Балаҫтарҙы кейеҙгә беркетеп тегеп, тирмә иҙәненә, үлән йәки септә өҫтөнә түшәгәндәр. Һуңыраҡ улар ҡунаҡ бүлмәһендә күренекле урын алған. Кейеҙгә тегелгән ҙур булмаған балаҫтарҙы түшәк итеп тотонғандар. Малсылыҡ менән шөғөләләнгән көнъяҡ башҡортарында үткән быуаттың урталарына тиклем балаҫ һуғыуҙың боронғо традициялары һаҡланған. Уларҙы тар шөйтөллө станокта иңен 18- 25 сантиметр итеп өҙлөкһөҙ буй һалып һуҡҡандар. Эш аҙағында туҡыусының аяғы аҫтында әҙер балаҫтың ҙур ғына төргәге ятҡан. Уны 3-4 метр оҙонлоғындағы киҫәктәрҙән бүлгеләгәндәр. Биш-ете буйҙы бергә тегеп, келәм яһағандар.Элек ҡыҙҙы ла кейәү йортона оҙатҡан саҡта мотлаҡ рәүештә бирнәлекә балаҫ һалғандар. Балаҫ һуғыу өмәһендә йырлай-йырлай эшләгәндәр.
Сабыйҙарҙы милли рухта тәрбиәләүгә нигеҙ ғаиләлә һалына тиһәләр ҙә, балалар баҡсаһының да роле бөткөһөҙ ҙур. Беҙҙең 50- се балалар баҡсаһында йыл да балаҫ һуғыу байрамы үтеп тора. Быйыл да февраль башында өлкән һәм әҙерлек төркөмө балалары менән балаҫ һуғыу фольклор сараһын үткәрҙек. Рәхимә Әхтәм ҡыҙы Хәйбуллина алып барыусы, Гөлшат Хужәхмәтова инәй, Гөлназ Мортазина балаҫ һуғыу оҫтаһы булды. Ул үҙенең белгәндәрен балаларға һөйләп, “һуҡ- һуҡ, нығыраҡ һуҡ, кейәүеңә киндерә”, тип таҡмаҡлап станок артына балаҫ һуғырға ултырҙы. Эш тамамланыуға егеттәр, улар менән менән бергә ҡарт егет тә (Эльвира Миңлегәрәй ҡыҙы) килде. Егеттәр дәртле һүҙҙәр менән ҡыҙҙарҙы, ололарҙы сәләмләгәс, улар менән бергәләп “Ҡап та ҡоп”, “Көйһөҙ кейәү” уйынын уйнанылар. Парлашып баҫып “Сума өйрәк, сума ҡаҙ” йырын йырлап бейенеләр.
Байрам бик йәмле үтте, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә оҡшаны. Сағыу, матур итеп тегелгән костюмдарҙы кейеп, балалар бик ихлас итеп ҡатнашты. Улар балаҫ һуғыу өмәһе тураһында белемдәрен байытты, халҡыбыҙҙың нисек итеп балаҫ һуҡҡандарын белде, ниндәй станоктарҙа эшләгәндәрен күрҙе. Кескәйҙәр башҡорт йолалары тураһында бик күп һәм мауыҡтырғыс мәғлүмәткә эйә булды, ауыҙ-тел ижады менән дә танышты.
Гөлназ Мортазина, тәрбиәсе.
Фото 50-се башҡорт балалар баҡсаһынан.