Салауат механика-төҙөлөш колледжы дөйөм белем биреү мәктәптәренең 6 - 11 класс уҡыусыларына иртә һөнәри йүнәлеш биреүгә йүнәлтелгән “Киләсәккә билет” федераль проект сиктәрендә сара уҙғарҙы.
“Иретеп йәбештереүсе” йүнәлеше буйынса дәрестәр колледждың иретеп йәбештереү полигонында үтте. 22-се мәктәп уҡыусылары производствоға өйрәтеү мастеры етәкселегендә әйберҙе нисек әҙерләргә
өйрәнде, һәр ҡайһыһы металл пластинаға ҡул менән иретеп йәбештереү аппараты ярҙамында үҙ элементын төшөрҙө. “Бесеүсе” йүнәлешендә 11-се мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Уҡытыусы Рима Ибраһимова
уларҙы йомшаҡ йөрәктәр тегергә өйрәтте.
Сара һуңында һәр кемгә исемле сертификаттар тапшырылды.
Фото Салауат механика-төҙөлөш колледжынан.