Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Ғинуар , 15:58

Мәңгелек хазинам

Декабрь урталарында 25-се башҡорт гимназияһында Башҡорт теле көнөнә һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үтте.

Мәңгелек хазинам
Мәңгелек хазинам

Декабрь урталарында 25-се башҡорт гимназияһында Башҡорт теле көнөнә һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үтте.

Һәр көндө төрлө саралар ойошторолдо.11 декабрҙә тематикаға ярашлы стена гәзиттәре мәктәп фойеһында урын алды. Иртәгеһенә “Батырҙар даны - мәңгелек” исемле һүрәттәр конкурсы булды. Уҡыусылар башҡорт батырҙарын бик яҡшы белә булып сыҡты. Урал, Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов Миңлеғәле Шайморатов, Муса Гәрәев, Шәкирйән Мөхәмәтйәнов кеүек батырҙарыбыҙҙың
рәсемен оҫта итеп төшөргәйне.

Яттан шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә ҡатнашыусылар илленән ашыу булды. Уҡыусылар Баязит Бикбай, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Салауат Әбүзәр, Лариса Абдулина, Фәнил Бүләков шиғырҙарын яттан һөйләне. Китапханасыбыҙ Эльвира Килсембаеваның Фәрзәнә Аҡбулатованың “Атай икмәге” хикәйәһе буйынса 6-сы кластар араһында үткәргән “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны ла уҡыусыларға бик оҡшаны. Унда 6а класы уҡыусылары 1-се урынға сыҡты, 6б класы 2-се урынға лайыҡ тип танылды, 6г класы 3-сө урынды алды.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығын йомғаҡлап, әҙәби-музыкаль кисә ойошторҙоҡ. Унда уҡыусылар Рауил Бикбаевтың тормошона, ижадына байҡау яһаны, шиғырҙарын һөйләне.
3а класы уҡыусылары башҡарыуындағы “Башҡорт телендә һөйләшәм”, Рауил Һөйөнов, Ләйлә Ишдәүләтова, Илүзә Мәүлетованың “Башҡорт телен өйрәнәм”, Дания Сәлихова, Богдан Сәфәрғәлиевтың “Беҙ бергә” йырын барыһы ла йылы ҡабул итте.

Гимназия директоры Фирҙәүес Хисмәтуллина шиғыр һәм һүрәттәр конкурстарында еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.

Кисә 8а класы ҡыҙҙары Аҡйондоҙ Ҡотошова, Русалина Ғиззәтуллина, Зарина Байтимерова, Алина Хәмзина ойошторған бейеү флешмобы менән тамамланды. Унда бөтә уҡыусылар дәртләнеп, рәхәтләнеп башҡорт көйҙәренә бейеп, күңел асты.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығында уҙғарылған сара юғары кимәлдә үтте. Байрам балаларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, тип уйлайым. Унда әүҙем ҡатнашҡан бөтә уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға оло рәхмәтемде белдерәм.
Гөлшат Ҡолмөхәмәтова, 25-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: