Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Февраль , 16:28

Туған телдең йәнгә яҡын тылсым көсө

Телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, тәү сиратта, ғаиләнән килә. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе балаларға өйрәтеү бурысы тәрбиәселәр, уҡытыусылар иңенә һалынған.

Туған телдең йәнгә яҡын тылсым көсө
Туған телдең йәнгә яҡын тылсым көсө

Телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, тәү сиратта, ғаиләнән килә. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе балаларға өйрәтеү бурысы тәрбиәселәр, уҡытыусылар иңенә һалынған.

21 февралдә йыл да Халыҡ-ара Туған тел көнө билдәләнде. Ул юғалыу хәүефе янаған телдәрҙе һаҡлау, донъяла мәҙәниәт һәм тел төрлөлөгөнә булышлыҡ итеү маҡсатында үткәрелә. Башҡорт теле Рәсәйҙә киң ҡулланылған иң алдынғы биш тел иҫәбенә ингән. 1 миллиондан ашыу кеше башҡорт телендә һөйләшә һәм уларҙың 940 мең тирәһе көндәлек аралашыуҙа ҡуллана. Был - Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре. Башҡортса белгән 1086423 кешенең 940315 меңе Башҡортостанда йәшәй. Шул уҡ ваҡытта уларҙың 604212 меңе - ауыл кешеһе.

Телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, тәү сиратта, ғаиләнән килә. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе балаларға өйрәтеү бурысы тәрбиәселәр, уҡытыусылар иңенә һалынған. Ә тел ҡәҙерен бәләкәйҙән яҡшы аңлаған рухлы уҡыусылар, ысын мәғәнәһендә, беҙҙең киләсәк. Улар тел буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, төрлө призлы урындар яулай. Бөгөнгө һүҙебеҙ ҙә ошо хаҡта.

Сәриә Шәмсетдинова, ҡаланың уҡытыу-методика үҙәгенең туған телдәр буйынса методисы:
- Ҡалабыҙ мәктәптәрендә дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Салауат ҡалаһында барлығы 18 мәктәп эшләй. Уларҙа 15367 бала белем һәм тәрбиә ала. Шулар араһында 25-се башҡорт гимназияһында уҡытыу башҡорт телендә алып барыла. Гимназияла 2023 - 2024 уҡыу йылында 797 уҡыусы иҫәпләнә. Был уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәтен милли мәктәптәр өсөн төҙөлгән программа буйынса үҙләштерә. Ҡалала 3131 башҡорт балаһы иҫәпләнһә, шуларҙың 2145-е туған тел булараҡ өйрәнә. 4-се, 7-се, 18-се мәктәптәрҙә 186 уҡыусы туған тел булараҡ татар телен һайлаған. Ҡалала туған телдәрҙе өҫтөнлөклө
итеү буйынса планлы эш алып барыла. Төп иғтибар сифатлы белем биреүгә йүнәлтелә. Туған телде уҡытыу кимәлен күтәреү маҡсатында уҡытыусыларҙың методик берләшмәһе эше  яйға һалынған. Берләшмә ултырыштарында яңы методикалар, заманса уҡытыу технологиялары, уҡыусыларҙың белем сифатын күтәреү кеүек эшлекле мәсьәләләр ҡарала, уҡытыусыларҙың үҙ белемдәрен үҫтереү буйынса сығыштары тыңлана, алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу һәм таратыу ойошторола. Уҡыусыларыбыҙ һәләтле һәм башҡорт телен туған тел булараҡ та, дәүләт теле булараҡ та тырышып һәм ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Быны улар әленән-әле республика бәйгеләрендә, олимпиадаларҙа, төрлө төбәк-ара конференцияларҙа ҡатнашып, үҙҙәренең уңыштары менән дәлилләп тора.

Ҡала күләмендә лә төрлө саралар уҙғарырға тырышабыҙ. 7 февралдә ҡалабыҙҙың 18-се мәктәбендә Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған ижади конкурс үтте. Унда ҡала мәктәптәренең 1-10 класс уҡыусылары ҡатнашты, улар башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәрен яттан һөйләне. 
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла үҙ-ара эссе конкурсында ҡатнашып,  тәүге Президентыбыҙға рәхмәт һәм оло ихтирам һүҙҙәрен белдерҙе. Баһалама азалары иң сағыу сығыштарға лайыҡлы баһалар ҡуйҙы, призлы урындар билдәләне. Башланғыс кластар араһындағы ярышта 17-се мәктәп уҡыусыһы Камил Керимов, 1-се гимназия уҡыусыһы Альберт Сирбаев, 20-се мәктәптән Эльвина Ниғмәтуллина еңеүсе булды.
Наилә Ибәтуллина, Сабина Ишембаева, Шамил Вилданов, Әҙил Тоҡомбәтов, Айзанат Исхаҡов, Сабина Саниева төрлө номинацияларҙа еңеүсе булараҡ билдәләнде. Урта төркөмдә еңеүҙе  25-се башҡорт гимназияһы
уҡыусыһы Динә Хәлитова, 17-се мәктәптән Тамерлан Әминов, 20-се мәктәптән Радмила Ишһарина яуланы. 19-сы мәктәп уҡыусыһы  Хәлит Ғүмәров, 2-се кадет мәктәбенән Айназ Хужахмәтов «Аҡбуҙат» башҡорт йәмәғәт ойошмаһының махсус призын һәм дипломын алды. Өлкән класс уҡыусылары араһында конкурс ифрат ҡыҙыу барҙы. Бер яҡтан,  уҡыусыларҙың нәфис шиғри телмәрҙе тыңлаусы күңеленә әһаңлы итеп еткереүҙәре һоҡландырһа, икенсе яҡтан, уларҙың туған телдәренә битараф булмауҙары ғорурлыҡ уятты. Айырыуса 25-се башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Рамаҙан Хәмиҙуллин, 22-се мәктәптең 8-се класс уҡыусыһы Азамат Ноғоманов, 2-се кадет мәктәбе уҡыусылары Гөлнара Баймөхәмәтова һәм Сәйҙә Нәҙершина маҡтауға лайыҡ. Эссе конкурсында 7-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Зәлиә
Иҙрисова беренсе, Эльвера Ваһапова өсөнсө урынға сыҡты, 1-се гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмилә Төхвәтуллина икенсе урынға лайыҡ тип танылды. Конкурсты ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам иткән Салауат ҡалаһының «Аҡбуҙат»башҡорт йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илгиз Кәримовҡа, Салауат ҡалаһының ата-әсәләр комитеты рәйесе урынбаҫары Әлфиә Әбүбәкероваға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Киләсәктә лә яулайһы бейеклектәр көтөп торһон. Алда төбәк-ара «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсы көтә. Быйыл был мәртәбәле конкурста ҡалабыҙҙың 7-се мәктәп уҡытыусыһы Зилә
Таштимерова ҡатнаша.

Уҡыусыларҙың туған телдән һәм дәүләт теле булараҡ башҡорт теленән белем кимәленең күрһәткесе булып, әлбиттә, ҡала, төбәк-ара олимпиадалар тора. Йыл да уҡыусылар олимпиадаларға
маҡсатлы, әҙерлекле килә. 2023 - 2024 уҡыу йылында ҡала этабында барлығы 93 уҡыусы ҡатнашты. 

Олимпиадаларҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүсе уҡыусылар: Лиана Фәйзуллина Лиана, Әлфиә Аҡҡолова, Рафаэль Ибраһимов, Эвелина Ҡәҙербәкова, Ләйлә Ғәйнетдинова, Сәйҙә Нәҙершина, Рәмилә Ҡыуандыҡова, Екатерина Терехина, Аделина Аҡҡолова, Анастасия Сарычева, Бауржан Ҡалмырҙин, Кирилл Ефросинин, Лина Александрова, Екатерина Болотина, Тимур Ишкинин. Дәүләт телен дауам итеп өйрәнеүселәр араһында: Аделина Йәғәфәрова, Илиза Әбхәлимова, Ильяс Ваһапов, Альбина Йәнйегетова, Динә Яҡшыева, Дарина Бәширова, Гөлназ Ҡорамшина, Илсур Собханғолов, Диана Хәйбуллина,Гөлнара Баймөхәмәтова, Азалия  Ниғмәтуллина, Булат Әбүбәкеров, Камилла Исмәғилева, Рәмилә Мәсәғүтова. 

2-се кадет мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Сәйҙә Нәҙершина - телем, илем тип янып йәшәүсе балаларҙың береһе. Уҡытыусыһы Гөлдәр Ситдиҡова уҡыусыһы тураһында тик яҡшы фекерҙә:
- Сәйҙәбик уңған ҡыҙ,сөнки күп балалы ғаиләлә иң өлкәне, туғандарына үрнәк һәм ярҙамсы. Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, класташтары араһында тәртибе, ярҙамсыллығы, бөхтәлеге менән айырылып
тора, шуға ла иптәштәре үҙен хөрмәт итәц. Сәйҙә уҡыу менән бер рәттән, ҡалала башҡорт телендә үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмай. Ҡалабыҙҙың ата-әсәләр комитеты тарафынан үткәрелгән «Зирәктәр һәм
отҡорҙар» ярышында капитан вазифаһын башҡарҙы һәм командаһы беренсе урынға лайыҡ булды. Шулай уҡ төрлө шағирҙарҙың тыуған көндәренә арнап үткәрелгән, әҫәрҙе яттан һөйләү конкурстарында әүҙем
ҡатнаша. Сәйҙә йыл да ҡала һәм республика кимәлендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән үткәрелгән олимпиадаларҙа ҙур һөҙөмтәләргә эйә. Шулай уҡ башҡорт халҡының ҡомартҡыһы булған, Бөрйән районында үткәрелгән «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсында ҡатнашты.
- Башҡорт теле миңә шул тиклем яҡын, ҡәҙерле. Ғаиләбеҙҙә лә фәҡәт башҡортса аралашабыҙ. Телде мәктәптә теләп өйрәнәм. Туған тел кешене белемле, аҡыллы итә, ғилем донъяһына ынтылыусан итеп тәрбиәләй. Башҡорт теленә ҡарата һөйөү орлоҡтарын күңелемә уҡытыусым Гөлдәр Радик ҡыҙы һалды. Киләсәктә остазым кеүек башҡорт теле уҡытыусыһы булырға теләйем, - ти Сәйҙә.

25-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлшат Ҡолмөхәмәтованың да ғорурланырлыҡ уҡыусылары етерлек:

- Беҙҙең гимназияла саф башҡортса матур итеп һөйләшкән, тәрбиәле, тырыш, һәләтле уҡыусыларыбыҙ булыуы менән ғорурланам. Уларҙы тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәләренә оло рәхмәтемде белдерәм. Бөгөн шундай ике уҡыусым - 10-сы һәм 11-се класс уҡыусылары Камилла Исмәғилева һәм Рәмилә Мәсәғүтова тураһында һөйләп үтмәксемен. Камилла - башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың муниципаль
этабы еңеүсеһе, республика этабы ҡатнашыусыһы. Ул - уҡыу алдынғыһы, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, «Гагарин кубогы» республика олимпиадаһында башҡорт теле буйынса өс тапҡыр призер булды. Тырыш
уҡыусымдың иң ҙур еңеүе - Өфө фән һәм технологиялар университетында үткәрелгән федераль кимәлдәге Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында 2-се урын алыуы. Камилла 11-се класты тамамлағас, профилле йүнәлешкә уҡырға инергә уйлаһа, өҫтөнлөклө шарттар һаҡлана, ул университеттың профилле йүнәлештәренә имтиханһыҙ ҡабул ителәсәк. 
Рәмилә лә телһөйәр, илһөйәр ҡыҙ, башҡорт теле, әҙәбиәте буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай. «Ағиҙел» республика полилингваль олимпиадаһында ла ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкәйне. Быйылғы уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала гимназиябыҙҙың данын яҡлап сығыш яһаны. Уҡыусыларыма уҡыуҙарында ҙур уңыштар теләйем, киләсәктә лә республикала
башҡорт теленең үҫешенә ҙур өлөш индерерҙәр, бәҫен күтәрерҙәр, тип ышанам. Башҡорт теле бик бай, моңло, матур, яғымлы тел ул! Шундай беҙҙең матур телебеҙ икәнен балаларға һәр саҡ төшөндөрөп торам. Ошо тел аша улар кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә, тәбиғәт, йәмғиәт күренештәрен күреп, танып белә, улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә. 

- Башҡорт теле бик матур, йыр һымаҡ моңло. Мин бәләкәйҙән был телдә иркен һөйләшәм, сөнки башҡорт теле - ул минең туған телем. Телде ҡәҙерләп, яратып йәшәргә, уның тормош сығанағы, белем шишмәһе икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Әгәр уның артабан да йәшәүенә булышлыҡ итмәһәк, иң ҙур байлығыбыҙҙан яҙасаҡбыҙ. Туған телем иң моңло, яғымлы тел. Ғаиләлә, дуҫтарым менән саф башҡорт телендә аралашыуға мин бик шатмын. Һәр халыҡтың теле үҙенә яҡын, ҡәҙерле. Тел - һәр милләттең рухи һәм мәҙәни байлығы ла. Ул юҡ икән, халыҡ та, милләт тә юҡ. Ысынлап та, туған телебеҙ йәшәй икән, килер көндәребеҙ яҡты, халҡыбыҙҙың киләсәге булыр, - ти Рәмилә. 

- Иң татлы тел - туған тел, әсәм һөйләп торған тел. Минең уйлауымса, туған тел - ул ата-әсә теле. Туған тел - минең булмышым. Унһыҙ башҡорт ҡыҙы була алмаҫ инем. Сабый саҡтан уҡ әсәйемдең башҡорт телендә бишек йырҙарын тыңлап, ишетеп үҫтем, күкрәк һөтө аша әсәм дә телебеҙҙең байлығын, матурлығын еткергәндер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡалала саф башҡортса һөйләшеү онотолоп бара. Ауылға ҡайтһам, өләсәйемдң рус һүҙҙәре ҡушылмаған башҡаса һөйләшеүенән, уның менән аралашыуҙан көс, дәрт, илһам алып киләм, - ти Камилла.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: