газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Май , 09:26

Сифатлы ризыҡ - сәләмәтлек нигеҙе

Беҙҙеңҡалаға эш сәфәре менән Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исаргакова килде. Маҡсаты мәктәп ашханаларында туҡланыу сифатын тикшереү ине.

Сифатлы ризыҡ - сәләмәтлек нигеҙе
Сифатлы ризыҡ - сәләмәтлек нигеҙе

Беҙҙеңҡалаға эш сәфәре менән Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исаргакова килде. Маҡсаты мәктәп ашханаларында туҡланыу сифатын тикшереү ине. Һорауҙар шулай уҡ “Мәғарифтың
мәктәп системаларын модернизациялау” федераль программаһы сиктәрендә 1-се гимназияла, 2-се кадет мәктәбендә, 4-се, 7-се мәктәптәрҙә яһаласаҡ капиталь ремонтҡа ла ҡағылды. Контролгә ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау, мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева, “Дөйөм туҡланыу” предприятиеһы директоры Владимир Маков, ҡала йәмәғәт палатаһы рәйесе Ирина Назарова ҡушылды.

Тикшереүселәр тәүҙә 4-се мәктәпкә юлланды. Бында уҡыусыларҙың 90 проценты ҡайнар аш менән тәьмин ителгән. Лида Исаргакова иртәнге аш ашап ултырған балаларҙан аҙыҡты нисек бешереүҙәре менән
ҡыҙыҡһынды. Уҡыусылар бер тауыштан мәктәптәге туҡланыу менән ҡәнәғәт булыуҙарын белдерҙе.
Лида Исаргакова һауыт-һабаның сифатына ла туҡталды. Ашханаларҙа сатнаған, сите кителгән һауыт-һабаны ҡулланыу тыйылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бәхеткә, 4-се мәктәптә был мәсьәләгә яуаплы ҡарайҙар.
Лида Сәғит ҡыҙы мәктәптә буфет ойошторорға тәҡдим итте. Тик мәктәп хакимиәте был балаларҙың ҡайнар аштан баш тартыуына килтереүе ихтимал, тип борсолоу белдерҙе.

7-се мәктәптә балаларҙы төшкө ашҡа рассольник, былау, сөгөлдөр салаты, цитруслы эсемлек көтә ине.
- Салауат уҡыусылары ашты яратып ашай. Башҡа муниципалитеттарҙа был һирәк күренеш, - тине Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары.
Мәктәп директоры Елена Вяхирева алда капиталь ремонтҡа әҙерлектең нисек барыуы тураһында һөйләне:
- Беҙҙең мәктәптә 782 бала уҡый. Ремонт осоронда уҡыусылар 15-се мәктәпкә йөрөйәсәк, беренсе класҡа барыусылар ике балалар баҡсаһына беркетелгән. Ундан ашыу эшсе төркөм ултырышы уҙҙы.
Ҡунаҡтар 2-се кадет мәктәбенә килеп кергәндә уҡыусылар “Зарница” хәрби-спорт уйындарының зональ этабына әҙерләнә ине. Лида Исаргакова кадеттар менән әңгәмәләшкәндән һуң, был мәктәптә хәрби-
патриотик тәрбиәнең юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне. Уны кадеттарҙың нисек туҡланыуы ла ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы. Балалар борщ, йогурт, ҡамыр ризыҡтары оҡшауын әйтте. Бында ашхана Урындағы
башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында яңыртылған. Ә киләһе уҡыу йылында бөтә мәктәп икенсе төҫ аласаҡ. 
- Подрядсылар билдәләнде, 1 июндә ремонтҡа төшөргә тейештәр. Балалар ҙа, коллектив та ваҡытлыса 11-се мәктәпкә урынлаштырыла, - тине мәктәп директоры Виталий Шарапов.
Ҡунаҡтарҙы иң һуңғыһы булып 1-се гимназия ҡабул итте.
- Туҡланыуҙың яҡшы ойошторолоуы тураһында балаларҙың үҙҙәре һөйләй: ҡалдыҡтарҙың юҡлығы, буш тәрилкәләр - бына ошо төп күрһәткестәр, - тип билдәләне Лида Исаргакова. 
Учреждение директоры Лариса Давыдова 70 йыллыҡ тарихы булған белем усағының бер ваҡыттта ла капиталь ремонт күрмәүе, шуға ремонттың гимназияға бик кәрәк булыуы тураһында һөйләне. Ремонт
ваҡытына уҡыусыларҙы 8-се лицей ҡабул итә. Тикшеренеү һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһап, Лида Исаргакова ҡалала мәктәп туҡланыуын ойоштороу буйынса эштең яҡшы ҡуйылыуын билдәләне.
- Мәктәп ашханаларындағы менюла емеш-еләк, һөт продукцияһы, икмәк һәм витаминлаштырылған эсемлектәр бар, ашханаларҙа таҙа һәм иркен. Эшкә балаларҙың йәлеп ителеүе лә яҡшы, был үҙе үк хеҙмәт
тәрбиәһе булып тора. Салауатта берҙәм команда тупланған, улар бер-береһен ишетә, тыңлай белә. Ата-әсәләр менән эште артабан да дауам итергә кәрәк, - тине ул.
Мәктәп туҡланыуын тикшергәндән һуң, ошо уҡ учреждениела капиталь ремонт эшләнәсәк дүрт мәктәптең директорҙары, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
- Төп маҡсат - йәмәғәт һәм ата-әсәләр контролен тәьмин итеү, белем биреү процесында ҡатнашыусыларҙың барыһының  да тауышы иҫәпкә алынырға тейеш. Ҡаланың Йәмәғәт палатаһы ҡарамағында ошо
дүрт мәктәптең вәкилдәре, шул иҫәптә ата-әсәләр, өлкән класс уҡыусылары һәм педагогтар ингән берҙәм комиссия  булдырырға кәрәк, - тип билдәләне Лида Исаргакова. - Программаға индерелгән “Герой партаһы” һәм “Геройҙар йөҙө” проекттары мотлаҡ иҫәпкә алынырға тейеш. “Геройҙар йөҙө” - ул фасадтарҙағы, мәктәп стеналарындағы муралдар. Улар ҡала һәм республика
менән бәйле булыуы мөһим. Шулай уҡ Салауат мәктәптәрен башҡаларҙан айырып торорлоҡ берҙәм стиль уйлап табырға тәҡдим итәм.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: