Улар менән балаларҙы белем, тәрбиә донъяһына ғына әйҙәп ҡалмай, шулай уҡ уларға үҙ һәләттәрен асырға, ысынбарлыҡ тормошто танып-белергә өйрәтә. Киәләсәк быуынды тәрбиәләүҙә педогогтың роле баһалап бөткөһөҙ. Ә был һөнәр эйәләре һәр саҡ заман менән бергә атларға тырыша һәм конкурстарҙа ҡатнашыу улар өсөн яңы офоҡтар аса, үҙ эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, һөнәри яҡтан үҫешергә мөмкинлек бирә. Ҡала кимәлендә уҙғарылған педагогтарҙың һөнәри бәйгеһе йыл һайын яңы исемдәр аса. Быйыл конкурста 34 һәләтле педагог үҙ оҫталығын һынап ҡарай.
- 2024 йылғы педагогик оҫталыҡ һөнәри конкурсында ҡатнашыусыларҙы сәләмләйбеҙ. Был бәйгенең муниципаль этабы йылдан-йыл юғары ойошҡан кимәлдә уҙа. Белем биреү ойошмалары етәкселәре педагогтарға конкурста ҡатнашыу өсөн уңайлы шарттар булдыра, ярҙам итә. Йыл һайын конкурсанттар ҡала кимәлендә еңгәндән һуң, Салауат данын республика кимәлендә яҡлай һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, лауреат, номинация еңеүселәре була һәм конкурста үҙен күрһәтеүселәрҙең һәр береһе менән ғорурланабыҙ, - тине мәғариф идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Зөлфиә Хәсәнова һәм педагогтарға уңыштар, үҙҙәренең белем, тәрбиә биреүҙең ҡыҙыҡлы алымдары менән ҡыйыу таныштырыуҙарын теләне.
Айырым төркәмдәр менән сәхнәгә «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» бәйгеһенең тәжрибәле һәм «Дебют» номинацияһы, стажлы «Йыл уҡытыусыһы» һәм «Йәш уҡытыусы» номинацияһы, «Йыл педагогы» конкурстары ҡатнашыусылары күтәрелде, алып барыусы уларменән таныштырып үтте. Һәр сағыу шәхес, ижади яҡтан ғәжәйеп һәләтле, алдына маҡсат ҡуйып уға ирешә торған кеше булыуҙары билдәләнде.
Мөғәлимәмәләргә бер нисә төрлө һынау төрөн үтергә кәрәк буласаҡ, шул иҫәптә үҙҙәренең интернет ресурстары менән таныштырыу, педагигик саралар, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеү, «түңәрәк өҫтәл» артында һөнәри диалогта ҡатнашыу. Уларҙың эшен мәғариф идаралығы, уҡытыу-методика үҙәге, профсоюз ойошмаһы, тәжрибәле һәм элекке конкурстарҙа еңеүсе педагогтарҙан торған жюри баһалаясаҡ.
Конкурстарға йомғаҡ 1 февралдә яһаласаҡ һәм лайыҡлыларҙың исеме аталасаҡ.
Имена победителей определятся 1 февраля когда будут подведены итоги профессиональных конкурсов.
2-се кадет мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Регина Сергеева 3 ай элек кенә уҡытыусылыҡ эшенә тотонған һәм уның конкурста ҡатнашырға баҙнатсылыҡ итеүе һоҡланыу уята.
- Уҡытыусы булы яңы ғына эшләй башлаһам да балаларҙың һөйөүен, миңә ышанысын тоям. Мин бала саҡтан мәктәптә балалар уҡытырға, уларҙың янып торған күҙҙәрен күрергә, киләсәк быуынға үҫтереүгә үҙ өлөшөңдө индереүҙе тойоп, үҙ эшеңде яратырға теләнем. Мин конкурста ҡатнашып, тәжрибә туплағым, шулай уҡ үҙемдең заманса ҡараштарым менән бүлешкем килә, - ти йәш белгес.
«Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсында башҡорт балалар баҡсаһында 17 йыллыҡ тәжрибәһе булған Лилиә Асҡарова ҡатнаша.
- Оҙаҡ йылдар ғүмеремде балалар тәрбиәләүгә бағышлауыма бер ҙә үкенмәйем. Тәрбиәсе һөнәре минең булмышым, балалар менән эшләү ҡыҙыҡлы, улар менән бергә йәшәйһең, донъяны танып-белергә өйрәтәһең. Төрлө йәштәге балаларҙың үҙ үҙенсәлеге, бәләкәй балалар менән бәпестәр кеүек, артабан йылдан-йыл асыла баралар, ҡыҙыҡһыныуҙары арта, һәләттәре асыла, һин шуға шаһитһың һәм үҙ өлөшөңдө индерәһең - был үҙе ҡыуаныс. Конкурста беренсегә ҡатнашмаһам да тулҡынландыра, мөдиребеҙ Илүзә Шәфҡәт ҡыҙы, өлкән тәрбиәсебеҙ Әлфиә Сәйфулла ҡыҙы һәм тыуған коллективым рухи һәм әҙерлек яғынан ныҡ ярҙам итә, уларға бының өсөн ҙур рәхмәт.