Салауат ҡалаһының 23-сө мәктәбендә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты ярҙамы менән яңы спорт майҙансығы барлыҡҡа килде.
Сарала ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау, ҡала хакимиәте, мәғариф идаралығы вәкилдәре, “Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы бүлексәһе етәксеһе Эльвира Маликова ҡатнашты.
Был белем биреү учреждениеһы проектта икенсегә ҡатнаша. Бынамын тигән автоҡаласыҡтары ла шул арҡылы төҙөлгән. Мәктәп коллективы ирешелгәндә туҡтап ҡалырға йыйынмай, киләһе йылға ла пландар
билдәләп ҡуйған.
- Быйыл беҙҙең мәктәпкә - 30 йыл. Төҙөкләндереү эштәре һәр ваҡыт талап ителә, айырыуса ул физик культураға ҡағылһа. Әле барлыҡҡа килгән спорт майҙансығына барыбыҙ ҙа шат. Уҡыусыларыбыҙ яҡшы физик әҙерлек күрһәтә. Улар араһында спорт мастерлығына кандидаттар, төрлө ярыштар еңеүселәре һәм призерҙары бар, спортсылар акробатика, волейбол, йөҙөү, футбол менән шөғөлләнә.
Ошондай яҡшы мөмкинлек биргәндәре өсөн партияға бик рәхмәтлебеҙ, - тине мәктәп директоры Андрей Шорин.
- Яңы спорт майҙансығы барлыҡҡа килеүе - ыңғай күренеш. Был комплекс, өҫтәүенә, ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн дә тәғәйенләнгән. Балаларға спорт менән әүҙем шөғөлләнеүҙәрен, яңы еңеүҙәр һәм
ҡаҙаныштар теләйем, - тине Артур Рундау.
- Спорт ҡорамалдары һеҙгә оҙаҡ хеҙмәт итһен, ҡала, республика һәм ил кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа уңыштарға ирешергә булышһын, - тип теләктәрен еткерҙе Эльвира Маликова.
Яңы инвентарҙы баһалаусылар араһында 10А класы уҡыусыһы Рәйлә Ғәлиева ла бар.
- Майҙансыҡ заманса, бөтә йәштәге балалар өсөн дә тәғәйенләнгән. Ҡорамалдарҙа шөғөлләнеп ҡараныҡ. Айырыуса волейбол уйыны өсөн уңайлыҡтар булдырылыуы шатландыра. Спортты яратам, еңел атлетика менән
шөғөлләнәм, - ти Рәйлә.
Физкультура уҡытыусыһы Анастасия Ларина майҙансыҡтың мөһимлеген билдәләне.
- Проект бик кәрәкле, айырыуса балалар әүҙемлекте, спортҡа булған ҡыҙыҡһыныуҙы юғалтҡан осорҙа. Күберәк хәрәкәтләнеү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн был - яҡшы стимул,- ти педагог.
Эльвира Маликованың һүҙҙәре буйынса, был быйылғы һуңғы проект булған. 2024 йылда ла эштәр дауам итәсәк.
- “Аныҡ эштәр” - ул яңы мөмкинлектәр. Уның ярҙамында мәктәптәр йәки башҡа социаль учреждениелар көнүҙәк проблемаларҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл итә. Быйыл туғыҙ учреждение ярҙам алһа, киләһе йылға ла ошо уҡ һан. Финанслауҙың дөйөм күләме - 3,5 млн һум. Һәр ҡайһыһына 600-700 мең тирәһе бүленә. Аҡсаларҙың нимәгә йүнәлтеләсәгән һәр кем үҙе хәл итә. Берәүҙәр спорт ҡорамалдары ала, балалар баҡсалары, башлыса,
балаларҙың ял итеү бүлмәләрен йыһазландыра, бәғзеләре линолеум, тәҙрәләр алыштыра. Киләһе йылға күп кенә учреждениелар мәктәптәрендә ремонт башҡарырға ниәтләй. 23-сө мәктәп киләһе йылға ла ғариза
тапшырҙы. Бүленгән аҡсаға улар мәктәптә ҙур булмаған ремонт яһарға планлаштыра, - тине ул.