Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Март , 09:33

Тыуған яғым - атайсалым

Гәзиттең алдағы һанында “Атайсал” үҙең ижад иткән шиғырҙар конкурсына йомғаҡ яһалыуы, еңеүселәр иҫәбендә беҙҙең ҡала вәкиле булыуы тураһында яҙып үткәйнек.

Тыуған яғым - атайсалым
Тыуған яғым - атайсалым

Гәзиттең алдағы һанында “Атайсал” үҙең ижад иткән шиғырҙар конкурсына йомғаҡ яһалыуы, еңеүселәр иҫәбендә беҙҙең ҡала вәкиле булыуы тураһында яҙып үткәйнек.

Конкурста кесе йәштәгеләр төркөмөндә (14 йәшкә тиклем) 3-сө урын алған 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Искәндәр Кинйәбаевтың һәм уның остазы, ошо белем усағының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәүиә Бикмөхәмәтованың ижади бәйгенән алған тәьҫораттары тураһында фекерҙәрен белештек.
- Ижади бәйге уҙғарылыуы тураһында осраҡлы ғына интернет селтәрендә күреп ҡалдым һәм үҙем уҡытҡан 5а, 9б класы уҡыусыларына ошо конкурста ҡатнашып, үҙ көстәрен һынап ҡарарға тәҡдим иттем. 5а класы уҡыусыларына өйгә эш итеп Тыуған яҡ, тыуған ер тураһында шиғыр һыҙмаҡларға ҡуштым. Улар бик яуаплы, тырыш уҡыусылар, бөтәһе лә өй эшен теүәл үтәп, шиғыр яҙып килтерҙе. Был кластан өс, 9б класынан бер
уҡыусының шиғырын һайлап алып, конкурсҡа ебәрҙем. Үҙем дә шиғырҙар яҙғанға күрә жюри ҡарамағына ике ижад емешемде тәҡдим иттем. Конкурстың талабы буйынса, шиғырҙа мотлаҡ “атайсал” һүҙе булырға тейеш
ине. Балалар менән дәрестә “Ватан”, “атайсал” һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөндөк, әһәмиәтен билдәләнек. Бындай конкурстар бик кәрәк, сөнки Ватанды данлап шиғыр яҙған уҡыусылар киләсәктә, һис шикһеҙ, Тыуған
илебеҙҙең ысын патриоттары булып үҫерҙәр, тип ышанам. Искәндәр уҡыуҙа ла алдынғы, һәр дәрескә ентекле, төплө итеп әҙерләнеүе менән айырылып тора, ҡушылған эшкә яуаплы ҡарай. Уҡыусымдың уңышына ифрат шатландым. Әгәр ҙә ул был бәйгелә хатта остазын уҙып китеп, еңеүселәр рәтенә кергән икән, тимәк, мин дөрөҫ юлдан барам. 5а класы уҡыусыларын башланғыс кластарҙа талантлы педагог Гөлнур Көҫәпова уҡытҡан. Ул балаларҙың күңелендә туған телгә, Тыуған илгә ҡарата һөйөү уята алған. Был балалар менән эшләүе бик рәхәт, - ти Сәүиә Ғәбдрәүеф ҡыҙы.
Конкурс ҡатнашыусылары Асҡар Ғәлиуллин үҙенең шиғырында “атайсал”, “Ватан” төшөнсәләренең иң изге  булыуын аңлатырға тырышҡан. Әҙилә Хоҙайбирҙина Тыуған илде һаҡлаған батырҙарға дан йырлай. Азалия Вәлитова тыуған яҡтың гүзәллеген тасуирлай. Еңеүселәр иҫәбендәге Искәндәр Кинйәбаев милли батыр исемен йөрөтөүсе ҡалала йәшәүе менән ғорурланып, Салауат исемен аҡлап, мин дә ҡыйыу булырмын, тип вәғәҙә бирә.
- Уҡытыусым Сәүиә Ғәбдрәүеф ҡыҙы ошо ижади бәйгелә ҡатнашырға тәҡдим иткәс, ризалаштым. Мине милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, республикабыҙҙың матурлығы, гүзәллеге илһамландырҙы. Кешегә иң ғәзизе - тыуып-үҫкән ере, тыуған төйәге. Үҙем йәшәгән ҡаланы сикһеҙ һөйәм, унан ҡәҙерлерәк һәм яҡыныраҡ бер ни юҡ. Бында минең ғаиләм, дуҫтарым, уҡыған мәктәбем. Шиғырым дүрт куплеттан тора. Миңә әсәйем һәм уҡытыусым ярҙам итте. Өсөнсө урын алыуымды белгәс, шатландым, - ти Искәндәр.
“Атайсал” республика шиғырҙар конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары 2023 йылдың 5 майында “Торатау” конгресс-холында үтәсәк “Яҡташлыҡ көсө” форумында бүләкләнә.

“Атайсал” үҙең ижад иткән шиғырҙар конкурсында ҡатнашыусыларҙың шиғырҙары

Искәндәр Кинйәбаев
ТЫУҒАН ҠАЛАМА
Тыуған ҡалам - Салауатым,
Атайсалым - төйәгем!
Барлыҡ туғандарым бында
Тамыр йәйгән ерегеп.
Һиндә тыуҙым, һиндә үҫтем,
Уҡып, белем аламын.
Бик тырышып туған телде
Өйрәнәмен көн һайын.
Ҡалабыҙҙың атамаһы
Батыр исемен һаҡлай.
Мин дә ҡыйыу булырмын,
Уның исемен аҡлап.
Юлай улы Салауат та
Беҙҙән батырҙар көтә.
Тыуған илде, туған телде
Беҙгә аманат итә!


Сәүиә Бикмөхәмәтова
АТАЙСАЛЫМ
Юрматы ерендә тыуғанмын,
Юрматы ҡаны миндә.
«Айтайлаҡ!» оранын ишетһәм,
Зымбырлап китә тәндәр.
Һикәҙе, Егән һәм Рәүҙәктең
Һыуҙарын тәмләп үҫтем.
Ҡараһаҡал, Ҡаһым, Зәкиҙең
Рухтары миңә күсте.
Юрматы ырыуы ҡыҙымын,
Тәтегәс бей – олатам.
Ҡармыштың шәжәрә тамырын
Быуаттарҙан юллатам.
Был ерҙәр - ата-бабаларҙың
Мираҫы, васыяты.
Кендегем ҡырҡылған ерҙә -
Рухымдың атайсалы!


Әҙилә Хоҙайбирҙина
ТЫУҒАН ТӨЙӘГЕМ
Тыуған яғым - атайсалым,
Минең изге төйәгем.
Ожмахтарға тиң бит ул
Тыуып-үҫкән еркәйем!
Башҡортостаным, илкәйем,
Киң Рәсәйҙең бер ере.
Тыуған илде һаҡлай, яҡлай
Бөркөттәй егеттәрең!


Асҡар Ғәлиуллин
ИЗГЕ ҺҮҘ
Тыуған ил ниндәй һүҙ ул?
Нимә аңлата Ватан?
Шундай ҙур һорауҙарға
Яуап эҙләп баш ватам.
Атайсал һүҙе аңлата
Олатай-атай ерен.
Шуға яҡшы беләмен
Иң изге һүҙ икәнен.
Уға булған һөйөүем
Күктәрҙән бейегерәк!
Диңгеҙҙән тәрәнерәк,
Бөйөктән-бөйөгөрәк!


Азалия Вәлитова
АТАЙСАЛЫМ
Атайсалым минең -
Башҡортостан!
Ниндәй гүзәл, ниндәй
матурлыҡ!
Тыуған илем, һинең
хозурлыҡҡа
Ғүмер буйы ҡарап туймаҫлыҡ.
Һин бит данлы күмәк халҡың
менән,
Нисә милләт йәшәй үҙеңдә.
Тыуған ерем, һинең кешеләрең
Бал ҡортондай тырыш, түҙем
дә.
Тәбиғәтең Хоҙай бүләк иткән,
Мәғрур тора бейек тауҙарың.
Сылтырап аҡҡан көмөш
йылғалар,
Баллы йүкә тулы урманың.
Ата-бабам был ерҙәрҙе яҡлап,
Тарих буйлап эҙһеҙ үтмәгән.
Атайсалын - ғәзиз Уралымды
Бер ҡасан да ташлап китмәгән.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в