газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Февраль , 09:22

Проектҡа ҙур өмөттәр бағлап

8-се лицейҙың медицина класы уҡыусылары предуниверсарийҙар алды селтәрен үҫтереү буйынса инициатив бюджетлау проекттары конкурсында ҡатнаша.

Проектҡа ҙур өмөттәр бағлап
Проектҡа ҙур өмөттәр бағлап

8-се лицейҙың медицина класы уҡыусылары предуниверсарийҙар алды селтәрен үҫтереү буйынса инициатив бюджетлау проекттары конкурсында ҡатнаша.

Нимә ул предуниверсарийҙар? Был мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары араһындағы яңы хеҙмәттәшлек төрө. Предуниверсарийҙар селтәрен үҫтереү буйынса мәктәп инициативалы бюджетлау проекттарын конкурс
һайлап алыуы ойоштороусылары - Евразия фәнни-мәғариф үҙәге идарасы компанияһы һәм Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығы. Уҡыусылар үҙҙәре актуаль теманы һайларға һәм уҡыу шарттарын яҡшыртасаҡ йәки яңы офоҡтар асасаҡ проектты булдырырға тейеш.
“Медицинаға старт” проекты унынсы медицина класы уҡыусылары командаһы тарафынан төҙөлгән. Ул 8-се лицейҙа химия-биология лабораторияһын асыуҙы күҙ уңында тота. Уға ярашлы, 2 миллион һумдан ашыу суммаға медицина манипуляцияларын үткәреү өсөн кәрәкле ҡорамалдар, тренажерҙар медицина манекендарын һатып алыу ҙа ҡаралған.  Проект конкурс һайлап алыуында еңгән осраҡта лабораторияла медицина класы уҡыусылары химияны һәм биологияны тәрәнерәк өйрәнеү мөмкинлеге ала. 

“Медицинаға старт” проекты өҫтөндә медицина класы уҡыусылары  командаһы ай буйы эшләгән. Уның составына Афина Бородинская, Айрат Фәхретдинов, Лина Иҙрисова, Люциә Хәсәнова, Иван Трифонов ингән.

- Беҙ проектҡа теләп, ҙур өмөттәр бағлап ҡушылдыҡ. Лицейыбыҙҙа беҙҙең өсөн яңы мөмкинлектәр асыусы лаборатория барлыҡҡа килһә, ҡайһылай шәп була бит. Күҙ алдына ғына килтерегеҙ: хәҙерҙән үк, юғары
уҡыу йортона ингәнсе, химия һәм биология буйынса етди тикшеренүҙәр үткәрә алабыҙ, манекендарҙа белемдәребеҙҙе нығытыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Беҙ күп нәмәгә өйрәнеп кенә ҡалмаясаҡбыҙ,ә һөнәри
йүнәлеште дөрөҫ һайлағанбыҙмы- юҡмы икәнлегебеҙҙе лә аңлай аласаҡбыҙ, - тип бүлешә буласаҡ аҡ халатлылар.

Алена БИЗИКИНА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: