газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь 2023, 10:30

Тәрбиә бирә әсәйҙәрсә йылы наҙ менән

Белем һәм тәрбиә биреүҙең тәүге баҫҡысы - балалар баҡсаһы, тап ошонда сабыйҙың характеры, донъяны танып-белеү һәләте үҫешә, уларҙың күңеленә рухи орлоҡ һалына. Әлбиттә, һәр ата-әсә сабыйын бында етәкләп алып килгәндә, балаһының эргәһендә бәләкәстәрҙең эске донъяһын тойомларға һәләтле, тәрән аҡыллы, изге күңелле тәрбиәсене күрергә теләй. Оло яуаплылыҡты үҙ иңенә алырға ҡурҡмаған, сабыр холоҡло һәм бала йәнле 50-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Дилә Мәһәҙиеваны балалар үҙ әсәһеләй күреп яратһа, ата-әсәләрҙә һәм коллективта ҙур ихтирам менән файҙалана ул.

Тәрбиә бирә әсәйҙәрсә йылы наҙ менән
Тәрбиә бирә әсәйҙәрсә йылы наҙ менән

Тәрбиәсе эше тип әйтеүе генә еңел, ә бәләкәс кенә көйө, ата-әсәһенең ҡосағынан саҡ айырылып, бөтөнләй ят мөхиткә килгән бер генә түгел, ә төрлө холоҡло 24-25 баланы төркөмгә ҡабул итеп, үҙ хәстәреңә, тәрбиәңә алыу, көн дауамында ҡарау бик үк еңел түгел. Был һөнәрҙең ни тиклем ҡатмарлы һәм яуаплы булыуын, ниндәй түҙемлек талап ителеүен ошо өлкәлә мәшғүлдәр үҙҙәре генә беләлер.
- Ваҡытында тәрбиәсе һөнәре буйынса китеүемә бер ҙә үкенмәйем, - Дилә Мәһәҙиева һәм тәрбиәсе һөнәренә баҫҡан тәүге аҙымдары хаҡында бүлешә. - Ҡыҙымды ошо башҡорт балалар баҡсаһына урынлаштырырға тип алып килгәйнем, ул ваҡытта башҡорт балалар баҡсаһы итеп асылған ғына ваҡыты. Сәриә Фазыловна тәрбиәселәр етмәй тип, мине эшкә алды. Шунан алып бына 28 йыл ошо балалар баҡсаһында эшләйем.
Дилә Мөхтәр ҡыҙы 1973 йылда Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында ғаиләлә алтынсы бала булып тыуа. Мәктәптә һигеҙенсе класты тамамлағас, Салауат педагогия училищеһына уҡырға инә. Дүрт йыл һөнәри белем алғас, ул кейәүгә сығып, ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында ҡала. Уҡытыусы һөнәре алып, бер аҙ мәктәптә белем бирһә лә, ул тәрбиәсе һөнәренә өҫтөнлөк бирә.
- Күңелемә тәрбиәсе һөнәре яҡыныраҡ булды. Өлкән тәрбиәсе декретта булғанда уның урынынында ла эшләп алдым, әммә тәрбиәсе һөнәре барыбер яҡыныраҡ. Балаларҙың үҫкәнен, төрлө яҡлап үҫеш аҙымдарын, телдәре асылыуын, яңынан-яңы һөнәрҙәргә өйрәнеүен күреү ҡыуаныслы. Мин уларҙың һәр береһен үҙемдең бала кеүек итеп ҡабул итәм. Бөтә күңелемде ошо сабыйҙарға бирәм, - ти тәжрибәле тәрбиәсе. - Атайым штаттан тыш хәбәрсе булды, ә әсәйем ғүмер буйына интернат балаларына аш бешерҙе. Сит ауылдан килгән балалар ауылдарына ҡайта алмаһа, йыш ҡына беҙҙең өйгә килә торғайнылар, әсәйем уларҙы ҡарап, хәстәрләй торғайны, күрәһең, ошо хәстәр, тәрбиә тойғолары ла ата-әсәйемдән күскәндер.
Мөләйем йөҙлө, яғымлы тауышлы тәрбиәсе апаларының һәр һүҙен йотлоғоп тыңлап, әйткәндәрен үтәп, инә ҡаҙ янына йыйылған бәпкәләр кеүек, тәрбиәселәренә килеп һыйынып, һөйөлөп, яратылып китеүсе балаларҙың ысынлап та Дилә Мөхтәр ҡыҙынан әсәйҙәрсә йылы наҙ менән тәрбиә алыуына инанаһың. Бала күңеленә һалынған рухи орлоҡтоң тиҫтә йылдарҙан һуң мул емеш биреүе лә тәрбиә эшенең һөҙөмтәһе булып тора.
- Элек ауылдан килгән ата-әсәләр башҡортса һөйләшкән балаларҙы алып килә ине, ә хәҙер күберәк ҡала мөхитендә үҫкән сабыйҙар килә. Саф башҡортса һөйләшкән ата-әсәләр әҙерәк булыуы ауырыраҡ, шулай ҙа уларҙа балаларының туған телдәрен белеп үҫеүҙәренә ынтылыштары, теләктәре ҙур. Бик бәләкәй саҡтан, һөйләшә лә белмәгән, саҡ атларға өйрәнгән сабыйҙарҙы алабыҙ, уларҙы үҫтереп, тәрбиәләп, башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеп сығарып ебәрәбеҙ. Беҙҙең балаларҙың күбеһе 25-се башҡорт гимназияһына бара. Гимназияла уларҙың уңыштарын күреп, бына беҙҙең балалар, тип шатланабыҙ, - ти Дилә Мөхтәр ҡыҙы.
Үҙен тулыһынса балалар донъяһына бағышлаған тәрбиәсе мәғариф системаһындағы үҙгәрештәрҙе тиҙ ҡабул итеп, заман менән бергә атларға ынтыла. Сабыйҙар менән төрлө саралар уҙғарыу, балалар баҡсаһындағы байрамдарҙа, ҡала һәм онлайн конкурстарҙа ҡатнашыу ҙа тәрбиәсенең тырышлығы һәм балаларҙы ҡыҙыҡһындыра белеүе һөҙөмтәһе.
- Дилә Мөхтәр ҡыҙы, үҙ эшенең оҫтаһы, һәр ваҡытта ла эшкә яуаплы ҡарай, үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡара. Шуға күрә лә ата-әсәләр уға балаларын ышанып тапшыра. Хатта бөгөн балаларын килтергән ата-әсәләр араһында элек үҙҙәре Дилә Мөхтәр ҡыҙы төркөмөндә тәрбиәләнгәндәр ҙә бар. Ҡатнаш ғаиләләрҙән дә ата-әсәләр балаларын уның төркөмөнә бирергә тырыша, ата-бабалары йолаларын, мәҙәниәтен, телен белеп тәрбиәләнеүен теләйҙәр. Әлеге төркөм балаларын ул бер йәштән алды, алмашһыҙ эшләй һәм, әйтергә кәрәк, уларҙың тәрбиәһендә Дилә Мөхтәр ҡыҙының тырышлығы ярылып ята. Улар хәҙер инде йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә, күптәре башҡортса ла һөйләшә. Ата-әсәләр бик рәхмәтле, Дилә Мөхтәр ҡыҙын бик хөрмәт итәләр, - ти 50-се башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Илүзә Байгилдина.
1995 йылдан алып эшләгән Дилә Мөхтәр ҡыҙы ҡанаттар ҡуйып сығарған балалар һаны бихисап. Хәҙер инде элегерәк ошо балалар баҡсаһынан сыҡҡан балалар үҙҙәренең сабыйҙарын килтерә башлаған.
- Һәр баланың тормошта үҙ юлын табып, матур донъя көтөүе лә беҙҙең өсөн йыуаныс. Мин үҙем ошо балалар баҡсаһына йөрөнөм тип, ғәзиздәрен килтереүҙәре ҡыҙыҡ, әлбиттә, - ти ул.
Нисә йылдар бәләкәстәр йөрәгенә наҙ өләшкән хөрмәтле тәрбиәсенең изгелекле әсә икәненә һис шик юҡ, Дилә Мөхтәр ҡыҙы үҙ балаларына ла лайыҡлы тәрбиә биреүгә өлгәшә. Ишембай районынан Рәфис Мәһәҙиев менән тормош ҡороп, ҡыҙҙары Ләйсән менән улдары Салауатты үҙ аллы тормош юлына баҫтырыу өсөн бөтә тырышлыҡтарын һалалар. Хәҙер балалары үҙҙәре ғаилә ҡороп, донъя көтәләр, шулай уҡ рухлы, изге күңелле балалар үҫтерәләр - быларҙың барыһы ла олатай менән өләсәй өсөн ҙур шатлыҡ.
Кеше өсөн күңеленә ятышлы һөнәрле булыу, бер һүҙле, татыу коллективта эшләү - иң ҙур бәхеттең береһелер ул. Үҙ һөнәрен яратҡан, уның нескәлеген белгән педагог Дилә Мөхтәр ҡыҙы йәштәргә, хеҙмәт юлын яңы башлаған тәрбиәселәргә лә остаз булып тора. Логопед һөнәрен дә үҙләшьергән Дилә Мәһәҙиева.
- Ярҙам һораһалар бер ваҡытта ла баш тартҡаным юҡ, белгәнем менән бүлешергә, юл күрһәтергә тырышам, - ти ул. - Программалар ла үҙгәреп тора, был яҡтан өлкән тәрбиәсебеҙ Әлфиә Сәйфулла ҡыҙы әүҙем, өйрәтә, уҡыйбыҙ, ғөмүмән, замананан артта ҡалмайбыҙ. Беҙҙең балалар баҡсаһында коллектив бик һәйбәт, дуҫ, татыу, барлыҡ хеҙмәткәр ҙә тырыштар. Мөдиребеҙ Илүзә Шәфҡәт ҡыҙы бөтә эштәрҙе ойоштороп алып бара, ниндәйҙер идеялар, башланғыстар булһа, барыһы ла хуплап, күтәреп ала - шулай берҙәм һәм тырышып эшләйбеҙ. Һәр көндө эшемә ҡыуанып, шатланып киләм һәм ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡайтып китәм.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: