- Жюри ағзалары «Педагогик өмөт» номинацияһына фекер йөрөтөү ҡыйыулығы, яңылыҡҡа ыштылыштары һәм уҡытыу процесына бирелгәнлеге менән һоҡландырҙы тип билдәләне. Һеҙ уларҙы нимә менән хайран ҡалдырҙығыҙ, әйтегеҙ әле?
- Өфөнөң 16-сы гимназияһында «Сифат ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы» темаһына асыҡ дәрес уҙғарҙым һәм унда мин уҡыусыларға детектив роленә инеп юғалған ялғауҙарҙы эҙләргә тәҡдим иттем. Балалар ҡыҙыҡһынды һәм бик актив булды, ә дәрес аҙағында хатта алҡышлап рәхмәт белдерҙе. Был мәлдәр бик ҡәҙерле. Киләһе этапта БДПУ-ның технопаркында уҡыусылар менән әңгәмә ҡоролдо, унда мин Бөтә донъя йәштәр фестивале хаҡында һөйләнем. Малай һәм ҡыҙҙар үҙҙәрен уның ҡатнашыусыһы итеп тойҙо, тематик күнекмәләрҙе үтәне һәм тырышлыҡтары өсөн миҙал алды.
- Уҡыусыларығыҙ - йәш кадеттар һеҙҙең өсөн көйҙөмө?
- Әлбиттә! Һәр этапта! Ә ҡала этабы ваҡытында, миңә бәйгелә һынау тотоу нисек ауыр икәнен күреп, тәмлекәстәр менән һыйлап дәртләндерҙеләр. Иң мөһиме - улар миңә ышанды! Мин Салауаттан йыраҡта, республика конкурсында ҡатнашҡанда, быны тойҙом.
- Конкурс һынауҙары артта, лайыҡлы награда ҡулда. «Йәш йыл уҡытыусыһы» һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы, шатлыҡлы ваҡиға ғына булдымы, йәки ул һеҙҙең тормошоғоҙҙо ла үҙгәрттеме?
- Конкурс минең һөнәри үҫешем өсөн этәргес булды. Ҡала этабында уҡ бик күп яңы нимәләр белдем, минең педагогик тәжрибәм ул тиклем ҙур түгел, бәйге мине бик күп нимәгә өйрәтте. Ҡалалағы еңеүҙән һуң республика этабында үҙемде ышаныслыраҡ тойҙом. Һис һүҙһеҙ, ҡатмарлы булды, шулай ҙа коллегаларым, ғаиләм, уҡыусыларым ярҙамы менән барыһы ла килеп сыҡты. Иң мөһиме - конкурс минең дөрөҫ һөнәр һайлауымды аңларға булышлыҡ итте.
- Әйткәндәй, ҡасан һәм ни өсөн һеҙ уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ?
- Был һөнәрҙе мин бала саҡта уҡ асып ҡуйғайным. Мәктәп уйнай торғайным, билдә ҡуя торғайным, күп итеп китап уҡып, башҡаларға өйрәтәм тип күҙ алдына килтерҙем. Үҙемде башҡа бер өлкәлә лә күрмәнем. Һәм конкурс быны иҫбатланы, ышаныс өҫтәне.
- Яңы көстәр менән тик алға! Яңыға асыҡ һәм үҙ көсөнә ышанған йәш педагог Регина Сергеева киләсәккә ниндәй уй-хыялдар менән яна?
- Эшләргә, балаларҙы уҡытырға, камиллашырға, һөнәри үҫештә булырға - хәҙер был минең булмышым икәненә ныҡлы ышанам. Шундай маҡсат ҡуйҙым: бер нисә йылдан тағы ла «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашып, «Пеликан» билдәһен ҡулыма алып, уны Салауатҡа алып ҡайтасаҡмын!
Фото Регина Сергееванан.