Ҡаланың 45-се балалар баҡсаһында өлкән һәм әҙерлек төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре өсөн «Беҙ - гагаринсылар» республика олимпиадаһының «Интеллектуаль полиолимпиада» йүнәлеше буйынса муниципаль этабы уҙҙы.
Олимпиадала ҡатнашыусыларҙы уҡытыу-методика үҙәге директоры урынбаҫары Марина Сувернева сәләмләне.
- Быйыл «Беҙ гагаринсылар» олимпиадаһы 10 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Бындай саралар иң һәләтле балаларҙы асыҡлап ҡына ҡалмай, уларҙың артабанғы үҫешенә лә булышлыҡ итә. Бөгөн ошо залда локаль этаптарҙа еңеүселәр йыйылған. Һәр кемегеҙ бөтә һәләтен, оҫталығын һалып, еңеп сығырға ынтылған һәм һеҙҙең бик яҡшы килеп сыҡҡан. Бөгөн дә иғтибарлы булып, эштәрҙе лайыҡлы башҡарып сығыуығыҙҙы теләйем.
Муниципаль этапта еңеүселәрҙең иңендә ҙур яуаплылыҡ ята - улар ҡала данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ. Әле һеҙ оло олимпиада юлындаһығыҙ. Мәктәптә етди «Гагарин кубогы» көтә. Белемле булыу - заман талабы, шуның өсөн быға балаларҙы бәләкәйҙән әҙерләү бик дөрөҫтөр, тип уйлайым. Педагогтарға һәм остаздарға ҙур рәхмәт белдерге килә. Һеҙҙең ярҙамдан, тырышлыҡтан башҡа һөҙөмтәләргә ирешеп булмаҫ ине, - тине ул.
Ул көндө 80-гә яҡын бала үҙ көсөн һынаны. Уларға логик фекерләүгә, иғтибарлыҡҡа ҡыҙыҡлы эштәр тәҡдим ителде. Араларында йыһан темаһына ҡағылышлылары ла бар ине.
Етди эшкә тотонор алдынан кескәйҙәргә мауыҡтырғыс программа күрһәтелде. Балалар үҙҙәре менән сәйәхәткә яратҡан йәнһүрәт геройын да алды, уға йыһан тураһындағы белемдәрен күрһәтте. Ә скафандрҙа
пәйҙә булған космонавты бәләкәстәр көслө алҡыштар менән ҡаршы алды, уның менән бергә зарядка яһаны, йомаҡ сисеп, уйындар уйнаны. Сәйәхәткә юлланыр алдынан әҙерлек тә үттеләр. Ә 45-се балалар баҡсаһы
тәрбиәләнеүселәренең дәртле бейеүен зал бик хупланы. Уңайлылыҡ өсөн балалар дүрт төркөмгә бүленде. Һәр кемдең алдына индивидуаль бланк, ручка һалынған. Педагог барыһын да ентекле аңлатҡандан һуң кескәйҙәр етди йөҙ менән күнегеүҙәрҙе башҡарыуға тотондо.
Балаларҙан: «Ҡатмарлы булдымы?» тип һорайым. «Юҡ, эштәр ауыр түгел. Беҙҙе педагогтар әҙерләне, өйрәтте бит», - тине улар бер тауыштан.
Сара һуңында барлыҡ ҡатнашыусыларға иҫтәлекле миҙалдар һәм бүләктәр тапшырылды.