Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Ғинуар 2023, 11:50

Илһөйәрлектән тыуа ғорурлыҡ

Салауат ҡалаһына эш сәфәре менән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров килде. Уның барышында мәртәбәле ҡунаҡ 25-се башҡорт гимназияһының өлкән уҡыусылары өсөн Батырлыҡ дәресе уҙғарҙы.

Илһөйәрлектән тыуа ғорурлыҡ
Илһөйәрлектән тыуа ғорурлыҡ

Салауат ҡалаһына эш сәфәре менән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров килде. Уның барышында мәртәбәле ҡунаҡ 25-се башҡорт гимназияһының өлкән уҡыусылары өсөн Батырлыҡ дәресе уҙғарҙы.

Патриотик дәрестәрҙең маҡсаты - үҫеп килеүсе быуында Ватанға һөйөү, ил менән ғорурлыҡ тойғоһо, дәүләт һәм йәмғиәт ҡимммәттәренә ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләү, шулай уҡ ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары өлгөһөндә балаларҙа һәм йәштәрҙә яуаплылыҡ булдырыу.
Дәүләт Думаһы депутаты илебеҙҙе һаҡлау өсөн төрлө быуын вәкилдәре тарафынан ҡылынған батырлыҡтары, 1812 Ватан һуғышында аяуһыҙ алышыуҙары арҡаһында «төньяҡ амурҙары» тип дан ҡаҙаныуҙары, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында донъяны фашизмдан ҡотҡарыу өсөн Башҡортостандан 700 мең кешенең фронтҡа юлланыуы хаҡында бәйән итте. Зариф Байғусҡаров ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләп кенә ҡалманы, шулай уҡ уҡыусыларға ла һорауҙар биреп ил, республика, ҡала тарихы тураһында белемен тикшерҙе, Советтар Союзы, Рәсәй Геройҙарын һәм башҡа бик күп тарихи шәхестәрҙе иҫкә алынды.
Мәртәбәле ҡунаҡ йәштәрҙе ата-бабаларыбыҙҙың иҫтәлегенә тап төшөрмәҫкә, яҡшы итеп уҡырға, ғүмерҙәрен үҙҙәренең күңеленә ятҡан һөнәргә бағышлырға, лайыҡлы кешеләр булырға һәм һәр ваҡыт Тыуған илебеҙ менән ғорурланырға өндәне.
- Һеҙҙең бөтәһе лә алда һәм үҙегеҙҙең ҡулда. Иң мөһиме, маҡсаттар ҡуяһығыҙ икән, юғалып ҡалмағыҙ, уларға ирешегеҙ. Һәйбәт белем алығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, бигерәк тә был егеттәргә ҡағыла, сөнки һеҙ буласаҡ ил һаҡсылары, - тине Зариф Закир улы.
Дәрес барышында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар ерләнгән ҡәберҙәрҙе тәрбиәләү, тәртиптә тотоу буйынса шефлыҡ алыу һорауы күтәрелде. Шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты уҡыусыларға олаталары, ҡартаталары, уларҙың ниндәй һуғыштарҙа ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәттәр йыйырға һәм үҙҙәре үк Батырлыҡ дәрестәре үткәреп, уларҙың ҡаһарманлыҡтары хаҡында һөйләргә тәҡдим итте.
- Батырлыҡ дәрестәрен мин республиканың төрлө ҡалаларында уҙғарам, бөгөн бына Салауаттың 25-се башҡорт гимназияһындамын. Бындай дәрестәр булырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр һуғышта ҡатнашҡан олаталарын, ҡартатайҙарын, Советтар Союзы Геройҙарын, Социалистик хеҙмәт Геройҙарын белмәй. Минең ҡарамаҡҡа, улар быны белергә тейеш, сөнки тап улар донъяны фашизмдан ҡотҡарған. Шулай уҡ улар ерләнгән урындарҙың да ташландыҡ хәлдә булыуы дөрөҫ түгел. Тап ошо хаҡта ла һөйләштек бөгөн, йәштәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ерләнгән бер нисә ҡәберлекте шефлыҡҡа алып, уларҙы тәртиптә тоторға, бигерәк тә 9 май, Еңеү көнө алдынан төҙөкләндерергә бурыслы. Был Ватан һаҡсыларыбыҙға хөрмәтебеҙҙе белдереү билдәһе булыр. Республиканың Ирҙәр ҡоро ла тап ошоноң менән шөғөлләнә, ике йыл эсендә 7 меңдән ашыу ҡәберлекте төҙөкләндерҙек. Бынан тыш, беҙ фронттан ҡайтыусы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың реестрын төҙөйбөҙ. Башҡортостанда һуғыштан ҡайтыусылар исемлеге һәм уларҙың ҡайҙа ерләнеүе тураһында мәғлүмәт юҡ. Беҙ тап ошоноң менән шөғөлләнәбеҙ. Һәм алдан әйтеп үтеүемсә, был ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтереү ҙә беҙҙең изге бурыс, - тип белдерҙе Зариф Байғусҡаров.
Батырлыҡ дәресе үткәргәндән һуң Дәүләт Думаһы депутаты мәктәп музейы, унда уҡытыусылар һәм уҡыусылар тырышлығы менән йыйылған ҡыҙыҡлы тарихи, башҡорт халҡының йәшәйешен сағылдырған экспонаттар менән танышты.
Был көндө Зариф Байғусҡаров халыҡты ла ҡабул итте. Уға салауаттар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ер участкаһы биреү, суд ҡарарҙарын башҡарыу һәм башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Зариф Байғусҡаров һүҙҙәренсә, һорауҙарҙың ҡайһы берҙәре урында уҡ хәл ителгән, ҡалғандары тейешле ведостволар ярҙамы менән ҡараласаҡ.
Шулай уҡ Зариф Закир улы Салауат Ирҙәр ҡоро менән осрашты. Унда көнүҙәк һорауҙар күтәрелде, төрлө йәмәғәт башланғыстары буйынса һөйләшеү алып барылды. Дәүләт Думаһы депутатының исемле сәғәте ҡала Советы депутаты Сергей Даниловҡа, депутаттың Рәхмәт хаттары ҡала мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишеваға, Салауат башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеровҡа, «Йәш армеецтар» ойошмаһы һәм «Ватан» хәрби-патриотик клубы етәксеһе Альбер Рәхимовҡа тапшырылды.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: