газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Май 2023, 10:05

Яҡшылыҡҡа ынтылығыҙ

Ҡалабыҙҙың 7-се мәктәбен 29 уҡыусы тамамлай. Улар өсөн дә һуңғы ҡыңғырау, мәктәп, уҡытыусылар, класташтар менән хушлашыу сараһы ҙур тулҡынланыу үтте.

Яҡшылыҡҡа ынтылығыҙ
Яҡшылыҡҡа ынтылығыҙ

- Беҙҙең сығарылыш уҡыусылары маҡсатлы, изге күңелле, һөйөклө, һәләтле, лайыҡлы. Һәр ваҡыт 7-се мәктәптә уҡып сығыуығыҙ менән ғорурланығыҙ. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, тик яҡшылыҡҡа ғына ышаныуығыҙҙы, ынтылыуығыҙҙы ғына теләйбеҙ, - тине үҙенең ҡотлау телмәрендә мәктәп директоры Елена Вяхирева.
Һуңғы ҡыңғырау байрамының ҡунағы, ҡала хакимиәтенең хоҡуҡи идаралыҡ начальнигы Маргарита Байғотлина ла уҡыусыларға теләктәрен әйтте:
- Һуңғы ҡыңғырау сыңы уҡыу йылының тамамланыуы тураһында хәбәр итә. Балаларға бөтә күңелен биргән уҡытыусыларҙы, балаларын кеше итеү өсөн ҙур көс һалған ата-әсәләрҙе ошо көн менән ҡотлайым. Ҡәҙерле балалар, бөгөнгө ҡыңғырау сыңы һеҙгә оло тормошҡа юл аса. Имтихандарығыҙҙы һәйбәт тапшырып, яҡшы һөнәр алығыҙ.
Изге теләктәрен сығарылыш уҡыусыларының тәүге уҡытыусылары, директор урынбаҫарҙары, класс етәксеһе һәм ата-әсәләр еткерҙе. Байрамда башланғыс класс уҡыусылары сығыш яһап, мәктәпте тамамлаусыларға ҙур осоштар теләп, ҡағыҙҙан яһалған самолеттар бүләк итте.
Тантананы хорегографик ансамблдәрҙең һәм сара ҡунаҡтары - Салауат музыка колледжы студенттарының сығыштары биҙәне. Сығарылыш уҡыусылары үҙҙәре лә ситтә ҡалманы, йырланы, бейене.
- Мин БДУ-ның полиция мәктәбенә инергә теләйем. Бөгөн тулҡынландырғыс көн, мәктәп менән хушлашабыҙ. Класташтарымды яратам, уларҙың барыһы ла яҡшы булһын. Осрашҡанда мәктәп йылдарын яҡты хәтирәләр итеп иҫкә алырбыҙ әле, - ти 11-се класс уҡыусыһы Лиза Краснова.
- Мин был класты бишенсенән алып киләм. Балалар бик үҙенсәлекле, һәләтле, дуҫтар, тәрбиәлеләр. Тормоштарында уңыш юлдаш булһын, хыялдары тормошҡа ашһын, үҙ һөнәрҙәрен табып, бәхетле һәм лайыҡлы ғүмер кисерһендәр, - тип теләй класс етәксеһе Ирина Савельева.
Тантана йола буйынса һыңғы ҡыңғырау сыңы менән тамамланды.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: