Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Май 2023, 13:18

Кескәйҙәрҙең еңеүе

Ҡала мәғариф идаралығында “Беҙ - гагаринсылар” республика олимпиадаһының муниципаль һәм республика этаптары еңеүселәрен тантаналы тәбрикләү уҙҙы.

Кескәйҙәрҙең еңеүе
Кескәйҙәрҙең еңеүе

Ҡала мәғариф идаралығында “Беҙ - гагаринсылар” республика олимпиадаһының муниципаль һәм республика этаптары еңеүселәрен тантаналы тәбрикләү уҙҙы.

- Быйылғы уҡыу йылында “Беҙ - гагаринсылар” республика олимпиадаһында балалар баҡсаларына йөрөүсе 1810 бала ҡатнашты. Шуныһы ҡыуаныслы, балалар йылдан-йыл был сараға әүҙем ҡушыла, уларҙың һаны бермә-бер арта. Быйыл былтырғыға ҡарағанда, 280 балаға күберәк, - тип билдәләне уҡытыу-методика үҙәге методисы Гүзәл Квашнина.
Йәш еңеүселәрҙе уҡытыу-методика үҙәге директоры урынбаҫары Марина Сувернева сәләмләне:
- “Беҙ - гагаринсылар” олимпиадаһы - ҙур олимпиада хәрәкәтенең тәүге этабы. Мәктәптә һеҙҙе “Беҙ гагаринсылар“ҙың дауамы булып торған “Гагарин  кубогы” тигән етди олимпиада көтә. Балаларҙың һәләтен
асыҡлауға, үҫтереүгә күп көс һалған педагог-остаздарҙың хеҙмәтен, шулай уҡ ата- әсәләрҙең тырышлығын  билдәләп үтке килә. Һеҙҙән башҡа бындай һөҙөмтәләргә ирешеү мөмкин булмаҫ ине.

Олимпиада өс йүнәлеш буйынса уҙа: "Минең космос донъяһы” темаһына һүрәттәр конкурсы, “Интеллектуаль полиолимпиада”, “Физик  культура”. “Минең космос донъяһы”нда балалар хыялдарын һүрәттәрҙә сағылдырҙы. Бында 18-се балалар баҡсаһынан Матвей Албуткин (тәрбиәсе Ирина Мартынова) һәм 19-сы балалар баҡсаһынан Диана Моратова (педагог-психолог Ольга Игаева) муниципаль этап еңеүселәре һәм республика  этабы лауреаттары булды. “Интеллектуаль полиолимпиада”ла кескәйҙәр үҙҙәренең зирәклеген, отҡорлоғон күрһәтте. Был йүнәлеш буйынса иһә 23-сө  балалар баҡсаһынан Самира Ибраһимова (тәрбиәсе Оксана Дмитриенко) һәм 46-сы балалар
баҡсаһынан Эльмира Һатыбалова (тәрбиәсе Гүзәл Камалетдинова)алдынғылар булды. “Физик культура” йүнәлешендә бәләкәстәргә етеҙлектәрен иҫбат итергәтура килде. Бында 59-сы, 54-се балалар баҡсалары
тәрбиәләнеүселәре Юлиана Мансурова (физик культура буйынса инструктор Наталья Манакова) һәм Яромир Мирғәләүетдинов менән Полина Кирпичникова (физик культура буйынса инструктор Марина Гавшина) иң яҡшыһы булып таныла.

Эльмира Һатыбалова муниципаль этапта алдынғылыҡҡа сығыуына бик шат:
- “Интеллектуаль полиолимпиада” буйынса еңдем. Мине педагогтарым Гүзәл Ринат ҡыҙы менән Венера Марс ҡыҙы әҙерләне. Эштәр бик ҡатмарлы булманы. Һүрәт төшөрөргә яратам, скрипкаға йөрөйөм.
- Эльмираның муниципаль этапта еңеүенә шатбыҙ. Беҙҙең балалар баҡсаһы йыл да был олимпиадала ҡатнаша. Ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Улар һәр саҡ беҙгә ярҙам итә, - ти ҡыҙҙың тәрбиәсеһе Гүзәл
Камалетдинова.
“Беҙ гагаринсылар” республика олимпиадаһын үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Марина Сувернева менән Гүзәл Квашнина Почет грамоталары менән бүләкләнде. Бөтә балаларға ла дипломдар, иҫтәлекле миҙалдар һәм бүләктәр тапшырылды.

Яромир Мирғәләүетдинов иһә муниципаль этап еңеүсеһе генә түгел, ә республика буйынса ла алдынғылыҡҡа сыға.
- Йүгерергә бик яратам. Яҡшы һөҙөмтәгә ирешеү  өсөн күп шөғөлләндем, - ти йәш спортсы.
- Бик тулҡынландырғыс, бындай кимәлдә еңеүе тәүгә. Был улымдың ғына түгел, ә берлектәге еңеү. Остаздары күп тырышлыҡ  һалды, ғаиләбеҙ менән уға терәк булырға тырыштыҡ, хатта олатай, өләсәйҙәрҙә ярҙамға килде Яромир спортты үҙ итә, футболға йөрөй, - тип шатлығы менән уртаҡлаша еңеүсе малайҙың әсәһе Валентина Мирғәләүетдинова.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: