газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Май 2023, 13:06

Салауатта - ҡатын-ҡыҙҙар спорты фестивале

Салауат һәр ваҡыт үҙенең спорт ҡалаһы булыуын иҫбатлап тора. Мәҙәниәт һәм ял паркында Уҡытыусы һәм остаз йылына, Салауат ҡалаһының 75 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының 100 йыллығына арнап «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының тәүге ҡатын-ҡыҙҙар спорты фестивале үтте. Спорт байрамында мәктәп, балалар баҡсалары һәм өҫтәмә белем биреүучреждениелары педагогтары ҡатнашты.

Салауатта - ҡатын-ҡыҙҙар спорты фестивале
Салауатта - ҡатын-ҡыҙҙар спорты фестивале

Салауат һәр ваҡыт үҙенең спорт ҡалаһы булыуын иҫбатлап тора. Мәҙәниәт һәм ял паркында Уҡытыусы һәм остаз йылына, Салауат ҡалаһының 75 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының 100 йыллығына арнап «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының тәүге ҡатын-ҡыҙҙар спорты фестивале үтте. Спорт байрамында мәктәп, балалар баҡсалары һәм өҫтәмә белем биреү
учреждениелары педагогтары ҡатнашты.

- Һеҙҙең ошо байрамда ҡатнашыуығыҙ һәм ГТО нормаларын тапшырырға әҙер булыуығыҙ шатлыҡлы. Был ыңғай тәьҫораттар алыу өсөн дә яҡшы сәбәп. Беҙҙең  ҡалала фестиваль йыл һайын үтер, киләһе йылдарҙа
ҡатнашыусылар һаны артыр, тип ышанам. Беҙ оҙайлы тормош һәм матурлыҡ өсөн! Бөтәһенә лә еңеүҙәр, яҡшы кәйеф, сағыу иҫтәлектәр! - тип теләне фестивалдең абруйлы ҡунағы мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева.
Командаларҙы Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәренең һөнәри берлегенең Башҡортостан республика ойошмаһының Салауат ҡалаһы ойошмаһы  рәйесе Ольга Татарова ла сәләмләне:
- Беҙҙең педагогтар - бик актив һәм ижади кешеләр, шуға күрә улар үҙҙәрен спортта ла бик яҡшы күрһәтә ала тип  ҡарар иттек. Шул тиклем күп спорт һөйөүселәрҙең килеүе бик шәп. Бик күп балалар баҡсалары командаларын уларҙың етәкселәре етәкләй, был уларҙың коллективтағы татыулығы хаҡында һөйләй. Бөгөн һауа торошо ла матур,  йылы. Барыһының да бөтәһе лә килеп сығыр, педагогтар һәр ваҡыт алда!
Әлбиттә, ҡағиҙә буйынса ярыштар алдынан зарядка мөһим. Бөтә Рәсәй ярыштары призеры, спорт акрабатикаһы  буйынса мастер Антон Панков гүзәл заттарҙың рухын күтәрҙе.
Һуңынан ярыштар башланды, һәр команда үҙ һәләттәрен күрһәтергә тырышты. Был көндө 42 команда нормативтар тапшырҙы, командаларҙа 20 йәштән  алып 59 йәшкә тиклемге дүрт кеше. Һынауҙарҙы улар
йәш категорияһы буйынса үтте. Миҙал һәм кубок алыу өсөн дүрт спорт станцияһын үтеү талап ителде: 60 метрға  йүгереү, пресс яһау, ерҙән ятып күтәрелеү, гимнастика эскәмйәһендә торған килеш алға эйелеү.

- Коллегалар менән көн һайын балалар йоҡлаған арала 20-30 минут күнекмәләр менән шөғөлләндек. Бер ай эсендә лә үҫеш һиҙелерлек. Был  практиканы һаҡларбыҙ һәм күнекмәләрҙе дауам итербеҙ, тип уйлайым, - тип билдәләй 18-се балалар баҡсаһы педагогы Ильшата Иҙрисова. - Беҙ балаларҙы бәләкәй саҡтан сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итергә тейеш, һуңынан улар актив секцияларҙа шөғөлләнәсәк. Әлеге ваҡытта спорт менән шөғөлләнеү һәм сәләмәт булыу модала.
Өлкән тәрбиәсе Татьяна Иркәбаева коллегаларының фекерен ихлас бүлешә.
- ГТО нормаларын тапшырыуҙа ҙур теләк менән ҡатнашырға булдыҡ. Йыл  һайын төрлө спорт ярыштарына ҡушылабыҙ. Команда составына иң етеҙҙәр инде. Беҙҙә күнекмәләр менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар, иң мөһиме теләк бар, - ти педагог.
15-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Виктория Тинькова өсөн спорт тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелгән.
- Мин 15 йәштән волейбол уйнайым, 18 йәштән төрлө ярыштарҙа ҡатнашам. Был тормошта үҙеңдең  ҡыҙыҡһыныуҙарыңды ла оноторға ярамай. Спорт көс, дәрт бирә, шуға беҙҙең коллектив фестивалдә шатланып ҡатнаша, - тип бүлеште ул.
Нормативты тапшырыу һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды 1-се лицей яуланы, икенсе урынға 57-се балалар  баҡсаһы сыҡты, ә өсөнсө урынды 37-се балалар баҡсаһы вәкилдәре алды. 

Эльвира РӘХИМОВА фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: