“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” республика конкурсы муниципаль, төбәк һәм Бөтә Рәсәй этаптарында үтә. Бөтәһе 500-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Финалға Татарстан Республикаһынан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән һәм Удмуртиянан делегациялар килә. Был конкурста тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт хәрәкәтенә тос өлөш индергән, республика халыҡтарының туған телен, мәҙәниәтен пропагандалаған ҡатын-ҡыҙҙарға өҫтөнлөк бирелһә, Бөтә Рәсәй статусы алынғас, барлыҡ милләт вәкилдәре лә ҡатнаша башлай. Былтыр илһөйәрҙәр тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйһалар, быйыл да был тема төп урынды биләй.
Гөлдәр Ситдиҡова Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылынан. Ҡалабыҙҙың кадет мәктәбендә 1995 йылдан алып башҡорт телә һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Әлеге ваҡытта ул 10-11 синыфтарҙың класс етәксеһе лә.
- Мин уҡыусыларыма икенсе әсәй кеүек. Үҙемдең педагогик эшмәкәрлекте белем һәм тәрбиә биреүҙе бер-береһенән өҙлөкһөҙ алып барам, киң ҡарашлы, рухи яҡтан ныҡлы, аҡыллы шәхес тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуям. Шулай уҡ йәштәрҙә туған телгә, тыуған ергә һөйөү, тыуған яҡты һаҡлау һәм яҡлау тойғоларын үҫтерергә тырышам, - ти Гөлдәр Радик ҡыҙы.
Бар күңеле менән уҡытыусы һөнәренә бирелеп китеп эшләгән мөғәлимә һәр дәресте ҡыҙыҡлы итеүгә, үҙенең фәне йәмғиәт һәм кеше тормошонда ни тиклем әһәмиәтле икәнен еткереүгә ынтыла. Ул балаларҙы башҡорт халҡының традицияларына, әхлаҡи-рухи ҡиммәттәренә уңышлы йәлеп итә, уҡыуысалрҙың һәләттәрен үҫтерә. Йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһының муниципаль этабына балалар әҙерләй, ҡала конкурстарында, сараларында үҙе һәм уҡыуысалыры әүҙем ҡатнаша. Олимпиаданың муниципаль этабы призерҙарын һәм еңеүселәрен әҙерләгәне өсөн мәғариф идаралығының грамотаһы, 2017, 2023 йылда «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсына еңеүселәр әҙерләгәне өсөн ҡала хакимиәте башлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Кадет мәктәбендә эшләүсе уҡытыусының тәрбиә эше йәш быуында Тыуған илгә һөйөү, патриотизм, физик әҙерлек һәм рухи ныҡлыҡты булдырыуҙы ла күҙ уңында тота. Был йәһәттән Гөлдәр Ситдиҡоаваның эш тәжрибәһе күптәргә өлгө булырлыҡ. Ул үҙенең уҡыусыларының уңыштары хаҡында ихласлап бүлешә. Уның һәр һаҡыт әйҙәп тороуы арҡаһында кадеттар стройҙа йөрөү, янғын-ҡулланма спорты менән шөғөлләнә, йөҙөү, еңел атлетика, атыу спорт секцияларында шөғөлләнә. Тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, кадеттар төрлө ҡала һәм республика конкурстары, ярыштары призерҙары була. Мөғәлимә йәштәр араһында патриотик тәрбиә буйынса ғәйрәт ҙур эш алып бара. Кадеттарҙы ҡалала уҙғарылған 9 май парады, строй йыры смотры, әсәләр көнө һәм башҡа әһәмиәтле сараларға әҙерләй. Бының өсөн грамоталар, рәхмәт хаттары, I, II, III дәрәжә липломдары, «Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Йәйен Гөлдәр Радик ҡыҙы хәрби-патриотик лагерҙарҙар ла эшләй. Уның «Патриот» коамндаһы уҡыусылары Өфөлә уҙған «Сик» республика хәри-патриотик уйынында II урын яулай. Остаз Мәскәүгә XVI Бөтә Рәсәй кадеттар сборына команданы лайыҡлы әҙерләгәне һәм Рәсәйҙең кадеттар хәрәкәтенә индергән шәхси өлөшө өсөн диплом менән наградлана.
- Беҙ «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсында күп йылдар дауамында йыйылған үҙебеҙҙең тәжрибә менән уртаҡлаштыҡ, презентациябыҙҙы ла ошоға нигеҙләнеп әҙерләнек. Һуңынан ойоштороусылар билдәләгән бурыстарҙы үтәнек, эштәребҙҙе социаль селтәрҙәргә һалып барҙыҡ, - тип бүлешә Гөлдәр Радик ҡыҙы. - Өс тиҫтәгә яҡын хеҙмәтемде күреп, республика кимәлендә баһаланыуына бик шатмын. Мин бит балаларҙы башҡорт теленә генә түгел, шулай уҡ нигеҙле патриотик тәрбиә лә алып барам. Йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо менән башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләүҙе бергә алып барыу күпкә һөҙөмтәлерәк, отошлораҡ, уҡыусылар ҙа дәрестәремә ҡыҙыҡһыныу менән йөрөй. Башҡорт йәмәғәт ойошмалары ойошторған конкурстарға балаларҙы йәлеп итәм, теләп ҡатнашалар, шунан уларҙың уңыштары һөйөнәм. Уҡыусыларымдың яҡшы уҡып, һөнәр алып, лайыҡлы эшләп йөрөүҙәрен күреп ғорурланам. Әйткәндәй, минең кеүек уҡытыусы булырға теләк белдереүе лә ҙур йыуаныс минең өсөн.
«Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» байрамынан Гөлдәр Ситдиҡова илһамланып, рухланып ҡайтҡан.
- Унда бик йылы, айырым бер мөхит тантана итте, матур итеп ҡаршы алдылар, биҙәндерҙеләр, һәр ҡайһыһы таныша, аралаша, фотоға төшә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләренә наградалалар тапшырыуҙары бик тулҡынландырғыс булды. Туған телдәр буйынса методист Сәриә Сәйфулла ҡыҙы конкурста ҡатнашырға тәҡдим иткәс, ҡатнашырға риза булыуыма шатмын. Мин беренсе класта уҡ баланың һәләттәрен күреп шуны үҫтерергә тыршам. Уҡытыусы юл күрһәтеүсе кеүек, дөрөҫ йүнәлеш биреп алып барырға тейеш. Милләтле тәрбиәләүсе лә, киләсәген билдәләүсе лә, халҡыбыҙҙың арҡа һөйәген, рух ҡеүәтен тотоп тороусы, алға әйҙәүсе һәм тел һағында тороусы ла - ҡатын-ҡыҙ. Халҡыбыҙҙың һәм илебеҙҙең мәнфәғәтендә фиҙаҡәр хеҙмәтебеҙҙә бары тик уңыштар ғына юлдаш булһын, - ти хөрмәт ҡаҙанған мөғәлимә Гөлдәр Ситдиҡова.
Фото Гөлдәр Ситдиҡованан.