газета "Салауат"
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2023, 10:25

Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап, ҡараның күҙҙәремә...

Уҡытыусы! Аң-белемгә, мәғрифәткә әйҙәүсе, оло тормош юлына дөрөҫ юл күрһәтеүсе, бәләкәй генә сабыйҙарҙан шәхес үҫтереүсе, уларҙы дәртләндереп, илһам биреп, күңеленә шифалы орлоҡтар сәсеүсе бөйөк шәхес ул. Ысынлап та, кешелектең барлыҡ яҡшы сифаттары уҡытыусы күңелендә урын алған. Шул уҡ ваҡытта балаларҙы ысын күңелдән яратҡан, улар тип янып торған кеше генә ысын уҡытыусы була алалыр. Ҡалабыҙҙың 4-се мәктәбендә белем биреүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Филүзә Ғәзизова балаларға яҡшы белем менән тормош һабаҡтары ла бирерлек кеше.

Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап, ҡараның күҙҙәремә...
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап, ҡараның күҙҙәремә...

Уҡытыусы һөнәренә тоғролоҡ, әҙәбиәткә һәм туған телгә сикһеҙ һөйөү, киң күңеллелек, ихласлыҡ - быларҙың барыһы ла һыйған уның йөрәгенә.

- Мин педагогия училищеһында уҡығанда ошо мәктәпкә практика үтергә килдем. Практиканы беренсе класта Минзәлә Тимерйән ҡыҙы ҡулы аҫтында үттем. Ул мине дәрестәр биреүгә бик һәйбәт итеп өйрәтте. Үҙе ныҡ бирелеп эшләгәнгә күрә, миндә лә яуаплылыҡ тәрбиәләне. Ошо кабинетта үтте дәрестәрем. Миңә бик оҡшаны, хатта практика ваҡытында уҡ директорға төштөм дә, мин бында эшкә киләм, тинем. Ул шунда уҡ риза булды. Шулай итеп, 1994 йылда педагогия колледжын тамамлау менән 4-се мәктәпкә килеп хеҙмәт юлын башлағайным, ошонда беректем дә ҡуйҙым, - ти Филүзә Ғәзизова.


Уҡытыусы һөнәрен һайлауға һәм тап башҡорт телен уҡытыу буйынса китеүенә нимә этәргес биргән һуң уға?
- Әсәйем ашнаҡсы, атайым ветеринар. Ә мин бәләкәй саҡтан уҡытыусы булып уйнарға яраттым, пландар ҙа төҙөй торғайным. Шул уҡытыусы булыу теләге менән педучилищеға һөнәр алырға килдем. Эшләй башлағас, ситтән тороп институтты тамамланым, - ти Филүзә Ғәзизова. - Минең өсөн Фруза Йәғәфәр ҡыҙы, Минзәлә Тимерйән ҡыҙы остаз булһа, мәғариф идаралығында методист Фәриҙә Ғәлиевна ла башҡорт теле уҡытыусыларына ныҡлы ярҙам итте, юл күрһәтте, төрлө сараларҙа ҡатнаштырып, беҙҙең һәләттәрҙе аса торғайны.
Ысынлап та уҡытыусы һөнәренә кемдеңдер кәңәше менән түгел, ә үҙ хыялы һәм теләге, балалар менән эшләү, уларға лайыҡлы белем биреү, башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү уятыу, башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәре нигеҙендә тәрбиәләү тигән уй-ниәттәр менән белем усағы ишеген аса мөғәлимә. Әлбиттә, ошо өс тиҫтәгә яҡын уҡытыу осоронда башҡорт телен уҡытыу төрлө осорҙар кисерә.- Тәүге йылдарҙа балаларҙы йыйыу, уҡытыу ауырыраҡ барҙы, шунан рәткә һалынып китте. Шулай ҙа һәр ваҡытта ла шыма ғына барманы, инде генә системаға һалынып китһә, үҙгәрештәр булып тора. Ҡаршылыҡтарҙы еңеп, ошо заман талаптарынан сығып эшләргә өйрәнеп бөттөк, - ти тәжрибәле уҡытыусы.
Урыҫ мәктәбендә балаларға туған башҡорт телен уҡытыу ауырмы икән?
- Еңел түгел, әлбиттә. Ҡала мөхитендә үҫкән башҡорт балалары үҙ туған телен бик белеп етмәй, һөйләйһең - аңлайҙар, әммә үҙ фекерҙәрен әйтә алмайҙар. Беҙ иһә бар шарттарға яраҡлашып, балаларҙа туған телгә һөйөү уятыу, белем алыу өсөн тырышабыҙ, - ти ул. - Башҡорт телен уҡытыу программаһы камиллаша, йылдан-йыл яңы әсбаптар сыға, улар белем биреүҙә бик тә уңайлы. Мәҫәлән, быйыл башланғыс кластар өсөн килгән китап, дәфтәрҙәр менән рәхәтләнеп йырлап эшләргә була.
Уҡыусыларҙа башҡорт теленә, дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн фекер алышыу ойоштороу ҙа ҡыҙыҡлы алымдарҙың береһе, тип иҫәпләй Филүзә Ғәзизова. Мәҫәлән, берәй хикәйәне уҡып сыҡҡас, ысынбарлыҡтағы тормошта ундай кешеләр буламы, һеҙ ниндәй геройға оҡшарға теләр инегеҙ тип һорауҙар бирһәң, һәр кем үҙ фекерен әйтәргә өйрәнә.
Яҡшы уҡытыусы үҙ уҡыусыһының аҙ ғына уңышын да күрә, хуплай, һәр саҡ ярҙам итә, үҫергә, камиллашырға мөмкинлектәр тыуҙыра. Филүзә Фәрүәз ҡыҙының уҡыусылары олимпиадаларҙа, төрлө ижади конкурстарҙа актив ҡатнаша, еңеүсе, призер исемдәре алалар, республика кимәленә сыҡҡандары һәм ҡатнашҡандары ла бар.


Уҡыусыларҙың йөҙҙәрендә нур, йөрәктәрендә ялҡын, дәрт, илһам, күҙҙәрендә осҡон булһын өсөн уҡытыусының үҙенең дә эҙләнеүсән, алдынғы ҡарашлы булыуы мөһим. Филүзә Ғәзизова төп белем биреү хеҙмәтенән тыш, заман менән бергә атлап, үҙ оҫталығын бәйгеләрҙә һынап ҡарай, асыҡ дәрестәр уҙғара, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. 2015 йылда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” ҡала конкурсында ҡатнашып, “Аралашыу сәнғәте өсөн” номинацияһы менән баһалап үтелә. Шулай уҡ уның күп йыллыҡ намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән билдәләнгән.
Ғилем серҙәрен төшөндөрә-төшөндөрә тормошҡа үҙ ҡарашы булған ысын кешене, шәхесте тәрбиәләй ул.
- Балаларҙы уҡытҡанда хәҙер һәр яҡлы шәхес итеп үҫтереү бурысы тора. Уларҙың һаулығын да хәстәрләргә, ижади яҡтан үҫешен дә тәьмин итергә тейешбеҙ. Шулай булғас беҙ дәрестәрҙе лә төрлөрәк, ҡыҙыҡлыраҡ итергә, өҫтәмә саралар уҙғарырға тырышабыҙ. Уларға ата-әсәләрҙе лә йәлеп итәбеҙ, - тип һөйләй уҡытыусы.
Уҡыусылар менән уртаҡ тел таба белеү, уларҙың ышанысын яулау был һөнәр кешеләре өсөн төп сифаттарҙың береһе. Уҡытыусы балалар өсөн мәктәптә икенсе әсәй урынына, барыһын да белә, барыһын да аңлай, кәрәк икән, хәленә керә, йыуата, кәңәш бирә. Башҡорт телен уҡытыуҙан тыш, Филүзә Фәрүәз ҡыҙы һигеҙенселәр өсөн класс етәксеһе лә булып тора.
- Мин балаларҙы әрләгәнем юҡ, быны хупламайым да. Ата-әсәләргә лә ниндәйҙер билдә өсөн әрләгәнсе, улар менән күберәк аралашығыҙ, хәлдәрен белешегеҙ, белем алыуға дәртләндерегеҙ, уларға йөҙөгөҙ менән әйләнегеҙ, тип әйтәм. Үҙем дә балаларҙы, һеҙ минең яратҡан класым тип ҙурларға, ҡанатландырырға тырышам. Беҙҙең коллектив, беҙҙең класс татыу, берҙәм булырға тейеш, бер-берегеҙҙе яҡлағыҙ, асыуығыҙ килгән ваҡытта ла ныҡ итеп ҡосаҡлашып ярашырға өндәйем, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Филүзә Ғәзизова.
Үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусы берҙәм коллективта эшләүе менән дә бәхетле:
- Минеңсә, беҙҙә иң һәйбәт коллективтыр. Бында элек Васильев директор булған, ул бик изгелекле, кешелекле етәксе ине, унан киләлер коллективтағы яҡшы мөнәсәбәттәр. Әлеге директорыбыҙ Светлана Валерьевна ла аңлаусан, кешелекле етәксе. Хеҙмәттәштәрем дә ярҙамсыл, изгелекле, бер-берегеҙгә терәкбеҙ.
Филүзә Фәрүәз ҡыҙы дәрестәр теҙмәһен төҙөү, мәктәпкә уҡырға киләсәк балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән эш алып барыу өсөн дә яуаплы. Был да күп көстө һәм ваҡытты ала, әммә һәр бурысты еренә еткереп башҡарырға өйрәнгән мөғәлимә был эште лә ҙур яуаплылыҡ менән алып бара.
- Быға минең бәләкәй ваҡытта шахмат менән мауығыуым булышлыҡ иткәндер. Атайым үҙе көрәшсе булғас, беҙҙә лә спортҡа һөйөү тәрбиәләне, мәктәптә, педучилищела саңғыла йөрөү, йөҙөү, йүгереү ярыштарында ҡатнаштым. Бәләкәй саҡта математика фәне лә оҡшай торғайны, - ти ул.
Филүзә Фәрүәз ҡыҙының уҡытыусы эшенә мөкиббән китеүенә тормош иптәше аңлап ҡарай. Ул мине хуплап тормаһа, эшләүе ауыр булыр ине, күп ваҡытта өйҙә лә эшләйем, ти мөғәлимә. Ғөмүмән, ғаиләлә бер-береңә ихтирам һәм аңлау тантана итә. Уларҙың ҡыҙҙары ла үҙҙәренә ата-әсәһенә оҡшап тырыш, икеһе лә 25-се башҡорт гимназияһында белем ала һәм һәр уҡыу алдынғылары була, олимпиадаларҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулайҙар. Әлеге ваҡытта инде улар ата-әсәһенең ғорурлығы - врач һөнәрем һайлап, юғары белем алып йөрөйҙәр.
- Ҡыҙҙарым шул тиклем үҙ аллы булып үҫтеләр, уҡыу йәһәтенән дә, өйҙә донъя көтөүҙә лә. Бер ваҡытта ла һин шулай итергә тейешһең, ти өйрәтмәнем. Башкөлләй эш менән булған ваҡыттарҙа, бәлки бик иғтибар ҙа етмәгәндер инде, әммә яҡшы тәрбиә бирә алғанбыҙҙыр, тип уйлайым, улар һәр ваҡыт үҙҙәренең уңыштары менән ҡыуандырып, ихтирамдарын белдереп торалар, - ти Филүзә Фәрүәз ҡыҙы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: