Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Октябрь 2023, 16:30

Ихтыярлы булып үҫә шайморатовсылар

«Патриот» хәрби-патриотик парк нигеҙендә Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор М.М.Шайморатов исемендәге 7-9 класстарҙа уҡыусылар өсөн профиль смена уҙғарылды. Салауат ҡалаһынан унда 25-се башҡорт гимназияһының 7б класы уҡыусылары барып ҡайта. Улар профиль сменала ваҡыттарын бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәрә, яңы белем ала, оҫталыҡҡа өйрәнә, яҡшы дуҫтар таба.

Ихтыярлы булып үҫә шайморатовсылар
Ихтыярлы булып үҫә шайморатовсылар

- Был профиль сменаға теләк буйынса 5 кеше бара ала ине, беҙҙең кластан дүрт уҡыусы теләк белдерҙе, - ти «Шайморатов класы» етәксеһе Альмира Ғайсина.
Беҙҙең ҡаланан патриотик парк лагерына Алмаз Алиев, Динислам Ғәбитов, Камилла Мортазина, Алина Исламғолова бара. Уларҙан тыш, лагерға республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан шайморатовсылар йыйыла.
Профиль смена программаһы бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп әҙерләнә. Уҡыусылар хәрби әҙерлек буйынса күнекмәләр үтә, топография нескәлектәренә, экстремаль хәлдәрҙә һаҡлау, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү үҙенсәлектәренә өйрәнә, шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәрендә һәм ярыштарҙа ҡатнаша.
- Көн режимы минутына тиклем билдәләнгән. Иртәнге сәғәт 7-лә уяныу, теҙелеү, зарядка яһау, термометрия, карауаттарҙы йыйыштырғас, иртәнге аш. Бынан һуң төрлө дәрестәр, күнекмәләр үтә, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, автоматты һүтеү һәм йыйыу, атыу, компас менән эшләргә өйрәнеү һәм башҡа беҙҙең өсөн файҙалы булған дәрестәр, - тип бүлешә уҡыусылар. - Көнөнә биш тапҡыр тәмле итеп ашаттылар. Төшкө аштан һуң ирекле ваҡыт, һуңынан тышҡа сығып футбол, баскетбол, волейбол уйнаныҡ, кемдер тренажерҙар залында күнекмәләр эшләне. Киске барлау һәм сәғәт 10-да йоҡлара яттыҡ, - тип һөйләйҙәр Алмаз, Камилла һәм Алина.
- Миңә викторина ҡатнашыу ҡыҙыҡлы булды, унда һорауҙар башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә бирелде. Улар Башҡортостандың мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә, тарихына ҡағыла ине һәм беҙ яҡшы ғына яуап бирҙек, - ти Алмаз Алиев.
Уҡыусылар геройҙар уҙышын да үтә. Уның һөҙөмтәләре буйынса медальондар тапшырыла.
- Беҙгә был профиль лагерҙа бик оҡшаны, - ти бер тауыштан «Шайморатов класы» уҡыусылары. - Унда беҙҙең тиҫтерҙәр йыйылды. Күптәре менән таныштыҡ, дуҫлаштыҡ, улар бик асыҡ, күңеллеләр, тәрбиәселәр ҙә һәйбәт булды, ҡыҙыҡлы дәрестәр, конкурстар үтте, үҙебеҙ өсөн күп яңы нимәләр белдек.
Алмаз, Камилла һәм Алинаға «Шайморатов класы»нда уҡыуы ла оҡшай. Әйткәндәй, Алмаз Алиев кластың командиры.
- Беҙҙе төрлө ерҙәргә, тантаналарға саҡыралар, шулай уҡ ярыштарҙа ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, йәйге, ҡышҡы һәм командирҙар уйындарында ҡатнашыу өсөн Өфөгә, Стәрлетамаҡҡа, Күмертауға барҙыҡ. Йәйге уйындарҙа еңеүселәр былтыр баш ҡалала Совет майҙанында Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантаналарында ҡатнашты. Декабрҙә командирҙар уйыны булды, иң күп мәрәй йыйғандар үҙҙәренең командаһы менән Күмертауҙа Башҡортостан беренселегендә ярышты, - тип үҙҙәренең тормошондағы ваҡиғалар менән бүлешә уҡыусылар.
Патриотик парктағы профиль сменаны ябыу тантанаһында күнекмәләр һәм конкурстарҙа уңыштар күрһәткән уҡыусыларға икенсе дәрәжә «Йәш шайморатовсы» почет билдәһе һәм Башҡортостан Мәғариф министрлығының дипломдары тапшырыла. Бүләкләнеүселәр араһында 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Алина Исламғолованың булыуы ла ҡыуаныслы, уға министрлыҡ липломы бирелә.
- Унда автоматты ваҡытҡа һүтеү һәм йыйыу буйынса күнекмә үткәрелде. Мин быны барыһынан да тиҙерәк эшләнем, - ти Алина. Ул был шөғөлгә мәктәптә өйрәнгән. - Беҙҙә автоматты һүтеп йыйырға өйртеүсе уҡытыусы бар, мин һәр шәмбе уның күнекмәләренә йөрөйөм. Тәүҙә ҡатмарлыраҡ ине, хәҙер өйрәнеп алдым һәм быны еңел эшләйем. Мин 26 секунд эсендә йыйып бөттөм, тағы ла шәберәк эшләргә була һәм мин шуға ынтылам.
Автомат менән эш итергә өйрәнеүҙән тыш, Алина уҡ атырға ла йөрөй һәм февралдә ошо спорт буйынса ярыштарҙа ҡатнашырға иҫәп тота.
- Ҡәтғи көн режимы булһа ла, миңә лагерҙа оҡшаны, үҙем өсөн яңы, ҡыҙыҡлы белем алдым, мәҫәлән, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса файҙалы күнекмәләр алдым. Компас менән эш итеү ҡатмарлыраҡ булды. Лазерлы тирҙа мин яҡшы ғына һөҙөмтәләр күрһәттем, - тип бүлешә Алина Исламғолова. Миңә бындай сараларға, тантаналарға, ярыштарға йөрөү оҡшай, улар матур тәьҫораттары ҡалдыра.
Алина киләсәктә полицейский булырға теләй, шуға күрә Шайморатов класында уҡыуына бер ҙә үкенмәй.
- Беҙҙең класс дуҫ, татыу. Уҡыуҙан тыш, һәр береһе өҫтәмә түңәрәктәргә йөрөй, һәр ҡайһыһының үҙ һәләте бар, шулай ҙа бер ошо «Шайморатов класы»нда уҡыуыбыҙ, башҡаларға өлгө булырға тейешлегебеҙ менән ғорурланабыҙ, - ти Алина.

Автор һәм уҡыусыларҙың шәхси архив фотолары.

 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: