Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Май 2023, 16:25

Пионер барыһына өлгө

Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайында Рәсәйҙең балалар йәмәғәт ойошмалары көнө уңайынан «Салют, Пионерия!» ҡала байрамы үтте.

Пионер барыһына өлгө
Пионер барыһына өлгө

- Беҙҙең ҡалала пионерҙар хәрәкәте ныҡ үҫешкән, был ойошма балалары республика, Рәсәй кимәлендәге һәр төрлө конкурстарҙа еңеп сыға. Бөгөн пионерҙар сафына баҫыусыларҙың барыһы ла ысын лидерға әйләнһен һәм мәктәптәге ойошмалар менән берлектә изге эштәр башҡарһын, ҡыҙыҡлы, сағыу проекттарҙы тормошҡа ашырһын, - тип сәләмләне мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Хәсәнова.
«Башҡортостан пионерҙары» ҡала балалар йәмәғәт ойошмаһы төбәк пионерҙар ойошмаһы өлөшө булып тора һәм уға ун өс мәктәп ойошмаһы инә, был 1665 уҡыусы тигән һүҙ.
- Беҙҙең пионерҙар ойошмаһының төп бурысы - алға ынтылырға, яҡшыны белергә, тирә-яҡтағыларға ярҙам итергә, үҙеңдең эштәрең өсөн яуаплы булырға һәм уңыштарға ирешергә. Пионерҙар ойошмаһындағы балаларҙы дуҫлыҡ һәм ижад берләштерә. Уҙған уҡыу йылы эсендә бик күп яҡшы яҡшы һәм ҡыҙыҡлы нимә
ләр эшләнде. Пионерҙар сафы йылдан-йыл тулылана, 17-19 майҙа ғына ҡала ойошмаһына ҡаланың ун өс белем биреү учреждениеһынан 780 уҡыусы алына. Улар ҙа актив һәм уңышлы булыр, тип уйлайым, - тип билдәләй Салауат ҡалаһы «Башҡортостан пионерҙары» балалар йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Валентина Трунова.
2022 йылдың июнендә Салауат ҡалаһы пионерҙары делегацияһы Мәскәү ҡалаһында «Егерме беренселә беренсе» Бөтә Рәсәй балалар йәмәғәт ойошмалары слетына бара. Августа өлкән йәштәге ҡала пионерҙары Өфөлә «Өсөнсө мең йыллыҡ пионерҙары» төбәк-ара фестивалдә инструктор булараҡ ҡатнаша. 1 сентябрҙә пионер-инструктор Виктория Андреева Калининград ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Бөтә Рәсәй балалар хәрәкәте активистары менән осрашыуында төбәк ойошмаһы исеменән сығыш яһай. Декабрҙә пионер-инструкторҙар Елена Кононова һәм Виктория Андреева Мәскәүҙә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең I слетында делегат була. Һуңынан «Пионер инструкторҙары мәктәбе» командаһы Салауат ҡалаһы мәктәптәре пионерҙары өсөн тарихи квест уҙғара. Ғинуар аҙағында Балалар ижады һарайында «Хәрәкәттә бул» балалар йәмәғәт ойошмалары һәм мәктәп үҙидаралығы ҡала форумы үткәрелә. Салауат пионерҙары «Изге хаттар», «Изгелек талисманы», «Окоп шәме» кеүек Бөтә Рәсәй акцияларының актив ҡатнашыусыһы.
Ҡала форумдарының береһендә «Ҙур һуғыштың бәләкәй геройҙары» тарихи проекты старт ала. Был проект Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында фашизм менән көрәштә ғүмерҙәрән биргән пионер-геройҙарға бағышлана. Уҡыусылар изге эштәр менән ойошмаларының пионер-геройҙар исемен йөрөтөргә лайыҡлы булыуын иҫбатлай. Ә байрам барышында мәктәп ойошмаһы етәкселәренә ойошмаларға пионер-геройҙарҙың исеме бирелеүе тураһында танытма тапшырылды.
Йола буйынса, сарала йыл дауамында әүҙемлек күрһәтеп эше менән айырылған пионерҙарға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
«Башҡортостан пионерҙары» ойошмаһына сафына инеүселәр ҡулына галстукты алып ант бирҙе: «Тыуған илемде яратырға, файҙалы эштәрҙә беренсе булырға, үҙемдең ойошма намыҫын һаҡларға, Башҡортостан пионерҙары ҡанундарын үтәргә вәғәҙә итәм». Уларға галстуктарын өлкән пионерҙар һәм абруйлы ҡунаҡтар бәйләне.
Байрам тантаналы өлөштән генә торманы, балалар уйнаны, бейене, күңел асты. Ижад һарайының «Калейдоскоп» вокал берекмәһе, «Самрау» халыҡ бейеүҙәре мәктәбе, «Акробатика» секцияһы төркөмө сағыу сығыштары менән шатландырҙы.
Һуңынан үҫмерҙәр Салауат пионерҙарының гимнына әйләнгән йырҙы башҡарҙы.
4-се мәктәптең 5б класы уҡыусылары Анастасия Шелкова, Сафия Ғәлиева һәм Риана Ғәлиева пионерҙар сафына алыныуына бик шат.
- Беҙ пионер булырға күптән теләй инек. Төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ һәм был беҙгә оҡшай, ә пионер булыу беҙҙең төрлө һәләттәребеҙҙе асырбыҙ тип ышанабыҙ. Бөгөнгө сара ла бик күңелле, ҡыҙыҡлы үтте, ти улар.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: