Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Октябрь 2023, 15:50

Матурлыҡҡа, уңайлыҡҡа кем ҡыуанмаһын

Ҡалабыҙҙың 17-се мәктәбендә һәм 46-сы балалар баҡсаһында Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса тормошҡа ашырылған проекттар уҡытыусыларҙы ла, балаларҙы ла шатландыра.

Матурлыҡҡа, уңайлыҡҡа кем ҡыуанмаһын
Матурлыҡҡа, уңайлыҡҡа кем ҡыуанмаһын

Шаршамбы көн ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау, башлыҡ урынбаҫары Олеся Арестова, мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева һәм ҡала Советы депутаты Сергей Данилов был белем биреү усаҡтарында булып, программа сиктәрендә 17-се мәктәптә ремонтланған ашхананы һәм 46-сы балалар баҡсаһында йөпләнгән ҡыйыҡты ҡараны. Шулай ҡала хакимиәте вәкилдәре мәғариф учреждениеларындағы туҡланыу сифатын да баһаланы.
17-се мәктәп ашханаһы балаларҙы хәҙер сағыу төҫтәр менән ҡаршы ала, бында яҡты һәм уңайлы. Шуға күрә лә уҡыусылар ҙа ризыҡланыу залына ҙур теләк менән ашыға.
- Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында беҙ бишенсе йыл ҡатнашабыҙ һәм уның ярҙамында быйыл мәктәп ашханаһы ремонтланды. Был мәктәп коллективының, уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың һәм беҙҙең мәктәп яны йорттарында йәшәүселәрҙең ҙур хеҙмәте. Ныҡлы тырышлыҡ менән ошо программа конкурсында еңеп сығыуыбыҙ арҡаһында иҙән япмаһы, стеналар, түбә ремонтланды, яҡтыртҡыстар алыштырылды, янғынға ҡаршы, яңы эвакуацион ишектәр, раковиналар ҡуйылды, декоратив панно барлыҡҡа килде, - тип һөйләй 17-се мәктәп директоры Ильвира Фәхретдинова. - Мәктәп коллективына, «Киләсәккә юл» территориаль йәмәғәт үҙидаралығына, республика, ҡала һәм мәғариф идаралығы етәкелегенә, бағымсыларға был проектта ҡатнашыу мөмкинлеге биргәндәре өсөн рәхмәт. Ашхананы асҡанда, һәр кем уның матур, зауыҡлы, заманса булыуын билдәләп үтте. Иң мөһиме балаларға оҡшауы ҡыуандыра.
Директор һүҙҙәренсә, быға тиклем программала ҡатнашыу һөҙөмтәһендә мәктәп биләмәһендә асфальт-бетон япмаһы ремонтланған, бинаның 70 процент тәҙрәһе алыштырылған. Киләһе йылда ла улар тамашалар залында һәм юғары хәүеф кабинеттарында иҙән япмаһын алыштырыу башланғысы менән программала ҡатнашырға иҫәп тота.
Ҡала хакимиәте вәкилдәре ашханалағы шарттар һәм меню менән генә танышып ҡалманы, балалар ашаған аҙыҡтарҙы ла тәмләп ҡараны һәм уның сифатына юғары баһа бирҙе.
46-сы балалар баҡсаһында Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә өлөшләтә ҡыйыҡ ремонтланған. Эштәрҙе сифатлы хеҙмәт күрһәтеү яғынан үҙен танытҡан подряд ойошмаһы башҡарған.
- Беҙ программала 2018 йылдан алып ҡатнашабыҙ. Ошо арауыҡта балалар баҡсаһы территорияһына яңы асфальт һалынды, бинаның цоколь өлөшө һәм инеү урындары рәткә килтерелде, ике йыл дауамында тәҙрәләр алыштырҙыҡ. Ҡыйыҡтан һыу аға ине, шуға күрә уны ремонтларға тигән ҡарарға килдек, был идеяны «Ялҡын» территориаль йәмәғәт үҙидаралығы, ата-әсәләр хупланы, балалар ҙа һүрәттәр төшөрөп үҙ теләген белдерҙе һәм һөҙөмтәлә беҙ конкурста еңеп сығып, башланғысыбыҙҙы тормошҡа ашыра алдыҡ. Ремонтты «УралТөҙөлөшТөркөм» ойошмаһы башҡарҙы, уларҙың эше менән ҡәнәғәтбеҙ, барыһы ла тиҙ һәм сифатлы атҡарылды, - ти 46-сы балалар баҡсаһы мөдире Вероника Иванова.
- Эш программаһы барышында беҙ мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында туҡланыу сифатын, балаларҙы ниндәй аҙыҡ, блюдолар менән ашатыуҙарын, уларҙың талаптарға тап килеүен тикшерәбеҙ, шулай уҡ ялыуҙар булғанда ла бындай тикшереүҙәргә сығабыҙ. Тикшереү барышында ашханалағы шарттарҙы ла, блюдоларҙы ла тәмләп ҡарайбыҙ. Беҙҙең тикшереү планы бар, ҡайҙа барыуыбыҙ алдан хәбәр ителмәй, был ысынбарлыҡтағы хәлде күреү өсөн шулай эшләнә, - ти ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау. - Бөгөн Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә 17-се мәктәптә яңырған ашхана һәм 46-сы балалар баҡсаһында ремонтланған ҡыйыҡ һәм башҡа эштәр менән таныштыҡ. Күреүебеҙсә, билдәләнгән бурыстар бик һәйбәт үтәлгән, бүленгән аҡсалар маҡсатҡа ярашлы тотонолған.


 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: