газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Октябрь 2023, 11:34

Хәүефһеҙ бала саҡ юлдары

Салауатта «Хәүефһеҙ тәгәрмәс» конкурсында Башҡортостан данын яҡлап сығыш яһаусы юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙарын бүләкләнеләр.

Хәүефһеҙ бала саҡ юлдары
Хәүефһеҙ бала саҡ юлдары

Салауатта «Хәүефһеҙ тәгәрмәс» конкурсында Башҡортостан данын яҡлап сығыш яһаусы юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙарын бүләкләнеләр.

30 сентябрҙән 7 октябргә тиклем 1-се лицей уҡыусыһы Дарина Ғәзизова, 7-се мәктәп уҡыусыһы Арсений Казаков, 20-се мәктәп  уҡыусылары Денис Денисов һәм Луиза Шәмсетдинова «Хәүефһеҙ тәгәрмәс» Бөтә
Рәсәй конкурсында Салауат ҡалаһы һәм Башҡортостан Республикаһы исеменән лайыҡлы сығыш яһай. Яңыраҡ  уларҙы ҡала хакимиәтендә тантаналы шарттарҙа тәбрикләнеләр.
Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау малай һәм ҡыҙҙарҙы  уңыштары менән ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы әм артабан да еңеүҙәр 
теләне. Техник ижад үҙәге директоры Светлана Ғәбитова һәм ойошманың методисы  Юлиә Ғәзизова рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Салауатта 18 юл хәрәкәте инспекторҙары отряды эшләй. Бынан тыш, мәктәпкәсә йәштәге инспекторҙарҙың 34  отряды бар. Шулай уҡ йәш янғын һүндереүселәрҙең 18 отряды иҫәпләнә.
- Беҙҙең уҡыусылар етәкселәре Юлиә Ғәзизова менән бергә республика исеменән «Хәүефһеҙ тәгәрмәс» конкурсында ҡатнашты. Унда 89 төбәк командаһы үҙкөсөн һынаны, был бик күп, шулай ҙа беҙҙекеләр алты
этапта алдынғылыҡта килде. Иң ҡатмарлы этаптарҙың береһе «Автоҡаласыҡ»та беҙ 13-сө урын алдыҡ, ә дөйөм зачетта Рәсәйҙең 15 иң яҡшы командаһы иҫәбенә индек, - тип ғорурлыҡ менән һөйләй мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева.
Конкурстың йомғаҡлау этабы Анапанан йыраҡ түгел «Смена» Бөтә Рәсәй балалар үҙәге биләмәһендә уҙа.
- Конкурс бик шәп булды. Беҙгә ныҡ оҡшаны. Ярайһы уҡ ҡатмарлы ине, әммә шул  уҡ ваҡытта ул бик ҡыҙыҡлы. Унда беҙ белгәндәребеҙҙе нығытыу ғына түгел, бөтөнләй яңы белемгә лә эйә булдыҡ. Һөҙөмтәгә шатбыҙ. Конкурс ваҡытында Удмуртия, Волгоград, Томск, Ҡабарҙы-Балҡар ҡатнашыусылары менән дуҫлаштыҡ, - тип һөйләй ҡалабыҙҙың йәш инспекторҙары. - Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белергә кәрәк, улар тормошта кәрәк буласаҡ.
Салауат йәш инспекторҙары ҡатмарлы ғына һынауҙарҙы үтә: юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм юлда хәүефһеҙ йөрөй, тәүге медицина ярҙамы күрһәтә белеүгә имтихан тапшыра, велосипедта йөрөп ярыша. Бөтә этаптарҙы ЮХХДИ хеҙмәте инспекторҙары баһалай.
- «Автоҡаласыҡ» этабы ҡатмарлы булды - бик күп юл билдәләре, әйләнмәле хәрәкәт, светофорҙар. Беҙ 23-сө мәктәп биләмәһендә  урынлашҡан автоҡаласыҡта күнекмәләр үттек, шуға күрә был ауыр этаптан ҡурҡманыҡ.
Алдан өйрәнгән бөтә ҡағиҙәләрҙе һөйләшеп ҡуйҙыҡ. Балалар был этапты яҡшы үтте, - тип бүлеште Техник ижад методисы, «Балалар хәүефһеҙлеге мәктәбе» ҡала ресурс үҙәге етәксеһе Юлиә Ғәзизова. - Медицина буйынса этап ҡатмарлы булды. Уҡыусылар компьютерҙарҙа ла, һөйләп тә билет буйынса имтихандар тапшырҙы. Уларға шундай билет эләкте: «Һеҙ юл-транспорт ваҡиғаһына шаһит булдығыҙ. Зыян күреүсе
машинанан сыҡты һәм сикәһе өлөшөндә ауыртыуға зарлана. Һеҙ нимә эшләйһегеҙ?» Балалар нисек эшләргә кәрәклектең бөтә алгоритмынһөйләп бирҙе. Дарина, Денис, Арсений һәм Луиза йәш инспекторҙар
отрядында күптән тора. Улар юл хәрәкәтенә бәйле бөтә нимә оҡшағанға күрә ошо йүнәлеште үҙ иткән. Уларҙың һәр береһе водитель булырға теләй.
- Барыһы ла велосипедта йөрөй белә, шулай уҡ яҡшы уҡый. Беҙ уларға конкурста ҡатнашырға тәҡдим иттек. Улар бик тырышты, - тип билдәләй 
Юлиә Ғәзизова. - Ата-әсәләргә ошондай һәйбәт балалар тәрбиәләүҙәре өсөн рәхмәт әйтке килә. Мин Бөтә Рәсәй  конкурсында Башҡортостан Республикаһы данын яҡлап сығыш яһаусы команда составында тап ошо малай- ҡыҙҙарҙың булыуына шат.

Әйткәндәй, яҡын киләсәктә уҡыусылар яңы үрҙәр яулаясаҡ. Үҙәктәге дәрестәр һәм күнекмәләрҙән тыш, улар үҙ белемдәрен бик күп конкурстарҙа ла күрһәтә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре
тураһында иншалар яҙа һәм ҡыҙыҡлы видеороликтар төшөрә.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: