газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Сентябрь 2023, 10:30

Изгелектән тик изгелек тыуыр

Салауатта “Ҡояшлы” үҙәгенә күп функциялы уйын комплексы бүләк ителде

Изгелектән тик изгелек тыуыр
Изгелектән тик изгелек тыуыр

Был көндө “Ҡояшлы” үҙәге тәрбиәләнеүселәре һәм педагогтары түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Бында бик яҡшы спорт һәм уйын майҙансыҡтарынан торған балалар комплексы асылды.
- Элек беҙгә күрше ихаталарға сығырға тура килгәйне, ә беҙ күп... Халыҡ та төрлөсә ҡарай ине... Барыһы ла беҙгә шат түгел, - тип бүлеште “Ҡояшлы” үҙәге директоры Елена Безносова. - Ә балалар рухи, әхлаҡи яҡтан ғына түгел, шулай уҡ физик яҡтан да үҫешергә, яҡшы спорт формаһында булырға тейеш, шуға күрә беҙҙең балалар өсөн яңы майҙансыҡтар бик ҙур, кәрәкле бүләк. Ошондай матурлыҡ булдырыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт.
“Ҡояшлы” үҙәгендә етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларға ҙур һөйөү менән ҡарайҙар, улар һәр яҡлап үҙ һәләттәрен үҫтерһен өсөн йылдан-йыл яҡшы шарттар булдырыла. Бинала уңайлы, матур бүлмәләр һәм кабинеттар бар, бина янындағы биләмә лә һәйбәт. Былтыр “Газпром нефтехим Салауат”һәм “Юрматы” хәйриә фонды ярҙамы менән мунса-кер йыуыу комплексы барлыҡҡа килде. Ә хәҙер ошо территорияла күп функциялы майҙансыҡ барлыҡҡа килеү менән балаларҙың тормошо тағы ла тулыраҡ, йәнлерәккә әйләнәсәк.
- Мунса-кер йыуыу комплексын асыу оҙайлы ваҡыт һорау аҫтында булды. Беҙгә балаларҙың әйберҙәрен йыуыу һәм уларҙың үҙҙәре йыуыныу өсөн урын юҡ ине. Әммә мәсьәлә хәл ителде - мунса-кер йыуыу комплексы асылды. «Юрматы» фонды вәкилдерә балаларҙан: «Һеҙ тағы ла нимә теләйһегеҙ?» - тип һорағас улар: «Майҙансыҡ», - тип яуап бирҙе. Был теләкте үтәргә вәғәҙә бирҙеләр. Бәхеткә күрә, оҙаҡ көтөргә тура килмәне һәм бына беҙҙә ҙур күп функциялы комплекс бар! - тип билдәләй Елена Безносова.
Балалар майҙансығы буйынса биш миллион һумдан ашыу суммаға төҙөлөш эштәренә килешеүҙән тыш, «Газпром нефтехим Салауат» компанияһы хеҙмәткәрҙәре ярҙам күрһәтә, улар «Балаларға изгелек бүләк итәбеҙ» өҫтәмә акцияһын уҙғара һәм 592 350 һумға ҡоролмалар ала. Ҡаласыҡтың дөйөм хаҡы - 5 872 476,08 һум.
«РГД переработка Салават» йәмғиәтенең идара итеүсе ойошмаһының башҡарма директоры Сергей Кращук балаларға был матур бүләк ҡаланың һәм «Газпром нефтехим Салауат»тың 75 йыллығы уңайынан яһалды тип билдәдәне.
- Беҙҙең предприятиеның бурысына күп миллионлы продукция етештереү генә түгел, шулай уҡ ҡала, уны уңайлы һәм матур итеү тураһында хәстәрләү ҙә инә. Был юлы беҙ «Ҡояшлы» үҙәгенә ярҙам итергә ҡарар иттек һәм бик матур балалар майҙансығы яһаныҡ, - тине ул һәм балаларға мөрәжәғәт итте. - Был һеҙҙең майҙансыҡ, уның менән файҙаланығыҙ, уйнағыҙ, үҫешегеҙ һәм беҙҙе ярыштарға саҡырырға онотмағыҙ. Балалар, көслө, сәләмәт булығыҙ һәм киләсәктә беҙгә эшкә килегеҙ, беҙ һеҙҙе көтәбеҙ.
«Балаларға изгелек бүләк итәбеҙ» акцияһында ҡатнашыусы компанияның битараф булмаған кешеләре кешеләре исеменән «Газпром нефтехим» йәмғиәтенең Баш энергетик идаралығы начальнигы - баш энергетик Юрий Помазков үҙәк тәрбиәләнеүселәренә өгөт-нәсихәт һүҙҙәрен әйтте:
- Һеҙгә көслө һәм аҡыллы булып үҫеүегеҙҙе теләйем. Уҡығыҙ, үҫешегеҙ һәм мотлаҡ Елена Евгеньевнаны һәм тәрбиәселәрегеҙҙе тыңлағыҙ. Улар һеҙҙе бик ныҡ ярата. Йәмғиәттең лайыҡлы кешеләре булығыҙ!
«Ҡояшлы» үҙәгенең яҡын дуҫы, ярҙамсыһы - Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина майҙансыҡты асыу тантанаһына ҡыуанып килгән.
- Үҙәкте яҡшыртыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индереүегеҙ өсөн рәхмәт, - тип ихтирамын белдерҙе ул меценаттарға һәм хәйриә эшендә ҡатнашыусыларға. - Хәҙер бында балалар рәхәтләнеп уйнаясаҡ, спорт менән шөғөлләнәсәк, буш ваҡыттарын файҙа менән уҙғарасаҡ.
Елена Безносова хәйриә проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусаларға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Күп функциялы майҙансыҡты тантаналы асҡандан һуң, ҡыҙҙар һәм малайҙар байрам концерты күрһәтте: йырланы, бейене, шиғырҙар һөйләне. Һуңынан ҡыуана-ҡыуана майҙансыҡтарға таралышты.
- Майҙансыҡтар, бигерәк тә спорт майҙансығы бик оҡшай. Беҙ уны күптән көттөк. Бында футбол, баскетбол, волейбол һәм пионербол уйнаясаҡбыҙ. Лагерҙан ҡайтҡас та, сумкаларҙы ҡалдырҙыҡ та шунда уҡ майҙансыҡҡа йүгерҙек. Спорт менән үҙебеҙҙә шөғөлләнә алыуыбыҙға шатбыҙ. Беҙгә ошондай бүләк эшләгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт, - тип бүлеште «Ҡояшлы» үҙәге тәрбиәләнеүселәре Данил Воронин, Вадим Логинов, Давид Сиражетдинов һәм Глеб Елабужев.
- Беҙ шатланабыҙ! Бөтә майҙансыҡтар ҙа оҡшай. Бында бәүелсәктә өйөп тә, төрлө спорт төрҙәре буйынса уйнап та була, тренажерҙарҙа ла шөғөлләнергә мөмкин. Был майҙансыҡтарҙы эшләүселәргә рәхмәт. Беҙ лагерҙан ҡайтҡас уларҙы күреп ни тиклем ҡыуанғаныбыҙҙы белһәгеҙ. Беҙ киткәндә бер нимә лә юҡ ине һәм ҡайтыуыбыҙға шундай сюрприз. Был яңы уҡыу йылана ҙур бүләк. Ҡыш көнө беҙ бында һырғалаҡ эшләрбеҙ. Шулай булғас күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт булмаясаҡ, - тип өҫтәй ҡыҙҙар Настя Воронина, Александра Сидорова, Виктория Марюткина һәм Александра Шереметьева.

Алена Бизикина фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: