газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Ноябрь 2023, 17:13

Белеме һәм тырышлығы менән яңы үрҙәргә артыла

Республиканың урта һөнәри белем биреү программаһы буйынса уҡыусы 150 студенты 2023-2024 йылдарға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров стипендияһына лайыҡ булды. Төбәктең иң яҡшы студенттары иҫәбендә - Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының өсөнсө курс студенты Алина Мәжитова.

Белеме һәм тырышлығы менән яңы үрҙәргә артыла
Белеме һәм тырышлығы менән яңы үрҙәргә артыла

Башҡортостандың урта һөнәри белем биреү системаһы Рәсәйҙә иң эреләрҙең береһе, квалификациялы эшселәрҙе, хеҙмәткәрҙәрҙе һәм белгестәрҙе республиканың 92 колледжында һәм биш вузында әҙерләйҙәр. Радий Хәбиров указы менән төбәктә 235 стипендия раҫланған, уларҙың 150-һе урта һөнәри белем биреү программаһы буйынса уҡыусылар өсөн. Студенттарға айлыҡ түләү - 5 000 һум.
Төбәк башлығы Радий Хәбиров стипендиаттары дипломдарын тапшырыу тантанаһы 2 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында үтте. Ҡыҙҙарға һәм малайҙарға уҡыуҙа һәм фәнни эшмәкәрлектәге юғары ҡаҙаныштары өсөн юғары награданы Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетдирҙин һәм уның урынбаҫары Инесса Косолапова тапшырҙы.
- Һеҙҙең барығыҙҙы ла тырышлыҡ, креативлыҡ, һөнәри белем алыуға етди ҡарашығыҙ айырып тора. Ирекмәнлеккә, өҫтәмә белем алыуға, студент үҙидаралығында, төрлө ижади һәм белем биреү проекттарында ҡатнашыуға ваҡыт бүләһегеҙ. Исемле стипендия алыуығыҙ менән ҡотлайым һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем, - тип мөрәжәғәт итте студенттарға Илдар Мәүлетбирҙин.
Ҡотланыусалар араһында - беҙҙең ҡала студенты Алина Мәжитова. Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжына ингәнгә тиклем ул 22-се мәктәптә уҡый. Биш йыл дауамында «Лидер» спорт мәктәбе тренеры Ирина Сюпова етәкселегендә спорт акробатикаһы менән шөғөлләнә.
- Миндә һәр ваҡыт уҡыуға ҡыҙыҡһыныу булды, үҙемде фәнни эшмәкәрлектә лә күрһәтергә тырыштым, конкурстарҙа ҡатнаштым, ғөмүмән, уҡыуҙа ла, практикала ла яңы тәжрибә алыу оҡшай. «Мәктәпкәсә белем биреү» йүнәлеше буйынса уҡыйым, тап ошо һөнәр миңә ҡыҙыҡлы, - тип һөйләй Алина Мәжитова һәм төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүсе остазына рәхмәт белдерҙе. - Минең класс етәксеһе Гөлфиназ Шәрәфетдиноваға ҙур ярҙамы өсөн рәхмәт.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнығы Гөлфиназ Шәрәфетдинова - Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы уҡытыусыһы. Студенттар әйтеүенсә, ул бик һәйбәт остаз, үҙе лә, студенттар менән бергә лә төрлө проекттарҙа һәм конкурстарҙа актив ҡатнаша. Мәҫәлән, яҙын «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында Салауат ҡалаһы данын яҡлап сығыш яһап, «Уҡытыусы - профессионал» номинацияһында лауреат исеменә лайыҡ була.

Фото Алина Мәжитованан.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: