газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Октябрь 2023, 13:47

Башҡортостан буйлап сәйәхәт

Бөгөн - Республика көнө! Ошо уңайҙан 25-се башҡорт гимназияһында ҡаланың ата-әсәләр комиссияһы “Аҡбуҙат” ойошмаһы менән берлектә ҡала мәктәптәре араһында “Отҡорҙар һәм зирәктәр” интеллектуаль уйынын уҙғарҙы.

Башҡортостан буйлап сәйәхәт
Башҡортостан буйлап сәйәхәт

Бөгөн - Республика көнө! Ошо уңайҙан 25-се башҡорт гимназияһында ҡаланың ата-әсәләр комиссияһы “Аҡбуҙат” ойошмаһы менән берлектә ҡала мәктәптәре араһында “Отҡорҙар һәм зирәктәр” интеллектуаль уйынын уҙғарҙы.

Сарала 25-се башҡорт гимназияһы, 8-се лицей, 2-се кадет, 17-се, 20-се һәм 22-се мәктәп уҡыусылары командалары көс һынашты. Командаларҙың атамаларында балаларҙың тыуған республикаһына, халҡына, тарихына булған ғорурлыҡ тойғолары сағылды: “Бишбармаҡ”, “Салауат Юлаев тоҡомдары”, “Салауат тоҡомо”, “Илһөйәрҙәр”, “Йәш белгестәр”, “Осҡон”.
- Был сара балаларҙың үҙ республикаһы хаҡындағы белемдәрен тикшереү, белмәгәндәрен өйрәтеү маҡсатынан сығып уҙғарыла. Уларҙы республиканың шәхестәренә, тәбиғәт ҡомартҡыларына, мәҙәниәтенә ҡағылышлы һәм башҡа һорауҙар көтә, - тип аңлатып үтте ҡала ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Фәнүр Байрамғолов.
Һәр команда лайыҡлы сығыш яһарға, бирелгән һорауҙарға ентекле һәм теүәл яуап бирергә тырышты. Ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимеров етәкләгән жюри ағзалары сығыштарға тейешле баһа биреп барҙы.
“Башҡортостаным буйлап” тигән турҙа конкурста ҡатнашыусылар һәм тамашасылар, ысын мәғәнәһендә, республикабыҙ буйлап сәйәхәт ҡылғандай булды. Уҡыусылар алдарына һалынған картала алып барыусылар биргән һорауға дөрөҫ яуапты билдәләргә тейеш ине. “Халҡым хазинаһы - милли кейем” турында балалар ҡашмау, түшелдерек, елән кеүек башҡорт халҡының кейемдәре атамаларын яҙҙы. Дөрөҫ яуаптарҙы һуңынан “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе, жюри ағзаһы Рәшиҙә Буранғолова менән ойошма ағзаһы, шағирә Нәжибә Фәйзуллина әйтеп ишеттерҙе. Салауат музыка колледжының ҡурай бүлеге уҡытыусыһы Булат Булгаковтың ҡурайҙа ниндәй көй уйнағанын таныу конкурсы үтә йәнле, күңелле уҙҙы. “Билдәле шәхестән һорау” туры сараға йәм өҫтәне. Йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт журналисы Мәрйәм Бураҡаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының аппарат етәксеһе Рим Баянов, йырсы Алтынай Вәлитов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Заһир Зәйнетдинов менән Иҙел Нурғәлин, “Сәңгелдәк” тапшыруы алып барыусыһы Сөмбөл Батыршина кеүек шәхестәрҙең видеобәйләнеш аша үҙҙәренә мөрәжәғәт итеүен балалар ихлас ҡабул итте.
17-се мәктәп уҡыусыһы Илсур Собханғолов тыуған республикаһы менән ғорурланыуын белдерҙе:
- Башҡортостанда тыуып-үҫеүем менән сикһеҙ ғорурланам. Уның гүзәллегенә тиң булырлыҡ ерҙәр юҡ һымаҡ. Үҙ телемде лә сикһеҙ һөйәм, башҡорт теле - ата-әсәм теле, ер йөҙөндә иң яғымлы, наҙлы тел. Башҡорт теленән яҡшы билдәләргә өлгәшәм. Ғаиләмдә лә тик башҡортса ғына аралашабыҙ. Иптәштәрем араһында телде теләп өйрәнеүселәр бихисап.
2-се кадет мәктәбе уҡыусыһы Сәйҙә Нәҙершинаға сара бик оҡшаған:
- Быйыл “Урал батыр” эпосын һөйләп, ҡала һәм республика этабында еңеүсе булдым. Башҡорт телен бик яратам, теләп өйрәнәм. Дәрестәр бик оҡшай. Ғаиләмдә бөтәһе лә башҡортса һөйләшә. Бөгөнгө сара шәп үтте, конкурстар ҡыҙыҡлы. Алынған яңы мәғлүмәттәрҙе хәтер һандығыма һалып ҡуйҙым. Икенсе йылға сара тағы үткәрелһә, мотлаҡ ҡатнашасаҡмын.
Туған телгә ҡарата һөйөүҙе, башлыса, тел уҡытыусылары тәрбиәләй.
- Балаларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн күп осраҡта уйын, диалог формаларын индерергә тырышам, улар мәғлүмәтте шулай тиҙерәк һәм еңелерәк үҙләштерә. Башҡортостан буйлап сәйәхәткә сығыу ҙа уларға республикабыҙға, телебеҙгә булған һөйөүҙе арттыра. Һис шикһеҙ, ғаиләләге тәрбиә лә ҙур роль уйнай. Уҡыусылар конкурста ҡатнашырға теләп ризалашты, ныҡышмал әҙерләнде. Сара тәүгә ойошторола, киләһе йылдарҙа ла ҡатнашһаҡ, нимәгә айырыуса иғтибар итергә кәрәклекте беләбеҙ,- ти 8-се лицейҙың башҡорт теле уҡытыусыһы Гүзәл Хөснөтдинова.
Ул көндө сарала Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары ҙур әүҙемлек күрһәтте. Башҡортостандың халыҡ артисы Фәтих Ҡолһарин менән актер Фидан Шәйәхмәтов жюри ағзаһы булһа, артист Радмир Дәүләтбаев ата-әсәләр комиссияһы рәйесе урынбаҫары Әлфиә Әбүбәкерова менән сараны алып барҙы. Фәтих Ҡолһарин залда ултырыусыларға ҡаланың юбилейына арналған “Салауатлы театрым” йырын да бүләк итте. Башҡа сығыш яһаусыларҙың йыр-бейеүҙәрен дә тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.
Бына тулҡынландырғыс мәлдәр етте.
- Ойоштороусыларға, ҡатнашҡан уҡыусыларға, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға рәхмәт. Сара ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, сөнки һәр кем үҙе тыуып-үҫкән республикаһының тарихын белергә тейеш. Уҡыусыларҙы туплап, ошондай күләмле байрам уҙғарыу еңелдән түгел. Һәр берегеҙ бөгөн еңеүгә лайыҡ, әммә ярыш ярыш инде, еңеүсеһеҙ булмай, - тип билдәләне Азат Юлтимеров.
Шулай итеп, 25-се башҡорт гимназияһының “Салауат Юлаев тоҡомдары” командаһы 1 дәрәжә дипломға лайыҡ тип танылды. 20-се мәктәптең “Осҡон”, 8-се лицейҙың “Бишбармаҡ”, 2-се кадет мәктәбенең “Илһөйәрҙәр” командалары 2 дәрәжә дипломын алды. 3 дәрәжә диплом менән 17-се мәктәптең “Салауат тоҡомо” һәм 22-се мәктәптең “Йәш белгестәр” командалары бүләкләнде. Бынан тыш, сарала ҡатнашҡан бөтә уҡыусылар милли орнамент төшөрөлгән бейсболкалар менән бүләкләнде.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: