«Башҡортостандың персонал менән идара итеү буйынса иң яҡшы белгесе» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Салауаттан 24-се мәктәп директоры Ольга Сырова «Төп белем биреү ойошмалары араһында иң яҡшы һөҙөмтә өсөн» номинацияһында беренсе урын алды.
Был конкурс төбәктә тәүгә уҙғарыла. Ул ҡатнашыусыларға үҙҙәре тураһында республика кимәлендә белгетеүгә, персонал менән идара итеү кеүек ҡатмарлы һәм мөһим өлкәлә белем кимәлен һәм компетенцияһын, профессионаллеген күрһәтеүгә мөмкинлек бирҙе.
Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам министры Ленара Иванова персонал буйынса менеджер - яңы мең йыллыҡ һөнәре тип һыҙыҡ өҫтөнә алды, традицион кадрҙар буйынса белгестән айырмалы рәүештә, ул хеҙмәткәрҙәр менән идара итеүҙең комплекслы системаһын булдыра, ул коллективтағы психологик мөхитте иҫәпкә алырға тейеш.
Һәр номинацияла еңеү еңел бирелмәй, сөнки конкурсанттар өсөн һорауҙар Рәсәй Хеҙмәт министрлығы әҙерләгән «Персонал менән идара итеү буйынса белгес» һөнәри стандарт буйынса персонал менән идара итеү өлкәһендә һөнәри квалификация советы менән берлектә төҙөлгән.
Ольга Сырованы ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов ҡотланы.
- Һөнәри стандарттарҙы белеү, менеджмент алымдарына эйә булыу, эш тәжрибәһе - был уңыш факторы, - тип Ольга сыроваға номинацияла уңыш килтергән сифаттарҙы атаны ул.