит» этабы хаҡында Булат.
Булат - гел бишле билдәләренә генә уҡыҡан уҡыусы. Аҡыллы үҫмерҙең бөтә һорауҙарға ла яуап бирә алыуына ғәжәпләнерлек түгел. Уның яратҡан предметы - рус теле. Булат дәрестәр менән генә сикләнмәй, өҫтәмә рәүештә лә шөғөлләнә. Класс етәксеһе булған музыка уҡытыусыһы Роза Латипова менән бергә «Рус телә һәм заман музыкаһы» проектын яҙалар. Эш конкурста икенсе урын ала.
- Һеҙ беләһегеҙме, заманса хиттарҙа хаталар бик күп, мин анализлай башлаған һәр йырҙа тиерлек, - тип билдәләй кире тенденцияны Булат Бикҡужин.
Конкурстың икенсе «Оҫта ҡулдар» этабында үҫмергә слесарь эшендә оҫталығын күрһәтеү талап ителә.
- Беҙҙең мәктәптә ҡыҙҙар декаратив биҙәү- ҡулланма сәнғәтен, егеттәр слесарь хеҙмәтен өйрәнә, тап шуға күрә лә Булат ошо йүнәлеш буйынса сығыш яһаны, - тип аңлата класс етәксеһе Роза Латипова.
- Мин конкурсҡа әҙерләмәләрҙе һәм эш ҡоралдарын алып барҙым. Урында 40 минут эсендә кәрәкле йыһазды эшләп ҡуйҙым, - тип һөйләй Булат.
Өсөнсө этапта конкурста ҡатнашыусыларҙың спортҡаҙаныштары тикшерелә. Улар ергә ятып ҡулда күтәрелергә, оҙонлоҡҡа һикерергә һәм билдәләнгән урынға туп бәреп тейҙерергә тейеш була. Булат спортты бик ярата, дүрт йыл карате менән шөғөлләнә, хәҙер ҡала майҙансыҡтарында үҙ аллы күнекмәләр башҡара, шуға күрә бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
- 30 тапҡыр ерҙән күтәрелдем, туғыҙ тапҡыр ырғытҡан тубымдың дүртәүһе билдәгә эләкте, 194 сантиметр оҙонлоҡҡа һикерҙем, - тип бүлешә ул.
Өс этап йомғаҡтары буйынса Булат Бикҡужин «Йыл уҡыусыһы - 2024» республика конкурсында икенсе урынға лайыҡ була.
- Призерҙар араһында Салауат егете беренсе тапҡыр. Тап Булат ҡалаға награданы яулап алып ҡайтты, - ти Роза Латипова.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, был туғыҙынсы класс уҡыусыһының берҙән-бер еңеүе түгел. Һуңғы өс йыл эсендә генә Булат республика кимәлендәге конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа 11 награда яулаған, шул иҫәптә рус теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданың зона этабында икенсе урын.
- Үҙемдең «Йыл уҡыусыһы - 2024» конкурсында еңеүем менән айырыуса ғорурланам. Тантаналы бүләкләгән ваҡытта йөрәгем бик шәп типте, - тип бүлешә хис-тойғолары менән Булат Бикҡужинһәм һәм бүләккә бирелгән смарт-сәғәтен күрһәтә.
- Уның наградалары араһында ижади конкурстарҙағы еңеүҙәре бар. Ул бик матур тиеп һүрәт төшөрә, бер нисә йыл элек әсәһенең портретын төшөрҙө. Булат театр менән мауыға, тамашаларҙа төп ролдәрҙе башҡара. Ул сәхнәлә генә түгел, шулай уҡ класта ла лидер, ул минең уң ҡулым. Бик яуаплы. Ул башҡаларға ла ярҙам итә. Булат - изгелекле, кешелекле һәм бик ғәҙел кеше, - тип һөйләй уҡыусыһы хаҡында Роза Латипова.
Булаттың тағы ла бер мауығыыу бар, бәлки был уның киләсәктәге һөнәре лә әйләнер.
- Биш йәштән алып төрлө роботтар, трансформерҙар йыям. Минең коллекцияла 50-нә ашыу экземпляр. Һуңыраҡ роботехника менән мауыҡтым, кешегә төрлө яҡлап ярҙам итерҙәй робот уйлап табырға хыялланам, уның хис-тойғолары ла булыуын теләйем, - тип уйҙары менән бүлешә егет.
Конкурстарҙа һәм олимпидаларҙа ҡатнашыуы арҡаһында ул төрлө ҡалаларҙа ла булырға өлгөрә. Әммә ҙур ҡалаларҙы яратмай йәш егет. Салауатымды һәр ваҡыт һағынып ҡайтам, ти ул. Уҡып йөрөгән мәктәбен дә маҡтап телгә ала уҡыусы.
- Беҙҙең мәктәп иң яҡшыһы. Класыбыҙ ҙа, уҡытыусылар ҙа бик һәйбәт. Улар минең уңыштарыма ихлас шатлана, - ти Булат.
Ул артабан унынсы класта уҡыуым дауам итергә уйлай. Тырыш һәм маҡсатлы егеттең киләсәктә тағы ла уңыштары булыр әле.
Алена Бизикина фотоһы.