газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Ноябрь 2023, 09:32

Ҡыуаныслы хәбәр - беҙҙекеләр иң-иңе

20 октябрҙән 23-өнә тиклем Мәскәүҙә инвалидтар һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса Милли чемпионат уҙа. Бөтә илдән йыйылған 750 ҡатнашыусы араһында Салауат ҡалаһы студенттары ингән Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһы ла була.

Ҡыуаныслы хәбәр - беҙҙекеләр иң-иңе
Ҡыуаныслы хәбәр - беҙҙекеләр иң-иңе

20 октябрҙән 23-өнә тиклем Мәскәүҙә инвалидтар һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса Милли чемпионат уҙа. Бөтә илдән йыйылған 750 ҡатнашыусы араһында Салауат ҡалаһы студенттары ингән Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһы ла була.

Унан беҙҙекеләр яҡшы яңылыҡ алып ҡайта - «Абилимпикс» хәрәкәтен үҫтереү төбәк үҙәктәренең эшмәкәрлеген мониторинглау йомғаҡтары буйынса Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы Рәсәйҙә хәрәкәтте иң яҡшы үҫтереү үҙәге тип таныла. «Абилимпикс» милли чемпионаты «Профессионалитет» федераль проектының «Рәсәй - мөмкинлектәр иле» президент платформаһы ярҙамында уҙғарыла.
- Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы нигеҙендә урынлашҡан «Абилимпикс» хәрәкәтен үҫтереү төбәк үҙәге «Абилимпикс» Милли чемпионатында Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды, - тип ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашты республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин.
Үҙәктең еңеүҙәре бынан башҡа ла бихисап. Министр һүҙҙәре буйынса, үҙәк беренсе тапҡыр иң яҡшыһы тип 2018 йылда таныла. Ә 2022 йылда ул «Абилимпикс» хәрәкәтен үҫтереүгә өлөш индергән өсөн», шулай уҡ инвалидлыҡ һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам иткәне һәм төбәк чемпионаттарына әҙерләнеүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн диплом менән бүләкләнә.

- Хөрмәтле коллегалар! Һеҙҙе юғары ҡаҙаныштарығыҙ менән ҡотлайым! Һеҙҙең тырышлығығыҙ арҡаһында беҙҙең балалар үҙҙәренә һәм мөмкинлектәренә ышана. Һеҙ - иң яҡшыһы! - тине министр.
- Афарин! Беҙҙең үҙәк уңышлы эшләй, үҫешә. Был сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән студенттарҙы конкурсҡа әҙерләгән бөтә колледждарҙың, педагогтарҙың, остаздарҙың, етәкселәрҙең ҡаҙанышы. Барыһын да ихлас ҡотлайбыҙ, - тип юғары баһа өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе колледж директоры Зөлфиә Ишембәтова.

Фото Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәгетөркөмөнән.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: