газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Май 2023, 09:11

Халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы

“Урал батыр” эпосы - башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, быуындан - быуынға тапшырылған рухи хазина. Эпоста халҡыбыҙ тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф - ғәҙәттәре, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле сағылдырыла. Бөгөн дә йөкмәткеһенә әллә күпме фәлсәфә һалынған бөйөк эпосыбыҙ “Урал батыр” - ғорурлығыбыҙ. Уны данлап, матур саралар үтә.

Халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы
Халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы

“Урал батыр” эпосы - башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, быуындан - быуынға тапшырылған рухи хазина. Эпоста халҡыбыҙ тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф - ғәҙәттәре, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле сағылдырыла. Бөгөн дә йөкмәткеһенә әллә күпме фәлсәфә һалынған бөйөк эпосыбыҙ “Урал батыр” - ғорурлығыбыҙ. Уны данлап, матур саралар үтә.

ҡаланың 25-се башҡорт гимназияһында “Урал батыр” эпосын башҡарыусылар конкурсының төбәк-ара зона этабы уҙҙы. Республиканың көньяҡ зонаһын үҙ эсенә алған был конкурста Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез,
Стәрлебаш, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Ғафури райондарынан, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез ҡалаларынан, Стәрлетамаҡ күп профилле колледжынан мәшһүр эпосыбыҙға битараф булмаған уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашты, хатта бер балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе лә бар ине. Конкурсҡа сәсәниә, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалиә Солтангәрәеваның килеүе сараға ҙур мәртәбә өҫтәне. Баһалама ағзалары конкурсанттар сығышын ғәҙел баһаланы. Бәйге ике этаптан: эпосты яттан һөйләү һәм сәхнәләштереүҙән торҙо. Сәмле бәйгелә ҡалабыҙҙан 2-се кадет мәктәбенең
8-се класс уҡыусыһы Сәйҙә Нәҙершина, 25-се башҡорт гимназияһының 5-се класс уҡыусыһы Нургизә Әбделмәнова һәм гимназия уҡыусылары төркөмө ҡатнашты. Эпосты яттан һөйләүҙә Нургизә 3-сө урынға лайыҡ булһа, эпостан өҙөк сәхнәләштереү буйынса 25-се башҡорт гимназияһы командаһы 1-се урын яуланы.
- Уҡыусыларым Булат Әбүбәкеров, Аҡйондоҙ Ҡотошова, Рамаҙан Хәмиҙуллин, Нургизә Әбделмәнова оҫта сығыш яһаны. Розалия Әсфәндиәр ҡыҙынан да ҙур баһа алдыҡ. Уҡыусыларыма афарин, тип әйтергә генә
ҡала. Уларҙың уңыштары менән ғорурланам, артабан да ҡаҙаныштар теләйем, - ти уҡыусыларҙы ошо конкурсҡа әҙерләгән 25-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлшат Ҡолмөхәмәтова.
Республика кимәлендәге ҙур, мөһим сараны әҙерләп үткәреүҙәре өсөн Фирҙәүес Хисмәтуллина етәкселегендәге 25-се башҡорт гимназияһы коллективына, уҡыусыларҙы әҙерләүсе башҡорт теле уҡытыусылары Гөлшат
Ҡолмөхәмәтоваға, Гөлдәр Ситдиҡоваға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.


Сәриә Шәмсетдинова, Салауат ҡалаһы уҡытыу-методика үҙәгенең туған телдәр буйынса методисы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: