газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Декабрь 2023, 11:40

Телһөйәр уҡыусылар өсөн һоҡланғыс байрам

Салауат ҡалаһының Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайында йолаға әүерелгән Башҡорт шыршыһы уҙҙы.

Телһөйәр уҡыусылар өсөн һоҡланғыс байрам
Телһөйәр уҡыусылар өсөн һоҡланғыс байрам

Ул көндө ижад һарайы залында мөғжизәүи мөхит хөкөм һөрҙө. Бында ҡалабыҙҙың барлыҡ белем биреү усаҡтарынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларында, конкурстарҙа еңеүсе иң аҡыллы, иң уңған, иң тырыш уҡыу алдынғылары йыйылды.
- Башҡорт шыршыһы ҡала хакимиәте тарафынан ойошторолған бик матур традицияға әүерелгән сара. Бөгөн һәр мәктәптән башҡорт теле буйынса бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән аҡыллы, тәрбиәле уҡыусыларыбыҙҙы саҡырҙыҡ. Ҡала, республика олимпиадаларында, конкурстарында туған тел белемдәре буйынса активлыҡ күрһәтә, быйыл һайлап алыу турын үтеп, республика кимәлендә ҡаланан 56 бала үҙ көсөн һынаны һәм 10 уҡыусы төрлө призлы урындарға лайыҡ булды. Беҙҙең туған телебеҙ шул тиклем матур, яғымлы, моңло, уны яратып өйрәнәйек, үҫтерәйек, сараларҙа актив ҡатнашайыҡ, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, һеҙҙе дәртләндереп торорбоҙ. Яҡынлашып килгән 2024 йыл менән ҡотлап, уның һеҙгә тик яҡшы тәьҫораттар, уңыштар алып килеүен теләйем, - тип ҡотланы уҡыусыларҙы ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Хәсәнова.
Башҡорт шыршыһын ойоштороуға ҡала хакимиәте, мәғариф идаралығы, шулай уҡ уның башҡорт йәмәғәт ойошмалары үҙ өлөшөн индерә.
- Мин һеҙҙе ҡала башҡорттары ҡоролтайы һәм башҡорт йәмәғәт ойошмалары исеменән Яңы йыл байрамы менән ҡотлайым. Беҙҙең “Аҡбуҙат”, “Ағинәйҙәр” ойошмалары, ата-әсәләр комитеты киләсәк быуында туған телгә, башҡорт мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү тәрбиәләү өсөн эшләйҙәр, төрлө саралар ойошторалар һәм һеҙ уларҙа актив ҡатнашаһығыҙ. Шулай уҡ ҡаланан ситтә уңыштарға ирешеп, Салауат данын күтәрәһегеҙ. Беҙ һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ. Заман кешеһенең бер нисә телде белеүе һәм үҙ туған телендә һөйләшеүе бик яҡшы. Һеҙ - беҙҙең киләсәгебеҙ, лайыҡлы кешеләр булығыҙ, - тине Салауат ҡалаһы ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимиров.
50-се башҡорт балалар баҡсаһы, 25-се башҡорт гимназияһы коллективы ҡатнашлығы менән сәхнәлештерелгән «Яңы йыл мажаралары» бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, күңелле тамаша булды. Яуыз уйлы йәнлектәрҙең Ҡыш бабайҙың бүләктәр тоғон урларға маташыуы килеп сыҡманы, улар Ҡыш бабай тылсымы менән изге күңеллегә әүерелде. Тамаша барыһына ла оҡшаны, уҡыусылар әкиәт персонаждары менән бергәләп уйнаны, йырланы, бейене. Ҡыш бабай ролен йылдағыса оҫта итеп 25-се башҡорт гимназия уҡытыусыһы Венер Сөләймәнов башҡарҙы, Ҡарһылыу ролен 50-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгизә Ирғәлина һәм киләһе йыл хужаһы бәләкәй аждаһыны ошо уҡ баҡса тәрбиәләнеүсеһе Илина Хәлимова матур итеп уйнаны. Шулай уҡ 50-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Рәхимә Хәйбуллина, Лилиә Асҡарова һәм Ильвина Хәлимова артислыҡ оҫталыҡтары менән хайран ҡалдырҙы.
Әлбиттә, Яңы йыл байрамында Ҡыш бабайға нисек шиғыр һөйләмәй була һуң? Бик күп балалар ҡыштың төп тылсымсыһына күптән ятлап ҡуйған шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе.
Матур байрамда ҡатнашып, күңелле тамаша ҡылып, иҫтәлекле бүләктәр алып, яҡшы кәйеф менән таралышты балалар.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: