Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Март , 16:50

Ата-әсәләр имтихан тапшыра

Салауатта «Бергә тапшырабыҙ! Ата-әсәләр менән БДИ тапшырыу көнө» бөтә Рәсәй акцияһы уҙҙы. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу процедураһы менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн 38 сығарылыш уҡыусыһының ата-әсәһе 21-се мәктәптә нигеҙләнеүсе 231-се пунктҡа йыйылды.

Ата-әсәләр имтихан тапшыра
Ата-әсәләр имтихан тапшыра

Салауатта «Бергә тапшырабыҙ! Ата-әсәләр менән БДИ тапшырыу көнө» бөтә Рәсәй акцияһы уҙҙы. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу процедураһы менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн 38 сығарылыш уҡыусыһының ата-әсәһе 21-се мәктәптә нигеҙләнеүсе 231-се пунктҡа йыйылды.

БДИ-ны ата-әсәләр менән тапшырыу акцияһы һигеҙенсе йыл уҙғарыла. Ул ата-әсәләргә балалары өсөн борсолоуҙы бөтөрөргә, имтихандарға дөрөҫ әҙерләнергә ярҙам итә.
- Ысынлап та, был акция ҡайһы бер уйҙырмаларҙы юҡҡа сығара. Пунктҡа килгәндән һуң, ата-әсәләр барыһы ла хәүефһеҙ һәм уйланылған  икәненә инана, - тип билдәләй ҡала мәғариф идаралығының баш белгесе, дәүләт имтихан комиссияһы ағзаһы Наталья Барвина.
2024 йылда Салауатта ике БДИ тапшырыу пункты эшләйәсәк: 8-се лицейҙа һәм 21-се мәктәптә. Ойоштороусылар белдереүенсә, унда быйыл БДИ тапшырыусы 481 сығарылыш уҡыусыһының барыһына ла урын етәсәк. Рус теле һәм математика буйынса мотлаҡ имтихандан тыш, 168 уҡыусы йәмғиәтте өйрәнеү, 86 уҡыусы химия, 82 уҡыусы физика, 81 уҡыусы биология һәм 72 уҡыусы информатиканан имтихан тотасаҡ.
- Акцияның маҡсаты - ата- әсәләргә имтихан тапшырыу процедураһын күрһәтеү һәм бының менән стреслы хәлде бөтөрөү, - тине имтихан уҙғарыу пункты етәксеһе Зәлиә Гәрәева. - Беҙ ата-әсәләргә бинаға инеүҙән
башлап барыһын да күрһәттек: балалар пунктҡа нисек инә, имтихан материалдары нисек баҫтырылып сығарыла, БДИ-ла ҡатнашыусылар  менән ойоштороусылар нисек эшләй. Бынан тыш, ата-әсәләр имтихан материалдары (теркәү һәм яуаптар бланкы, контроль-тикшереү материалдары) менән таныша. Улар БДИ уҙғарыу ул тиклем ҡурҡыныс та түгеллеген күрҙе. 

2024 йылда имтихан материалдарын аудиторияларҙа уҡ сканер- лаясаҡтар, ә һуңынан улар Башҡортостандың Мәғариф министрлығына тапшырыласаҡ.
Резерв сроктарында берҙәм имтиханды Салауат уҡыусылары Мәләүездә бирәсәк. Ата-әсәләрҙең ойоштороусылар менән осрашыуы бик файҙалы һәм фәһемле булды.
- Беҙ телефондарҙы эҙләү өсөн металл тикшереү һәм кәрәҙ элемтәһен һүндереү өсөн йыһаздарҙы күрһәттек. Уның Роспотребнадзор сертификаты бар, уны былай ғына урынлаштырып булмай, рөхсәт кәрәк. Шулай уҡ һәр аудиторияла видеокүҙәтеү бар, улар сығарылыш уҡыусыларын да, ойоштороусыларҙы ла күҙәтеү өсөн кәрәк. Бәхәсле хәл килеп сыҡһа, уны асыҡларға ярҙам итә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Наталья Барвина.
Әйткәндәй, пункт биләмәһенә сығарылыш уҡыусылары тик билдәле предметтар йыйылмаһын ғына үткәрә ала: ҡара ручка, ябай линейка, программаланмаусы калькулятор (чехолһыҙ һәм башҡа һауытһыҙ) һәм паспорт. Барыһы ла егет-ҡыҙҙар ниндәй предмет тапшырыуынан тора.

Был көндө БДИ уҙғарыу процедураһы тураһында барыһын да белеү өсөн Илнур Мырҙаҡаев килгәйне. Уның ҡыҙы Азалия 8-се лицейҙың 11а класын тамамлай.
- Имтихан, талаптар, яңы шарттар һәм башҡаһы - һәр бала, әлбиттә, тулҡынлана, шуға күрә ата-әсә тынысландыра белергә тейеш. Үҙең БДИ процедураларын үтһәң, имтиханда нимә көтөүен аңлатыуы еңелерәк. Мин үҙем дә тулҡынланам. Был беҙ элек тапшырған имтихандар түгел. Барыһы ла икенсе төрлө, - ти атай кеше. - Азалия киләсәккә пландарын билдәләне. Уның хыялы тормошҡа ашыр һәм үҙе теләгән юғары уҡыу йортона
инер, тип ышанабыҙ.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: