газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Ғинуар 2023, 10:55

Халыҡтарҙы берләштереү үҙәге

Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәттәре үҙәгендә «Тамырҙарға ҡайтыу» этноквизы үтте, ул Уҡытыусы һәм остаз, Кесе Ватанға файҙалы эштәр йылдарына һәм Салауат ҡалаһының 75 йыллығына арналды.

Халыҡтарҙы берләштереү үҙәге
Халыҡтарҙы берләштереү үҙәге

Асыҡ дәрескә «Башҡортостан Республикаһы рустары соборы» республика йәмәғәт ойошмаһының Салауат бүлеге рәйесе Наталья Краснолобова саҡырылғайны. Осрашыуҙың башында мәртәбәле ҡунаҡты үҙәк, уның эшмәкәрлеге менән таныштырҙылар. Учреждениела музей, методика, декоратив-ҡулланма сәнғәте, фольклор вокал, халыҡ музыкаһы һәм халыҡ бейеүе кабинеттары, «Һәр баланың уңышы» федераль проект сиктәрендә йыһазландырылған кейеҙ баҫыу, халыҡтарҙың тарихын, көнкүрешен сағылдырған мөйөштәре булған башҡорт, татар, рус халыҡтарының мәҙәниәте, теле һәм тарихы кабинеттары бар.
«Тамырҙарға ҡайтыу» этноквизын өҫтәмә белем биреү педагогы Екатерина Главинская уҙғарҙы. Викторинала өс команда: «Русичтар», «Аҡыллылар» һәм «Славяндар» ҡатнашты. Балалар ҡыҙыҡлы уйын ярҙамында славян халҡының йолалары, мәҙәниәте, теле һәм тарихы донъяһына сумды. Уҡыусылар рустарҙың көнкүреше, музыка ҡоралдары, аш-һыуҙары, фольклоры, иҫке славян теле, халыҡ байрамдары, йолалары тураһында нимә белеүҙәрен иҫкә төшөрҙө. Ҡайһы бер һорауҙар хатта ололарҙы ла уйланырға мәжбүр итте, дөйөм тырышлыҡ менән һорауға яуап таптылар.
Этноквиз һөҙөмтәләре буйынса «Аҡыллылар» командаһы еңеүсе булып танылды. «Русичтар» икенсе, «Славяндар» өсөнсө урын алды. Команда ағзалары бүләккә тәмлекәстәр һәм канцелярия тауарҙары алды.
Арина Мичурина Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәттәре үҙәгендә 4 йылдан ашыу шөғөлләнә һәм ул учреждениелағы барлыҡ берекмәләргә тиерлек йөрөгән актив ҡыҙҙарҙың береһе.
- Беҙ бында бейейбеҙ, тегенәбеҙ, һүрәт төшөрәбеҙ. Миңә бында йөрөү бик оҡшай. Шулай уҡ миңә үҙ һәләттәремде күрһәтергә, төрлө сараларҙа сығыш яһарға яратам, - ти Арина.
Матвей Исаков та үҙәктәге өҫтәмә дәрестәргә ҡыҙыҡһынып йөрөй.
- Үҙәккә беренсе кластан йөрөй башланым. Бында ҡыҙыҡ, күп кенә яңы нимәләр беләһең.Бөгөн конкурста ҡатнашыу ҙа оҡшаны, етмәһә еңдек, - тип тәьҫораттары менән бүлешә Матвей.
- Бөгөнгө сара өсөн рәхмәт белдергем килә. Ысынлап та үҙеңдең тарихыңды, мәҙәниәтеңде белеү мөһим. Беҙ һеҙҙең менән күп милләтле, халыҡтарҙың дуҫлығы һәм татыулығы өлгө булып торған республикала йәшәйбеҙ. Үҙәк уҡытыусыларының балалар күңеленә тыуған яҡҡа һөйөү орлоҡтары һалыуы, халыҡтарҙың мәҙәниәте, тарихы, теленә ҡыҙыҡһыныу уятыуы ҙур баһа лайыҡ, - тип билдәләп үтте «Башҡортостан Республикаһының рустар соборы» ойошмаһының Салауат бүлеге рәйесе Наталья Краснолобова.
Осрашыу һуңында «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәттәре үҙәге» менән «Башҡортостан Республикаһы рустары соборы»ның Салауат бүлеге араһында берҙәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
- Был килешеү нигеҙендә берҙәм саралар, осрашыуҙар, байрамдар, асыҡ дәрестәр, конкурстар уҙғарыу, фекер алышыу алып барыу планлаштырыла. Йәмәғәт ойошмалары менән берҙәм саралар сағыуыраҡ, тулыраҡ килеп сыға. Ниндәйҙер матди ярҙам, иң күп дәрәжәлә рухи үҫеш йүнәлешендә уртаҡ эштәр башҡарыу күҙаллана. Беҙҙең үҙәк быға тиклем Салауат башҡорттары ҡоролтайы, республика татарҙары конгресы менән килешеү төҙөнө. Берҙәм саралар ойошторола башланы ла инде. Мәҫәлән, «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһы балалар менән бик матур осрашыу уҙғарҙы, балаларҙың белемдәрен байытыу йәһәтенән ул бик файҙалы булды. Ҡоролтай рәйесе Азат Юлтимеров һәм ҡурайсы Иҙел Хәлимов менән осрашыу барышында балалар ҡурай, уның нисек яһалыуы тураһында, шулай уҡ башҡорттарҙың халыҡ музыка ҡоралында уйналған моңдарҙы ҡыҙыҡһынып тыңланы. Беҙ үҙебеҙҙән дә бер ниндәй яуаплылыҡты ла алып ташламайбыҙ, беҙ ҡалалағы бөтә халыҡтарҙы берләштереү, республиканың күпме халыҡтар менән татыу йәшәүен күрһәтеү бурысын башҡарабыҙ, - тип аңлатты Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре һәм мәҙәниәттәре үҙәге директоры Альбина Фәхретдинова.
Экскурсия ваҡытында һәр кабинет ишегендә төрлө темаларға башҡорт, рус, татар, сыуаш телдәрендә һүҙҙәр бирелеүенә иғтибар иттек, был балалар уҡып иҫендә ҡалдырһын өсөн, ҡоролтай һәм мәғариф идаралығы тәҡдиме буйынса эшләнгән. Был каточкалар даими үҙгәртеп тороласаҡ.
- Беҙ рус-башҡорт, рус-татар, рус-украин телдәрендә Башҡортостанда йәшәүсе йәнлектәргә бағышлап брошюра сығарыуҙы ла планлаштырабыҙ. Ул һүрәттәр, ребустар, кроссвордтар, хайуандар тураһындағы тарихтар менән байытыласаҡ, - тип өҫтәй пландары хаҡында Альбина Рәмил ҡыҙы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: